Новочеркасскиҙәге атып үлтереү
Новочеркасскиҙә атып үлтереү | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||
Конфликт яҡтары | |||||||||||||
Новочеркасск электровоздар төҙөү заводы эшселәре, жители Новочеркасска |
МВД СССР, КГБ СССР, Советская Армия | ||||||||||||
Ҡатнашыусылар һаны | |||||||||||||
5000-гә яҡын кеше | сводные части милиции численностью до 200 человек, 50 военнослужащих внутренних войск, 3 БТР, танктар |
Новочеркасскиҙәге атып үлтереү — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында булған тарихи ваҡиғаларҙың исеме. 1962 йылдың 1-2 июнендә Новочеркасск электровоздар заводы эшселәренең һәм ҡала халҡының забастовкаһы арҡаһында килеп тыуған хәл.
Забастовка армия һәм ДХК көстәре менән баҫтырыла. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, демонстрацияны ҡыуғанда 26 кеше атып үлтерелә, 87 кеше йәрәхәтләнә. Забастовка башында торған ете кешене атып үлтереүгә хөкөм итәләр һәм был яза үтәлә, ҡалғандары төрлө ваҡытҡа иркенән мәхрүм ителә. СССР тарҡалғандан һуң барлыҡ хөкөм ителгән кешеләр реабилитациялана (1996)[1]. Репрессияны үткәреү ағзалары — совет партия етәкселеге үлеп ҡалыу сәбәпле хөкөмгә тарттырылмай ҡала.
Сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960-сы йылдарҙа СССР-ҙа ҡатмарлы иҡтисади хәл килеп тыуа. Ил етәкселегенең стратегик хаталары арҡаһында халыҡты аҙыҡ менән тәьмин итеү өҙлөгә[2][3]. 1962 йылдың яҙында һәм көҙөндә икмәк етешмәү сәбәпле СССР Министрҙар Советы рәйесе Н. С. Хрущев беренсе мәртәбә сит илдән иген һатып алырға ҡарар итә[4][Прим. 1].
1962 йылдың май аҙағында (30-ы йәки 31-е көнө) ҡарар ҡабул ителә. Уның буйынса ваҡлап һатыу хаҡтары ит һәм ит ризыҡтары уртаса 30 % — ҡа, май — 25 %-ҡа күтәрелә. Гәзиттәрҙә был хәл тураһында «хеҙмәт кешеләренең үтенесе буйынса эшләнде» тип яҙалар[5]. Шуның менән бер үк ваҡытта электровоздар заводы дирекцияһы эш нормаларын өстән бергә ҙурайта (был эшселәрҙең эш хаҡы түбәнәйеүгә килтерә һәм кешеләрҙең һатып алыу һәләтен байтаҡҡа түбәнәйтә)
1962 йылдың яҙында эшселәр заводтың кузов йыйыу цехында өс көнгә эште туҡтатып тора, ә уратыу-изоляция цехында хәүефһеҙлек техникаһының түбән дәрәжәлә булыуы арҡаһында 200 эшсе ағыулана[6].
1 июнь
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заводта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]10:00. 200- гә яҡын ҡорос ҡойоу цехы эшселәре эш туҡтата һәм эш хаҡтарын күтәреүҙе талап итә. Сәғәт 11-ҙә улар завод идаралығына йүнәлә. Юлда уларға башҡа цехтарҙың эшселәре лә ҡушыла һәм һөҙөмтәлә завод идараһы янында яҡынса 1000 кеше йыйыла.
Тиҙҙән забастовкаға бөтә завод эшселәре ҡушыла. Завод гудогы тауышына ҡаланың башҡа предприятиелары эшселәре һәм яҡын тирәнең халҡы йыйыла. Көндөҙ забастовкала ҡатнашыусыларҙың һаны 5000 кешегә барып етә. Улар Рәсәйҙең көньяғын РСФСР үҙәге менән тоташтырыусы тимер юлды ҡаплай һәм Ростов-на-Дону — Саратов пассажир поезын туҡтата. Туҡтатылған локомотивҡа кемдер: «Хрущёва на мясо!» тип яҙып ҡуйған була. Кискә табан коммунистар һәм ҡайһы бер эшселәр забастовкала ҡатнашыусыларҙы поезды үткәреп ебәрергә, тип өгөтләй, тик машинист халыҡ ҡаплаған юлдан барырға ҡурҡа һәм артта ҡалған станцияға кире китә.
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Импорт продовольствия и сырья для пищевой промышленности продолжался вплоть до распада СССР. Среди прочего, закупалось: кормовая пшеница в Канаде и США, масло и баранина в Новой Зеландии, говядина и китовое мясо в Австралии и др. Для оплаты закупок использовалась валюта, вырученная от экспорта нефти месторождений Сибири, освоенных в начале 60-х гг, в том числе крупнейшего — Самотлорского (Е.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Житель Ростовской области пойдет под суд за убийство полувековой давности - ПОЛИТ.РУ . polit.ru. Дата обращения: 7 июнь 2016.
- ↑ Е.
- ↑ Старохамская К. Что случилось в Новочеркасске? Генерал, который не стрелял . Ежедневный познавательный журнал «ШколаЖизни.ру» (8 декабрь 2007). Дата обращения: 2 июнь 2013.
- ↑ Пихоя Р. Почему Хрущёв потерял власть // Восток : альманах. — окт. 2004. — № 10 (22).
- ↑ Борисёнок Ю. Расстрел рабочих в Новочеркасске // Энциклопедия для детей. История России и её ближайших соседей. Ч. 3. XX век / Гл. ред. М. Д. Аксёнова. — 3-е изд., перераб. и испр. — М.: Аванта+, 1999. — Т. 5. — 704 с. — ISBN 5-8483-0025-9.
- ↑ Андриянов В. Пирожки с пулями // Трибуна : газета. — 20.7.2007. Архивировано из первоисточника 28 апрель 2013.