Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһы
Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1919 һәм 1918[1] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Алмаштырылған | Военно-воздушная академия имени профессора Н. Е. Жуковского и Ю. А. Гагарина[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | vvia.mil.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы уҡытыусылары |
Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһы Викимилектә |
Профессор Н.. Е. Жуковский исемендәге Октябрь Революцияһы һәм Ленин ордендары, Ҡыҙыл Байраҡ Хәрби-һауа инженер академияһы — 2011 йылдың авгусына тиклем Хәрби-һауа көстәренә инженерҙар әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләүсе юғары хәрби уҡыу йорто.
Донъяла һауала осоу өлкәһендә иң боронғо һәм эре фәнни мәктәп[2]. Совет һәм Рәсәй осоусы-космонавттары — ошо юғары уҡыу йортон тамамлаусылар. Авиация техникаһы мәсьәләләрен эшкәртеү, уны файҙаланыу һәм хәрби ҡулланыу буйынса ғилми үҙәк.1920 йылдың 23 ноябрендә ойошторола. Академия юғары һөнәри белемле белгестәр — инженерҙар, инженерҙар-тикшеренеүселәр әҙерләү менән шөғөлләнгән:
Академия начальниктары[3]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылда база әҙерлек факультеты бөтөрөлә, осоу аппараттары һәм авиация ҡоралдары факультеттары, шулай уҡ авиация ҡорамалдары һәм авиация радиоэлектроника ҡорамалдары факультеттары берләштерелә. 2010 йылда инженер авиация тәьминәте факультеты барлыҡҡа килә.
Мәскәү авиатехникумы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Н. Е. Жуковский исемендәге Һауа флоты академияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Профессор Н. Е. Жуковский башланғысы менән 1919 йылда Мәскәү авиатехникумы ойошторола, унан данлыҡлы хәрби-уҡыу йорто үҙ тарихын алып бара. Тәүҙә дәрестәр Вознесенская урамында (Радио урамы) үткәрелә, ә 1920 йылдың майында авиатехникумға Мәскәү үҙәгендәге Малый Козловский тыҡрығында урынлашҡан элекке һөнәрселек училищеһының бинаһы бирелә, әммә аэродромдан бик алыҫ.
Ҡыҙыл Һауа флоты инженерҙары институты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдың 26 сентябрендә Республика Хәрби советы 1946-се бойороҡ сығара, унда Мәскәү авиатехникумын Н. Е. Жуковский исемендәге Ҡыҙыл Һауа Флоты Инженерҙар институты итеп үҙгәртеп ҡорорға ҡарар ителә. Институт тураһында Положениены Реввоенсовет 1920 йылдың 23 ноябрендә раҫлай.
Филиалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1922 йылдың 9 сентябрендә Республика Хәрби советының институтҡа яңы штат индереү менән бергә уның исемен үҙгәртеү тураһында ҡарар сығара: Н. Е. Жуковский исемендәге Һауа Флоты академияһы.
Йәй 1923 йылдың йәйендә академия Петров һарайына һәм Ходынка аэродромы эргәһендәге Скалкиндың элекке ресторан бинаһына күсенә.
РККА-ның Хәрби-һауа академияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1925 йылдың 17 апрелендә Академия РККА-ның профессор Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһында тип үҙгәртелә. Тәүге йылдарҙа академияла ике факультет була: инженер һәм Һауа флоты хеҙмәте. 1927 йылдың 29 ғинуарында команда факультетының тәүге сығарылышы була.
30-сы йылдарҙа ике факультетҡа тағы дүрт факультет өҫтәлә: авиация ҡоралы (1934), оператив (1935, ҡабаттан 1939), ситтән тороп уҡытыу (1937), штурман (1938).
1940 йылға тиклем академия илдең Хәрби-һауа көстәре, киң профилле инженерҙар өсөн командирҙар әҙерләгән берҙән-бер юғары хәрби-уҡыу йорто булып ҡала. Уны тамамлаусылар авиачастарҙы һәм берләшмәләрҙе, инженер-авиация хеҙмәтен, конструкторҙар бюроларын, авиазаводтарҙы, ғилми-тикшеренеү учреждениеларын етәкләй.
Ҡыҙыл Армия Ҡораллы Көстәренең команда һәм штурман составының хәрби академияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1940 йылдың мартында команда, штурман, оператив факультеттары һәм етәксе составты камиллаштырыу курстарында Ҡыҙыл Армияның Хәрби-һауа академияһы булдырыла (һуңыраҡ Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы). Бынан академия Хәрби-һауа көстәре өсөн тик инженер-техник составын әҙерләй.
