Эстәлеккә күсергә

Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нурия Камалетдиновна Муллакаева
Тыуған көнө

15 июль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Яңы Сибай ауылы

Вафат булған көнө

4 ноябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (69 йәш)

Вафат булған урыны

Сибай ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1966
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1970

Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы (15 июль 1931 йыл4 ноябрь 2000 йыл) — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты Сибай тау-байыҡтырыу фабрикаһының флотаторҙар бригадаһы етәксеһе (1968—1982). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).

  • Нурия Камалетдин ҡыҙы Муллаҡаева БАССР-ҙың Баймаҡ районы Яңы Сибай ауылында — хәҙерге Сибай ҡалаһында — 1931 йылдың 15 июлендә тыуған.
  • 1954—1982 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай тау-байыҡтырыу фабрикаһында эшләй, шунда данлыҡлы металлургтарҙың береһе булып таныла. Флотатор була, 37 йәшендә флотаторҙар бригадаһына етәкселек итә.
  • 2000 йылдың 4 ноябрендә Сибайҙа вафат була.

Н. К. Муллаҡаева бригадаһы мәғдәндән баҡыр, цинк, көкөрт айырыуҙа һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшә. Ҡайһы металдың мәғдәндән күпме сығасағы фәнни асыҡланып, технологик норма аныҡ билдәләнһә лә, Нурия Муллаҡаева бының менән генә сикләнмәй, һәр тонна мәғдәндән күберәк файҙа алырға тырыша.

Унан һуң, үҙ уңышы менән генә ҡәнәғәтләнмәй, артта ҡалған секцияға эшкә күсә. Ярты йыл да үтмәй, был секция ла алдынғылар сафына баҫа.

Тырыш хеҙмәте өсөн уңған таусы 1970 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1976 йылда уға Ленин ордены тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Башҡорт АССР-ының 8-се һәм 9-сы саҡырылыш Юғары Советының депутаты була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.