Ниәтшин Тимерйән Әбдрәхим улы
Тимер Ниәтшин | |
Исеме: |
Ниәтшин Тимерйән Әбдрәхим улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре |
Дебют: |
«Һүҙ һорайым», 1989 |
Ниәтшин Тимерйән Әбдрәхим улы (10 июнь 1946 йыл) — башҡорт шағиры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер Ниәтшин 1946 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының хәҙерге Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылында тыуған. Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп интернатында уҡый.
1968 йылда Куйбышев (хәҙерге Һамар) политехник институтын тамамлай, һөнәре буйынса инженер-злектрик.
Хеҙмәт юлын 1969 йылда Ҡарман ГРЭС-ында электрон ҡорамалдарҙы көйләүсе булып башлай. 6 йыл Өфө нефть институтының Стәрлетамаҡ филиалында өлкән уҡытыусы, 12 йыл Кумертауҙағы режимлы "Искра" заводында роботтар көйләү һәм камиллаштырыу менән шөғөлләнә, КБ етәксеһе вазифаһын атҡара. Донья үҙгәргәс коммерсант, маркетолог, журналист та булып өлгөрә. 2000 - 2009 йылдарҙа хеҙмәтте һаҡлау буйынса төбәк ара дәүләт инспекторы булып 2 ҡала һәм 4 районда ошо өлкәне тикшереп хаҡлы ялға сыға.
Шиғриәткә ынтылыш интернатта, әҙәби түңәрәк етәксеһе Сажида Зайлалова ярҙамында асыла ла 35 йылға туҡталып ҡала. Ижадҡа һикһәненсе йылдарҙа ғына ныҡлап тотона. 1989 йылда бер нисә йәш авторға ҡушылып«Һүҙ һорайым» исемле бересе китабы донъя күрә. 1993 йылда Таңһылыу Карамышева менән берлектә "Уянған өмөт" исемле икенсе китабы сыҡҡас яҙыусылар Союзына алына.(1994).
2012 йылда китап нәшриәтендә "Әйтер инем" исемле өсөнсө йыйынтығы донья күрә. Үҙнәшер ысулы менән 2006 "Әрем тәме", 2011 русса-башҡортса "Минең мәлдәрем" (Мои мгновения) китаптарын баҫтыра. Һуңғы йыйынтыҡҡа Күмертау шағиры Виктор Уразбаев тәржемәһендә 100 -ҙән ашыу шиғыр ингән. "Күп милләтле Санкт-Петербург" яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе академик, шағирә Әлмирә Бикҡолова менән ижади аралашыу һөҙөмтәһендә "Дуҫлыҡ осҡондары" исемле йыйынтыҡта, "Невский Альманах" журналында күп кенә әйберҙәре баҫыла. 2008 - се йылда ошо ойошмаға ағза итеп алына. Һуңғы йылдарҙа күренекле замандаштарыбыҙ Зиннур Исхаков, Рафаиль Гибадуллин тураһында русса 2 проза әҫәре яҙа.
Кеше һәм яҙыусы булараҡ Тимерҙе ике үтә яуаплы бурыс алға әйҙәй. көс бирә, илһам өҫтәй. Беренсеһе - быуаттар һынауын еңеп сыҡҡан, Рәсәйҙә һәм Европала дан ҡаҙанған башҡорттоң бөгөнгө боталсыҡ, аяуһыҙ заманда ғорур, лайыҡлы йәшәргә тейешлеге. Икенсеһе - башҡорттоң асылын тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, киләһе быуындарға Аманат итеп тапшырыу.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.