Эстәлеккә күсергә

Дон (автомобиль юлы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дон
Автомагистраль системалары Автомобильные дороги федерального значения России[d]
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Дон
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Тула өлкәһе, Липецк өлкәһе, Воронеж өлкәһе, Ростов өлкәһе, Краснодар крайы һәм Адыгея Республикаһы
Ограничение скорости 130 километр в час[1]
Алдағы М-3 «Украина»[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Урал
Рәсми асылыу датаһы 1966
Расположение конечной точки Мәскәү һәм Новороссийск
Оҙонлоҡ 1517 km
Автотрасса билдәһе
Ошо юлдың картаһы
Номер дороги М4
 Дон Викимилектә

«Дон» М4 федераль автомобиль юлы — (рус. Федеральная автомобильная дорога М4 «Дон») - Рәсәйҙең Мәскәү - Воронеж - Дондағы Ростов - Краснодар - Новороссийск федераль әһәмиәтле автомобиль юлы. автомобиль юлыдың оҙонлоғо 1540 км самаһы[2]. Хәрәкәттең йәнлелеген 2016 йылда 68,7 млн транспорт сараһы тәшкил итте, был шунан алдағыһынан 30 % күберәк[3]

Мәскәүҙән Краснодарға тиклем юлдың төп өлөшө - Европа маршрутының бер киҫеме булып тора E 115.Краснодарҙан Джубгаға тиклем маршрут E 592, Джубганан Новороссийскиға тиклем E 97 составында. Бынан тыш М4 юлында Европа маршруты E 50 участкаһы бар, ул Новошахтинскиҙан М19 Павловская станицаһы (Краснодар крайы) Р217 развязкаһына тиклем дауам итә, шулай уҡ А144 юлы (европа маршруты E 38 өҙөгө) Воронеждың көнсығыш өлөшөнән Рогачёвка ауылы янындағы развязкаға тиклем бара. Мәскәү өлкәһендә Яңы Усман һәм Рогачевка янында, шулай уҡ Адыгея Республикаһы сигенән Саратовская станицаһы юлына сыҡҡансы автомагистраль режимы һаҡлана, башҡа киҫемдәрҙә — ҡәҙимге юл режимы (1Б -нан 2-се категорияға тиклем)[4]. Хәрәкәт һыҙаттары:2.

2013 йылдың 16 октябренән «Дон» М4 трассаһының өс участкаһында (51—71-се км, 76—103-се км һәм 113—120-се км) Мәскәү өлкәһендә максималь массаһы 3,5 тоннанан артмаған еңел һәм йөк автомобилдәре өсөн 130 км/сәғ тиҙлек рөхсәт ителгән [5].

Юл төҙөү тарихынан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаты япмалы Мәскәү — Воронеж — Дондағы Ростов (маршрут № 5) маршруты буйынса автомобиль юлы проектын ГИПРОДОРНИИ эшләгән һәм 1959-1967 йылдарҙа өсөнсө категория техник талаптарына ярашлы төҙөлгән: юл полотноһы менән киңлеге 7 метр һәм хәрәкәт өсөн ике һыҙат һалынған[6]. Әйтергә кәрәк, юлдың айырым участкалары XIX быуаттың 2-се яртыһында төҙөлгән булған, Кашира — Воронеж участкаһы 1957—1961 йылдарҙа реконструкцияланған[7]

1980—1990 йылдарҙа юлды заманға ярашлы үҙгәреүҙәр дауам итә.

1984 йылда Мәскәү өлкәһендә светофорһыҙ магистраль юл төҙөлә башлай. 1990 йылға Домодедово районында 18,4 км. оҙонлоғонда ике комплекс файҙаланыуға тапшырыла.

СССР тарҡалғас, 1991 йылдың декабрендә автомобиль юлы Рәсәй хөкүмәте тарафынан федераль әһәмиәтле юлдар исемлегенә индерелә һәм бөгөн йәшәп килгән атамаһы бирелә. Юлды реконструкциялау, оҙонайтыу, төҙөкләндереү дауам итә.

Йәй көнө ял итергә Кавказ яғына барыусылар, шул уҡ ваҡытта көньяҡ райондарҙан Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа йәшелсә-емеш ташыған фуралар хәрәкәте көсәйә. Шуға күрә тығындар барлыҡҡа килеүсән.

