Никитинка (Шишмә районы)
Никитинка | |
Никитинка | |
Рәсми атамаһы | Никитинка |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Шөңгәккүл ауыл Советы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 20 июль 2005 |
Почта индексы | 452140 |
Никитинка (рус. Никитинка) — Башҡортостандың Шишмә районы Шөңгәккүл ауыл Советы составындағы ҡасаба. Татар ауылы Шөңгәккүлдән сыҡҡан урында урынлашҡан тарихи урыҫ ауылы[1]. 2005 йылда Шөңгәккүл ауылы составына индерелә.
Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законында былай тип әйтелә:
ст. 2. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы, исемдәрен һаҡлап, берләштерергә:
8) Шишмә районында:
Шөңгәккүл ауыл Советының Никитинка ҡасабаһын һәм Шөңгәккүл ауылын, берләштерелгән тораҡ пунктына «Шөңгәккүл» атамаһын һаҡлап, ауыл тибындағы тораҡ пуктын булдырырға.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба Оло Өйҙөрәк йылғаһының төньяҡ ярында, уға ҡойған Кесе Өйҙөрәк йылғаһы тамағы янында урынлашҡан. Кесе Өйҙөрәк ҡасаба тирә-йүнендә балығы менән дан тота. Бында суртан, ажау, ҡорман, ҡарабалыҡ, алабуға, ташбаш һәм табан балыҡ бар. Йылға ағымы буйынса үрҙә йылға ярҙары буйында ондатралар, ҡондоҙҙар һәм һыу ҡоштары йәшәй[2].
Алыҫлығы:[3]
- район үҙәгенә (Шишмә) тиклем: 27 км;
- яҡындағы тимер юл станцияһына (Шөңгәккүл) тиклем: 2 км;
- ҡала яны тимер юл бәйләнешенең яҡындағы асыҡ платформаһы «1546 км» — 1 км-ҙан кәм.
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1989 йылда ҡасабала 185 кеше иҫәпләнә (96 ҡатын-ҡыҙ һәм 89 ир-ат). 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны артҡан һәм 202 кеше тәшкил иткән (101 ир-ат һәм 101 ҡатын-ҡыҙ)[4].
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба аша төбәк әһәмиәтендәге «М-5 «Урал» — Шишмә» юлының «80К-011» участкаһы үтә. Участка тулыһынса асфальтланған[5].. Ҡасаба газ үткәргес торбалар менән йыһазландырылған. Берләштерелгән «Шөңгәккүл» ауылында магазиндар, мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл табип амбулаторияһы урынлашҡан[6]. Никитинкала 5 урам булған:
- Урман
- Йәштәр урамы
- Яр буйы урамы
- Шоссе урамы
- Малокольцевой урамы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Чишминский район // Башкирская АССР. административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 г. / Н. Н. Исаев, 3. 3. Харрасов, М. 3. Шаймуратов ; Ф. Ш. Хисматуллин. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1981. — С. 312. — 384 с.
- ↑ Минзиля Хамадеева. Планета Чишмы: река Малый Удряк . Газета Чишимского района РБ"Родник плюс" (5 декабрь 2017). Дата обращения: 24 октябрь 2018. Архивировано 24 Oct 2018 года.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Федеральный территориальный орган Федеральной службы государственной статистики республики Башкортостан. Населённые пункты республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник. / И. Б. Утяшева, Г. Р. Баймухаметова. — Уфа : Башкортостанстат, 2005. — С. 132. — 138 с.
- ↑ КонсультантПлюс. Постановление Правительства РБ от 02.02.2012 N 28 "Об утверждении перечня автомобильных дорог общего пользования регионального и межмуниципального значения" (вместе с "Перечнем автомобильных дорог общего пользования регионального и межмуниципального значения") . wiki.openstreetmap.org 63 4. Правительство РБ (7 сентябрь 2013). Дата обращения: 24 октябрь 2018.
- ↑ Хакимзянова, Фарида. Бывший горожанин Александр Дик обзавёлся личным подворьем в Кузьминке (18.01.2018). 24 октябрь 2018 тикшерелгән.