Нураев Хәмит Садиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нураев Хәмит Садиҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 май 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (97 йәш)
Тыуған урыны Хәйбулла районы
Аҡъяр, Хәйбулла районы
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены

Нураев Хәмит Садиҡ улы (рус. Нураев Хамит Садикович; 9 май 1926 йыл2005 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се (1945)[1] һәм 2-се дәрәжә (1985)[2] Ватан һуғышы ордены кавалеры. Хәйбулла районының почётлы гражданы[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәмит Садиҡ улы Нураев 1926 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы) Аҡъяр ауылында тыуған.

Хеҙмәт юлын 15 йәшендә, 1941 йылда, башлаған — Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылында уҡ ауылындағы Сталин исемендәге колхозда иҫәпсе була.

1943 йылдың ноябрендә 17 йәшлек егет армияға алына һәм Чкалов өлкәһендәге Павловка хәрби лагерының уҡыу батальонына ебәрелә.

Тәүге яуға 1944 йылдың йәйендә инә. Ул Псков өлкәһенең көньяғында Идрица ҡалаһы өсөн барған һуғыш була. Артабан 2-се Балтик буйы фронтында Латвияны азат итеү өсөн яуҙарҙа ҡатнаша. Бында тәүге тапҡыр яралана, әммә сафта ҡала. Рига янындағы бер алышта иһә ул ҡаты яралана. Госпиталдәрҙә оҙайлы дауалау һөҙөмтәһендә ғүмерен һаҡлап ҡала алалар, әммә егеттең аяғын ҡырҡырға тура килә. Ун һигеҙ йәшлек егет инвалид булып ҡала һәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта[4].

Һуғыштан ҡайтҡас, Хәмит Садиҡ улы 1945—1965 йылдарҙа Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты финанс бүлегенең яуаплы хеҙмәткәре булып эшләй.

1965 йылдан район ҡулланыусылар йәмғиәте инструкторы, 1968 йылдан райпо идараһы рәйесенең кадрҙар буйынса урынбаҫары вазифаларында хеҙмәт итә. 1985 йылда ошо вазифаһынан хаҡлы ялға сыға.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[5]
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[6]
  • Миҙалдар һәм Почет грамоталары[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]