Өлкә Километраж Тасуирлама
Мәскәү 0—71 км Мәскәүҙән Видноеға сыҡҡансы һигеҙ һыҙат. Видныйҙан һуң алты һыҙат, автомагистраль. Формаль рәүештә магистраль тулыһынса түләүле, әммә оло һәм кесе ҡулса арауығында ғына түләү пункттары бар.
Мәскәү өлкәһе 71—110 км Ситне-Щелканово һәм Сайгат араһында алты һыҙат. Ҡалғандарында дүрт һыҙат, автомагистраль. Юл сифаты яҡшы. Автомагистраль режимы 120 км-ға тиклем.
Тула өлкәһе Өлкәнең буйынан-буйына Дүрт һыҙат, юл сифаты яҡшы. Түләүле участкалары бар.
Липецк өлкәһе Өлкәнең буйынан-буйына Дүрт һыҙат, сифаты яҡшы, йүнәлештәр бүлеүле, хәүефһеҙлек һыҙаты. Трассаның төпө өлөшөндә ике түләүле участка: Яркино - Ельец (83 км) һәм Задонск - Хлевное урауы (50 км).
Воронеж өлкәһе Өлкәнең буйынан-буйына Дүрт бүлемле һыҙат, ике һыҙатлы участка 633-700 км (Липовкаға боролош- Павловск ҡалаһына инеү), шулай уҡ Павловск- Ростов өлкәһе сиге, Воронеж ҡалаһы урауы (492-517 км, алты һыҙат). Түләүле участкалар бар
Ростов өлкәһе Өлкә сигенән Каменск-Шахтинскиға тиклем Дүрт һыҙат, йүнәлештәр бүленгән. Япма сифаты яҡшы, уң һыҙатта дефектла урындар осрай.
Ростов өлкәһе Каменск-Шахтинскиҙан Батай посына тиклем Дүрт һыҙат, йүнәлештәр бүленгән йәки хәүефһеҙлек һыҙаты бар. Түләүле урындары һәм төҙөк булмаған өлөштәре бар.
Ростов өлкәһе Батай посынан Краснодар крайына тиклем Дүрт һыҙат (1091-1119), бүлеү һыҙаты - бетон ҡоймалы.Япма сифаты яҡшы. 2017 йылдың 27 декабренән - түләүле.
Краснодар крайы крайы сигенән Динская станицаһына тиклем Дүрт һыҙат, йүнәлештәр бүленгән. Япма сифаты бик яҡшы. Ростов өлкәһенә яҡыныраҡ бер нисә күпер торошо шәптән түгел.
Краснодар крайы Динская станицаһынан Краснодар ҡалаһына тиклем Алты һыҙат, йүнәлештәр бүленгән. Япма сифаты яҡшы. Динская- Стеклозавод араһы яҡтыртыла. Стеклозаводтан Краснодарҙың көнсығыш урауына тиклем 4 һыҙат, йүнәлештәр бүленгән. Япма сифаты яҡшы.
Краснодар крайы, Адыгея Республикаһы Краснодарҙан Горячий Ключҡа тиклем Краснодарҙың көнсығыш урауында бер нисә развязка реконструияланырға тейеш. Төп трасса параметрҙары үҙгәрә. Адыгейскиҙан Адыгея Республикаһы сигенә тиклем дүрт һыҙат, йүнәлештәр бүленгән. Япма сифаты яҡшы. Адыгея Республикаһы сигенән Горячий Ключ ҡалаһына тиклем дүрт һыҙат, ярайһы оҙон һуҙымда автомагистраль режимы. Япма сифаты яҡшы.
Краснодар крайы Горячий Ключ ҡалыһынан Новороссийскиға тиклем Ике һыҙатлы йәки өс һыҙатлы юл. Хәүефле урындары күп. 1505 - 1513 км (Геленджик урауы) һәм 1519 - 1531 км (Геленджик-Новороссийск) трасса 4 һыҙатлы.

[8].

Маршрут тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
European Russia laea location map (Crimea disputed)
M-4 автомобиль юлы күренеше
Федераль трасса М4 "Дон" (Луганск юл саты) - panoramio
Воронеждан «Дон» трассаһы буйлап сығыу
Воронеждан көньяҡ-көнсығыштан сығыу
Воронеж өлкәһе, Яңы Усман юлы М4
Воронеж өлкәһе яғынан М4 трассаһында Ростов өлкәһенә ингән ерҙә торған стела
Юлдар сатында
М4-Дон Краснодар крайында. Хәүефле урындар

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Евгений Родионовҡа бағышланған һәйкәл, тәре рәүешендә эшләнгән.
  • Воронеж өлкәһендә:
    • Бөйөк Ватан һуғышындағы Урта Дон операцияһына һәйкәл.
  • Ростов өлкәһендә:
    • «Ятып ҡалғандарға» — һуғыштан ҡайта алмағандарға һәйкәл, 1010 км-ҙа;
    • Бөйөк Ватан һуғышындағы механизатор ҡатын-ҡыҙҙарға һәйкәл, Миллерово янында.
  • Краснодар крайында:
    • Кущёвская станицаһы янында 4-се гвардия Кубань казактары кавалерия корпусы яугирҙарына һәйкәл;
    • Горячий Ключ ҡалаһы янында Петушок ҡаяһы.
  1. https://web.archive.org/web/20220912125918/https://avtodor-tr.ru/ru/platnye-uchastki/roads/m4/
  2. Трасса М4 "Дон" на карте. www.rudorogi.ru. Дата обращения: 9 июнь 2017.
  3. Президент Владимир Путин обратил внимание на госкомпанию «Автодор» - журнал За рулем
  4. Тула өлкәһендәге түләүле киҫемдәрҙә , был участок автомагистраль булмаһа ла, тиҙлекте 110 км/сәғ тиклем сикләү юл билдәләре тора.
  5. На трассе «Дон» в Подмосковье разрешили скорость 130 км/ч
  6. Информационный портал «Панорама». Власть взялась за юли. 8 мая 2007
  7. Большая советская энциклопедия, 3-е издание (1969—1978). Статья «Автомобильные юли».
  8. История трассы М4-Дон 2019 йыл 31 март архивланған.