Эстәлеккә күсергә

Нагаев Матвей Назарович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Нагаев Матвей Назарович (22 сентябрь 1892 йыл — 28 февраль 1984 йыл) — Башҡортостанда йәшәп ижад иткән рус яҙыусыһы. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.

Матвей Назарович Нагаев 1892 йылдың 22 сентябрендә Пермь губернаһының Осинцево ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бәләкәйҙән байҙарға ялланып эшләй. Беренсе бөтә донъя һуғышында,Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1919 йылда Коммунистар партияһы сафына инә, 1921 йылда шул партияның Көңгөр өйәҙ комитеты ағзаһы итеп һайлана. Матвей Нагаев байтаҡ йылдар Көңгөр өйәҙ ер идаралығы начальнигы булып эшләй. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында ауыл хужалығын коллективлаштырыу эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 1932 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә йәшәргә күсеп килә.Тәүҙә Башжилдорстрой идаралығында инспектор, аҙаҡ Башсоюзпушнинаның кадрҙар бүлеге мөдире булып эшләй. 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Мәләүез районының «Арыҫлан» совхозында, Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылындағы йылҡысылыҡ заводында хужалыҡ, партия вазифалары эштәрен башҡара. М. Нагаев пенсияға сыҡҡас ҡалған ғүмерен әҙәби ижад эшенә арнай. 1984 йылдың февралендә Өфөлә вафат була.

Матвей Нагаев үткән быуаттың 20-се йылдары аҙағында проза өлкәҙендә ижад итә башлай. Уның төп әҫәре — «Урал армыттарында» («На отрогах Урала») романы ауылда барған социаль-иҡтисади үҙгәрештәр хаҡында. Уның «Ике ғүмер» («Две жизни»), «Көслө тулҡындар аша» («Через бурные волны») повестары граждандар һуғышы, колхоздар ойоштороу ваҡиғаларын образлы сағылдыра.

  • Через бурные волны. Две жизни: Повести. Уфа: Башкнигоиздат, 1968. 322 с.
  • На отрогах Урала: Роман. Уфа: Башкнигоиздат, 1978. 384 с.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2017)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2017)
  • Нагаев Матвей Назарович — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2017)