Нуриев Ғабдул Ғәҙелша улы
Нуриев Ғабдул Ғәҙелша улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Иҫке Мәңгәр ауылы, Арский район, Татар АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө |
16 февраль 2004 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Наградалары һәм премиялары | |
Нуриев Ғабдул Ғәҙелша улы (6 февраль 1922 йыл — 16 февраль 2004 йыл, Ҡазан) ― ғалим-табип, дерматовенеролог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1982), профессор (1983), Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1989)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғабдул Ғәҙелшә улы Нуриев 1922 йылдың 6 февралендә Татар АССР-ының Ар кантоны Иҫке Мәңгәр ауылында тыуған.
1940 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың йәйендә Ҡыҙыл Армияға мобилизациялана. 3-сө Украин һәм 4-се Украин фронтында һуғыша, ҡаты яралана. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә[2]. 1945 йылда демобилизацияланып, тыуған яғына ҡайта һәм медицина институтында уҡыуын дауам итә. Уны 1950 йылда тамамлай.
1954 йылдан алып 1957 йылға тиклем Республика клиник дауаханаһында тире-венерология бүлеге мөдире булып эшләй. 1957 йылда Республика тире-венерология диспансерының баш табип урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1961 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтының дерматовенерология кафедраһы мөдире була.
1967 йылда кандидатлыҡ, 1982 ― докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай[2]. 1983 йылда профессор итеп һайлана. 1989 йылда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Нуриев Ғабдул Ғәҙелша улы «Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы» почетлы исеменә лайыҡ була. Шул уҡ йылда Татарстан дерматовенерологтарының ғилми йәмғиәте рәйесе итеп һайлана. 1990 йылда профессор-консультант булып китә.
Тире ауырыуҙары патогенезында микроблы аллергия һәм аутоаллергия проблемалары буйынса 100-ҙән ашыу хеҙмәт авторы. Стрептококка һәм стафилококкҡа аллергияһы булған хроник дерматоз менән ауырығандарҙы үҙенсәлекле гипосенсибилизациялау терапияһының яңы методикаһын эшләй[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[3]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Миҙалдар
- Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1989)[1]
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Роль аллергических и аутоаллергических факторов в патогенезе микробной экземы // Вестник дерматологии и венерологии. 1971. № 11.
- Случай гипертрофического твердого шанкра // Вестник дерматологии и венерологии. 1980. № 9.
- Специфическая гиперсенсибилизирующая терапия больных дерматозами растворимыми бактериальными аллергенами // Вестник дерматологии и венерологии. 1987. № 7.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Павлухин Я. Г. История медицины Татарстана в лицах. Казань, 1997.
- Профессор Габдул Гадельшевич Нуреев // Казанский медицинский журнал. 2002. № 1.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Нуреев Габдул Гадельшевич
- ↑ 2,0 2,1 2,2 ПРОФЕССОР ГАБДУЛ ГАДЕЛЬШЕВИЧ НУРЕЕВ 2022 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ Награда Габдулы Нуреева
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 6 февралдә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Арса районында тыуғандар
- 16 февралдә вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Ҡазанда вафат булғандар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Рәсәй табиптары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡазан дәүләт медицина университетын тамамлаусылар