Никулин Михаил Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Михаил Никулин
Файл:Никулин Михаил Андреевич.jpg
Исеме:

Никулин
Михаил Андреевич

Тыуған көнө:

28.9.1898

Тыуған урыны:

Дон Ғәскәре өлкәһе,Донецк округы, Вёшенская станицаһының Нижне-Максаев утары (хәҙер Ростов өлкәһе Шолохов районы Максаевский утары

Вафат булған көнө:

5.1.1985

Вафат булған урыны:

Дондағы Ростов

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

прозаик

Ижад йылдары:

19321985

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

повесть, хикәйә, очерк

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Дебют:

"Повесть о Хвиное" (1930 йыл)

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Михаи́л Андре́евич Нику́лин (28 сентябрь 18985 ғинуар 1985) — рус совет яҙыусыһы, прозаик, күп әҫәрҙәрҙең , шул иҫәптән ныҡ билдәле «Полая вода» повесының авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дон Ғәскәре өлкәһе Дон округы Вёшенская станицаһының Нижне-Максаев утарында (хәҙер Ростов өлкәһе, Шолохов районы, Максаевский утары) дон казагы ғаиләһендә тыуа.

Вёшенскиҙә ике синыфлы мәктәпте тамамлай, артабан, Усть-Медведицкий реаль училищеһында имтихандар биреп, уҡытыусы булып эшләй.

Граждандар һуғышы башланғас, Никулинды Дон армияһына хәрби хеҙмәткә алалар. Аҡтар еңелгәс, ул Болгарияға эмиграцияға сыға. Тыуған илен ныҡ һағынған Никулин Донға[1] ҡайтыусы иң тәүге казактарҙың береһе була.

1930-сы йылдарҙың башынан Никулин «На подъёме» журналының редакцияһында эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул совет казактары тураһында повестар, хикәйәләр,очерктар яҙа башлай. 1930 йылда «На подъёме» журналында «Повесть о Хвиное» тигән үҙенең тәүге етди әҫәрен сығара башлай. Артабан «Лукашка», «В степи», «Звёздочка» повестарын, «Встречи» (1936) һәм «Степные дороги» (1939) китаптарына ингән хикәйәләрен яҙа.

1935 йылда Никулинды СССР Яҙыусылар союзына[2] ағза итеп ҡабул итәләр.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ростов өлкә сәнғәт эштәре буйынса бүлеге етәксеһенең урынбаҫары булып эшләй.

Һуғыштан һуң Ростиздатта ғына түгел, ә үҙәк «Советский писатель», «Молодая гвардия», «Современник», Детгиз, «Советская Россия» нәшриәттәрендә бик күп повестарын һәм хикәйәләрен баҫтыра. Билдәле тәнҡитсе Михаил Лобанов уларҙы юғары баһалай.

Никулиндың иң күренекле әҫәре - «Полая вода» (1957) повесы. Унда автор Граждандар һуғышы ваҡытындағы һәм 20-се йылдарҙағы дон казактары тормошон һүрәтләй.

1950-се йылдарҙа Никулин «Дон» журналы редакцияһында эшләй.

Ул балалар өсөн бик күп китаптар ижад итә. Ул шулай уҡ болгар яҙыусыһы Б. Априловтың «Приключения Лисёнка» тигән әкиәтен тәржемә итә. М. А. Шолоховтың ижады тураһында «Мои раздумья над Тихим Доном» китабын яҙа. Ул Дон йырҙарын йыйыусы А. М. Листопадов тураһындағы «Погожая осень» китабының авторы.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, 1980-се йылдарҙа Никулин яҙышыуын дауам итә. 1981 йылда уның «А журавли кликали весну!» һәм «Малые огни» тигән ике повесы сыға. Никулиндың «Неумолчно шумят пшеница и тополь» тигән һуңғы повесы «Дон» журналында 1983 йылда баҫылып сыға.

Никулин Дондағы Ростовта 1985 йылдың 5 ғинуарында, 87-се йәшендә, вафат була.

Иҫтәлеген мәңгеләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]