Нәзиров Марис Нәзиф улы
Нәзиров Марис Нәзиф улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 4 август 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Нәзиров Марис Нәзиф улы (4 август 1949 йыл — 3 февраль 2013 йыл) — журналист һәм шағир. СССР Журналистар союзы (1970) һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һəм киң мəғлүмəт хеҙмәткәре (2004).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марис Нәзиф улы Нәзиров 1949 йылдың 4 авгусында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Ҡара Көсөк ауылында (хəҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Үрнəк ауылы) тыуған.
1972 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлаған. 1967 йылдан алып республика киң мəғлүмəт сараларында: 1973—1993 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гəзитендә, 1995—1999 йылдарҙа «Толпар» журналында (яуаплы секретарь, 1997 йылдан алып баш мөхəррир урынбаҫары), 1967—1968 йылдарҙа һəм 2002 йылдан алып (баш мөхəррир) «Игенче» гəзитендә, бер үк ваҡытта 2002 йылда — «Саҡмағош сатҡылары» гəзитендә (баш мөхəррир) һəм 2004—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының «„Саҡмағош мəғлүмəт үҙəге“ редакция‑нəшриəт комплексы» ДУП‑ында (директор) булып эшлəй.
2012 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһында татар əҙəбиəте мəсьəлəлəре буйынса рəйес урынбаҫары, татар телле яҙыусылар берекмəһенең етəксеһе. «Саҡматаш» исемле тəүге китабы 1982 йылда сыға. «Йəнə уттарға керəм» (1994), «Бəрəкəтле ерем — Саҡмағошом» (2000), «Йылдар ҡары» (2002; бөтəһе лə — татар телендə) шиғри йыйынтыҡтары авторы. Əҫəрҙəре сыуаш, төрөк, рус, инглиз, немец телдəренə тəржемə ителгəн. Марис Нәзиф улы шиғырҙарына Н. Ə. Дауытов, Р. М. Хəсəнов һәм башҡа композиторҙар йырҙар ижад иткəн.
Марис Нәзиров 2013 йылдың 3 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була. Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында ерлəнгəн.
Төп баҫма китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йолдызлар табын кора: шиғырҙар. — Өфө: Ижад, 1992. — 130 б.
- Янә утларга керәм: шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1994. — 144 б.
- Еллар кары: шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2002. — 320 б.
- Айгөл чебеш үстерә: шиғырҙар. — Саҡмағош: Саҡмағош мәғлүмәт үҙәге, 2005. —426.
- Багышлаулар: шиғырҙар. — Саҡмағош: Саҡмағош мәғлүмәт үҙәге, 2007. — 3406.
- Саҡматаш: шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1982. — 32 б. (Башҡорт телендә.)
- Мәңгелек осош: шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1986. — 30 б. (Башҡорт телендә.)
Ижады тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әмиров Р. «Беренче карлыгач» // Аргамак. — 1994. — № 10.
- Фазлыев Р. Шагыйрь күңеле // Тулпар (Өфө). — 1995. — № 1.
- Вәсилева Л. Шагыйрь дөньясына сәяхәт // Өмет (Өфө). — 1998. — 21 февр.
- Әмиров Р. Иңнәрендә канат барда // Заман-Башкортстан (Өфө). — 2000. — 20 май.
- Сафуанов С. һ.б. Марие Нәзиров шигърияте // Мәгърифәт (Өфө). — 2000. — 124 б.
- Мөлеков М. Утларга керә күңел // Аргамак. — 2000. — № 3.
- Кыдашева 3. Йөзмә милли республика // Татарстан яшьләре. — 2000. — 15 июль.
- Низамиев Р. Ут күршеләр — уртлы күршеләр // Идел. — 2002. — № 1. — 79-81 б.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәзиров Марис Нәзиф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
- https://kulturarb.ru/ba/news/arkhiv-novostej/h-%D3%99hm%D3%99tov-isemend%D3%99ge-bash%D2%A1ort-d%D3%99%D2%AFl%D3%99t-filarmoniya%D2%BBynda-muzykant-r%D3%99zh%D3%99p-v%D3%99d%D2%AFtovty%D2%A3-yubilej-kis%D3%99%D2%BBe
- http://adiplar.belem.ru/maris.htm 2017 йыл 8 октябрь архивланған.
- 4 августа тыуғандар
- 1949 йылда тыуғандар
- Саҡмағош районында тыуғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- СССР Журналистар союзы ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре