Эстәлеккә күсергә

Ноғоманов Рәүеф Сәмиғулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
2000—2003 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы булған Ноғоманов Рәүеф Сәмиғулла улы
Ноғоманов Рәүеф Сәмиғулла улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 декабрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре
Биләгән вазифаһы хакимиәт башлығы[d]
Генераль директор Башспирт
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар дуҫлығы ордены

Ноғоманов Рәүеф Сәмиғулла улы (17 декабрь 1956 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 2019 йылдың ғинуарынан 2022 йылдың 18 майынаса «Башспирт» йәмғиәтенең генераль директоры. 2000—2003 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы; 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министрының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021).

Рәүеф Сәмиғулла улы Ноғоманов 1956 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө тепловоздар ремонтлау заводында токарь булып башлай (1974—1975). Индустриаль-педагогия техникумында өс йыл уҡығандан һуң, ике йыл инженер-технолог, мастеры, авария-диспетчер хеҙмәте башлығы, 51-се торлаҡ-эксплуатация идаралығының өлкән мастеры, Өфө ҡалаһы Совет районы торлаҡ хужалығының етештереү тресында 17-се ЖЭУ начальнигы булып эшләй. 1988—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Совет район советы башҡарма комитетының коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире була. Киләһе ике йылда шул уҡ район хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире була. Һуңынан 1996 йылға тиклем — Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. 1996 йылдан 1998 йылға тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы булып эшләй, һуңынан Октябрь районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә (1998—2000). 2000—2003 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы[1]. Артабанғы йылдарҙа Өфө йылылыҡ селтәрҙәре предприятиеһының генераль директоры вазифаһын биләй (2003—2004), «Энергия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары (2004—2007), «БСГС» идара итеү компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры (2007—2009), «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры(2010—2012). 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә[2]. 2018 йылдан 2022 йылға тиклем — «Башспирт» генераль директоры[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡтар дуҫлығы ордены[9].

Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә.