М1 (автомобиль юлы, Рәсәй)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
М1
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү өлкәһе һәм Смоленск өлкәһе
Система автомагистралей Автомобильные дороги федерального значения России[d]
Оҙонлоҡ 440 километр
Автотрасса билдәһе
Ошо юлдың картаһы
Номер дороги М1
Commons-logo.svg М1 Викимилектә

«Беларусь» М1 федераль автомобиль юлы — (рус. Федеральная автомобильная дорога М1 «Беларусь»), Мәскәү федераль әһәмиәтле автомобиль юлдары  — Беларусь Республикаһы менән дәүләт сиге, E 30 часть европа маршруты һәм AH6 азия маршруты өлөшө.

Магистраль оҙонлоғо 440 километр самаһы. Мәскәү һәм Смоленск өлкәләре ерҙәре аша үтә.Төрлө замандарҙа трассаны (уның төрлө участкаларын) крәҫтиәндәр, Рәсәй армияһы ғәскәриҙәре, Шоссе юлдар баш идаралығы, СССР НКВД-һы (ГУШОСДОР) хеҙмәткәрҙәре һәм эшселәре, юл төҙөлөшө ғәскәриҙәре һәм ГУЛАГ тотҡондары (НКВД-ның Вязьма лагеры) төҙөгән [1]. 2021 йылға 33-сөнән 132-се км-ға тиклем юл түләүл ителәсәк [2].

Маршрут[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Беларусь» М1 автомобиль юлы Смоленск өлкәһендә, Зимница ауылы янында

Можайск шоссеһы Мәскәү автомобиль юлы ҡулсаһы (МКАД) менән киҫелешкән ерҙә башлана, артабан Мәскәү өлкәһе биләмәһендә Одинцово (4 км), Кубинка (52 км), Можайск (98 км) ҡалаларынан көньяҡтараҡ, Смоленск өлкәһе аша Гагарин ҡалаһына яҡын ғына (172 км), Вязьманан төньяҡтараҡ (227 км), Сафоново (297 км), Ярцево (334 км) эргәләренән үтә, артабан Смоленскиҙан төньяҡҡараҡ урап сығыу юлынан китә (394 км) һәм Беларусь Республикаһына барып сыға (440 км).

Көнбайышҡа дауамы — белорус магистрале М1, көнсығышҡа (E 30 һәм AH6 составында) — федераль магистраль М5 «Урал».

Хәрәкәт маршруты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 72 км — Хәрби юл төҙөүселәр монументы, часовня.
  • 86 км — Зоя Космодемьянская мемориалы (Мәскәү өлкәһе).
  • 142 км — Мәскәү өлкәһенең иң бейек урыны Шапкиноға боролош.
  • 150 км — Икона Божьей матери «Живоносный источник» часовняһы, Мәскәү һыу үткәргесенең 200 йыллығы хөрмәтенә ҡуйылған
  • 172 км — Гагарин ҡалаһы, ддонъяның беренсе космонавты Юрия Алексеевича Гагариндың тыуған ҡалаһы (ҡалала Ю. А. Гагарин мемориаль музейы бар).
  • 187 км — 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған һәйкәл.
  • 230 км — боронғо Вязьма ҡалаһы, тарихи архитектура, матур ҡорамдар.
  • 394 км — Смоленск ҡалаһы, өлкә үҙәге, Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаларының береһе.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]