Эстәлеккә күсергә

М1 (автомобиль юлы, Белоруссия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
М1
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Хужаһы Беларусь
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе М2[d]
Расположение конечной точки Козловичи[d] һәм Редьки[d]
Оҙонлоҡ 611 km
Автотрасса билдәһе
Ошо юлдың картаһы
Яуаплы Белавтодор[d]
Номер дороги М1
Өлөшләтә тура килә European route E85 in Belarus[d]
 М1 Викимилектә

М1 магистрале - (бел. Магістраль М1) — Беларусь Республикаһына төп транзит юл. E 30 һәм II БерлинТүбәнге Новгород панъевропа транспорт коридоры европа маршрутының бер өлөшө булып тора. Трасса 1980 йылғы Йәйге Олимпия уйындарына ҡарата төҙөлгән, шуға йыш ҡына халыҡ телендә «Олимпийка» тип йөрөтөлә, мәгәр 1980 йылда СССР сиге — "Минский" мотеле араһында бер киҫем генә төҙөлөп өлгөргән.

2013 йылдың 1 авгусынан бөтә һуҙымында М1 магистрале түләүлегә әйләндерелә. Техник яҡтан барыһы ла рөхсәт ителгән, дөйөм массаһы 3,5 тоннанан ашмаған автомобиль менән үтеү өсөн, ниндәй илдәрҙә теркәлеүенә ҡарамаҫтан, түләү алынмай. Таможня союзынан ситтә теркәлгән техник яҡтан рөхсәтле, дөйөм массаһы 3,5 тоннанан ашмаған автомобиль менән дә үтергә мөмкин.

Беларусь түләүле юлдарынан үтеү BelToll системаһы аша тормошҡа ашырыла. Был транспорт сараларына түләү пунктында туҡтамай ғына хаҡ индерергә мөмкинлек бирә. Түләү өсөн махсус борт ҡорамалы һатып алырға кәрәк. Система тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте рәсми сайтта алырға булаwww.beltoll.by.

Минскиҙан йыраҡ түгел М1 / E30 юлы менән Победное-Фаниполь юлы киҫелешенән күренеш

Польша сигенән Брест өлкәһе территорияһынан, Минск өлкәһе һәм Витебск өлкәһе биләмәләренән Рәсәй сигенә тиклем бара. Буйынан-буйына 4 һыҙатлы, 1 категориялы. Магистраль Бресттан Жабинка,Кобрин, Берёза, Ивацевичи, Барановичи, Столбцы, Дзержинск,Фаниполь, Минск, Смолевичи, Борисов, Крупки, Толочин, Орша аша дауам итеп Рәсәй сигендәге Редьки ҡалаһына барып етә. Тиҙлек сикләү — 90-120 км/ч. Магистралдә йөрөү түләүле. Түләүһеҙ үтергә рөхсәт ителгән автомобилдәрҙән тыш (тағылмалары менән), мотоцикл һәм мопедтарҙан хаҡ алынмай. Кобриндан М10 (автомобиль юлы, Белоруссия) Оршаға тиклем дөйөм алғанда 505 км юлдан юғары тиҙлек менән үтергә мөмкин.

Көнбайышҡа дауамы — польша юлы 68,ул 2 автотрассаһына алып сыға, көнсәғышҡа — Рәсәй федераль автомобиль юлыM1 «Беларусь».

М1 юлы йыш ҡына иҫке Мәскәү—Брест юлы менән тоташып китә, ул да М1 тип тамғалана. Элекке трасса фрагменттары хәҙер республика юлдары тип иҫәпләнә.

Маршрут 611 км тәшкил итә.

Оҙонлоғо
(яҡынса)
Атамаһы Башҡа трассалар
Польша Польша 68 E 30
0 км Беларусь Республикаһы һәм Польша Республикаһы сигендәге Халыҡ-ара автомобиль үткәреү пункты (МАПП) «Козловичи». (Йөк транспорты өсөн генә. Еңел һәм пассажир транспорты өсөн «Варшава күпере» МАПП-ы тәғәйенләнгән)
8 км Брест
9 км Брест
21 км Брест
35 км Жабинка
56 км Кобрин, Малорита E 85
65 км Кобрин, Гомель
65 км Ҙур тиҙлекле юл башы
81 км Пружаны
114 км Берёза, Дрогичин
128 км Белоозёрск
150 км Ивацевичи, Телеханы, Логишин, Пинск, Столин
170 км Слоним, Дятлово, Лида, Вороново E 85
176 км Слуцк, Бобруйск, Кричев E 85
202 км Барановичи, Слоним, Волковыск, Гродно, Белосток
213 км Барановичи
222 км Барановичи
220 км Барановичи, Ляховичи
262 км Несвиж, Новогрудок
271 км Столбцы
282 км Столбцы
293 км Столбцы
307 км Узда
322 км Дзержинск, Минск
346 км Минск, Слуцк, Солигорск, Микашевичи
366 км Минск, Могилев, Гомель, Бобруйск E 271
386,5 км Минск, Милли аэропорт Минск
397 км Смолевичи
399 км Смолевичи
420 км Жодино
437 км Борисов
449 км Борисов
469 км Крупки
492 км Крупки
521 км Толочин
535 км Толочин
557 км Орша
573,5 км Ҙур тиҙлекле юл ахыры
574 км Орша E 95
588 км Дубровно
611 км Беларусь Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы сиге. Элекке МАПП «Редьки».
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы M1 E 30

М1 трассаһында тиҙлекте арттырыуҙы теркәүсе автоматик система

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 июленән М1 трассаһында тиҙлекте арттырыуҙы теркәүсе автоматик система эшләй башлаған. Магистралдә контроль һәм түләү пункттары бар (КТП), тиҙлек арттырған өсөн штраф шунда түләтелә.

Тиҙлекте арттырыу мәғлүмәттәре теркәү үҙәгенә on-line режимында тапшырыла. ГАИ Беларустә теркәлгән автомобилдәрҙе аныҡлап, ике фотография һалып административ яза тураһында белдереү ебәрә, ә КТП-ла ГАИ хеҙмәткәрҙәре Беларустән булмаған транспорт саралары тураһында мәлендә үк мәғлүмәт алып тора .

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мәскәүҙән 476 км трассала — Н. В. Сиротинин ҡаһарманлығы иҫтәлегенә аҫҡуймаға 76 мм-лы орудие урынлаштырылған