Эстәлеккә күсергә

Ҡырым (автомобиль юлы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡырым
Автомагистраль системалары Автомобильные дороги федерального значения России[d]
Нигеҙләү датаһы 1950
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ҡырым
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Тула өлкәһе, Орёл өлкәһе, Курск өлкәһе һәм Белгород өлкәһе
Алдағы М1 (автомобиль юлы, Рәсәй)
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе М-3 «Украина»[d]
Рәсми асылыу датаһы 1950
Расположение конечной точки Мәскәү һәм российско-украинская граница[d]
Оҙонлоҡ 720 km
Автотрасса билдәһе
Ошо юлдың картаһы
Номер дороги М2
Карта
 Ҡырым Викимилектә

«Ҡырым» М2 федераль автомобиль юлы — (рус. Федеральная автомобильная дорога М2 «Крым») -Рәсәй Федерацияһының федераль әһәмиәтле автомобиль юлы. МәскәүТулаОрёл өлкәһеКурскБелгородУкраинаның дәүләт сиге («Одинцово» тарихи-архитектура комплексына, Тулаға, Орёлға, Курскиға, Белгородҡа тейеп) буйлап үтә.Трасса E 105 европа маршрутының өлөшө булып тора. Автомобиль юлының оҙонлоғо 700 км-ҙан оҙонораҡ[1]. Трасса Украина территорияһында дауам итә — Р20 автострадаһынан Харьковҡа тиклем һәм А17 Харьков — Ялта араһы (Ҡырым сигенән Ялтаға тиклем ара Рәсәй властары тарафынан Ҡырым Республикаһының төбәк юлы 35А-002 тип ҡарала ).

182-се километр
169-се км, Тула өлкәһе трассаһы

Автомагистраль М2 начинается на пересечении Варшава шоссеһы һәм Мәскәү автомобиль юлы ҡулсаһы (МКАД) киҫелешкән ерҙә башлана, артабан Мәскәү өлкәһе территорияһы буйлап Щербинка, Подольск, Климовск ҡалаларынан көнсығыштараҡ үтә. А107 менән Мәскәү бәләкәй ҡулсаһы киҫелешкәнгә тиклем юл хәрәкәттең һәр яғына дүрт һыҙатлы һәм яҡтыртыла. Подольск урауында юл һәр йүнәлештә биш һыҙатлы. Артабан трасса өс һыҙатҡа тиклем тарая, тулыһынса яҡтыртыла, Чехов һәм Серпухов ҡалаларының көнсығышынан үтә. 83-сө км-ҙа автомобиль юлы А108 Мәскәү оло ҡулсаһы менән киҫелешә һәм һәр йүнәлештә икешәр һыҙат ҡалып, тарая. Мәскәү өлкәһендәге трассала Ока йылғаһы аша һалынған Подольск курсанттары исемендәге күпергә етәрәк 100-се км-ҙа бер ДПС урынлашҡан.

Юлдың был киҫемендә алмаш юл бар (иҫке Симферополь шоссеһы), ул көнбайыштараҡ, телгә алынған ҡала аша үтә. Йорттарҙың адрес табличкаларында һәм юл күрһәткестәрендә ул Симферополь шоссеһы тип билдәләнә.

Артабан автомагистраль Тула өлкәһе территорияһы буйлап бара һәм 156-сы км-ға тиклем яҡтыртыла. Юл сиселеше 155 км-ҙа иҫке М2 юлы менән киҫелешә. Бынан Тулаға төп юл ябай ике-өс һыҙаттан дауам итә. Автомагистраль иһә Туланы көнбайыштан урап үтә һәм Р132 Калуга — Тула — Рязань трассаһы менән киҫелешкән ерҙә, Помогалово һәм Жировка тораҡ пункттары янында тамамлана.


Магистраль сиселешенән һуң юл Туланы көнбайыштан урап үтә һәм Р132 трассаһын киҫеп сыға. Шунан трасса Щёкиноны көнбайыштан урап сыға һәм көньяҡ-көнбайышҡа йүнәлә. Тула өлкәһе сигендәге Плавск һәм Чернь тораҡ пункттарын урап сыҡҡан юл юҡ, шуға трасса M2 улар аша үтә.

Артабан трасса Орёл өлкәһе биләмәһендә бара, Мценск ҡала көнсығыштан урап үтә. Административ үҙәккә инер алдынан ДПС посы урынлашҡан, ул ауырлыҡ үлсәү платформаһы менән йыһазландырылған. Артабан юл Орёл ҡалаһын көнсығыштан урап дауам итә. Ҡаланың тирә-яғындағы юлдарҙа яҡында ятҡан ҙур-ҙур заводтар арҡаһында тиҙлек 60 км/сәғәт менән сикләнә. Тросна ауылы янында A142E 391 тармағында Железногорск һәм Калиновка йүнәлешенән юл Киевҡа йүнәлә. Тросна ауылының урау юлы юҡ.

Артабан трасса Курск өлкәһе аша бара. Көнбайыштан Фатеж, Курск Обоянь ҡалаларын урап үтә.

Бынан һуң юл Белгород өлкәһе буйлап дауам итә. Строитель, Белгород ҡалаларын урап үтеп, көньяҡ-көнбайыштан Стрелецкоены уҙғас, М2 юлы Украина сигендә тамамлана.

Трассаның нигеҙендә боронғо Ҡырым тракты ята. Мәскәү — Харьков киҫеме 1840-60 йылдарҙа төҙөлгән булған әле. Юл тулыһынса 1946—50 йылдарҙа реконструкция үткән, уға асфальт-бетон япма һалынған[2]. Мәскәү — Харьков — Симферополь маршруты советосоронда 1980-се йылдар уртаһына тиклем 4-се һанлы була.

1980 йылғы Йәйге Олимпия уйындары алдынан Мәскәүҙә дублёр сифатында тиҙ үтешле юл төҙөргә ҡарар ителә. Олимп уты өлөшләтә шул төҙөлөп бөтмәгән яңы юлдан үтә.

Тула өлкәһе магистарлен реконструкциялау 1980-се йылдарға тиклем бара, һөҙөмтәлә 155 км-ҙа Тула юл тармағына етә.

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң юл ике өлөшкә бүленеп сыға, төрлө юрисдикцияларға ҡарай башлай. Рәсәй өлөшө Мәскәүҙән Украинаға тиклем үҙенең атамаһын һәм номерын ала.

Ҡырым (автомобиль юлы) (Рәсәйҙең Европа өлөшө)
Красная точка
Москва
Красная точка
Тула
Красная точка
Орёл
Красная точка
Курск
Красная точка
Белгород
Красная точка
государственная граница
АЗС операторы Урынлашыуы,
км шоссе
Мәскәү өлкәһе
Роснефть 25
BP 27
ГринЛин 29
Роснефть 34
ТНК 36
Газпромнефть 38
Шелл 41
Роснефть 45
Роснефть 50
Газпромнефть 53
ТНК 66
Шелл 70
Лукойл 82
Газпромнефть 94
Роснефть 105
Тула өлкәһе
Лукойл 142
Шелл 170
Лукойл 182
Лукойл 195
Лукойл 231
Орел өлкәһе
Роснефть 315
Роснефть 329
Роснефть 381
ООО «ГЭС Брянск» 382
Роснефть 433
Курск өлкәһе
Жигунов 457
АНТ-Оил 576
Белгород өлкәһе
Роснефть 622
Роснефть 638
Роснефть 669
Роснефть 680
Роснефть 691
Роснефть 700
  1. Трасса М2 "Крым" на карте. www.rudorogi.ru. Дата обращения: 9 июнь 2017.
  2. Большая Советская Энциклопедия, 3-е изд. Статья «Автомобильная дорога»