Һуғыш башланыу менән осоу, штурман һәм техник составты яңы хәрби техникаға күсереү өсөн академия ҡарамағында уҡыу үҙәге асыла, тәүге һуғыш айҙарында 5 меңдән ашыу кеше уҡытыла.
1941 йылдың июленән 1943 йылдың июненә тиклем академия Свердловск ҡалаһында урынлаша. Бөйөк ватан һуғышы йылдарынд ғалимдар самолеттарҙың хәрби ҡулланыуҙың ышаныслылығын һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу, уларҙың осоу-техник характеристикаларын яҡшыртыу, уҡсы-пушка ҡоралының һәм авиация боеприпастарының рациональ конструкцияларын нигеҙләү менән шөғөлләнә. Реактив двигателдәрҙе һәм самолёттарға аэродинамик компоновкалар эшләү менән бәйле мөһим тикшеренеүҙәр үткәрелә, шулай уҡ аэродинамик расчёт нигеҙҙәре төҙөлә һәм юғары тиҙлекле самолеттарҙы проектлауға нигеҙ һалына. Һуғыш йылдарында бөтәһе 672 ғилми-тикшеренеү эше башҡарыла.
Хәрби-һауа инженер академияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1946 йылдың 6 авгусында академия профессор Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһында тип үҙгәртелә. СССР Оборона министрлығына ярашлы 6 августа радиотехник факультетты булдырыу башлана. Академияның осоу-эксперименталь бүлеге булдырыла. Реактив идара итеүсеҡоралдар, пилотаж-навигация комплекстары һәм идара итеүсе авиация ракеталары, нурлы энергия кафедралары булдырыла.
Хәрби авиация техник университеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылда хәрби белем биреү өлкәһендә сираттағы үҙгәртеп ҡороу ваҡытында академия хәрби авиация техник университеты тип үҙгәртелә (ВАТУ)[4].
Петр һарайы Мәскәү мэрияһына тапшырыла[5], ә академия штабы Планетный урамы, 3 йорт адресы буйынса урынлаша.
Хәрби-һауа инженер академияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылда Хәрби-һауа инженер академияһына[6] профессор Н. Е. Жуковский исеме ҡабаттан ҡайтарыла[7].
Профессор Н. Е. Жуковский һәм Ю. А. Гагарин исемендәге хәрби-һауа академияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылда академия составына филиал булараҡ авиация маршалы В. А. Судец исемендәге Ставрополь юғары авиация инженер училищеһы индерелә. 2004 йылдың 31 декабренән училище йәнә үҙ аллы статусҡа һәм "Авиация маршалы В. А. Судец исемендәге Ставрополь юғары хәрби авиация инженер училищеһы (хәрби институт) " исеменә ҡайтарыла.
Рәсәй федерацияһы хөкүмәтенең 2008 йылдың 7 мартындағы 283-р Ҡарары менән[8] 2008 йылдың 1 сентябренән Оборона министрлығы ҡарамағындағы хәрби белем биреү федераль дәүләт юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы «Профессор Н. Е. Жуковский һәм Ю. А. Гагарин исемендәге хәрби-һауа академияһы» булдырыла. академия Мәскәү эргәһендәге Монино ҡалаһында урынлаша.
Хәрби-һауа көстәренең уҡытыу-ғилми үҙәге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың ноябренән «Профессор Н. Е. Жуковский һәм Юрий Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы» Хәрби-һауа көстәренең уҡытыу-ғилми үҙәге Монино һәм Мәскәү ҡалаларында урынлаша. Уҡытыусыларҙың яртыһынан ашыуы ҡыҫҡартыла.
2009 йылда тыңлаусылар йыйылмай.
2011 йылда академияның исеме Хәрби авиация инженер университетына (Воронеж) бирелә
Фәнни эшмәкәрлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө көндә академияны тамамлаусылар тарафынан йыл һайын «Профессор Н. Е. Жуковский иҫтәлегенә арналған авиация буйынса ғилми уҡыуҙар» исемле Бөтә Рәсәй ғилми-техник конференция уҙғарыла[9].
Профессор Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһының тарихи һәм фәнни мираҫын һаҡлап ҡалыу маҡсатында академияны тамамлаусылар һәм хеҙмәткәрҙәр ассоциацияһы ойошторолған[10]. Уның майҙанында социаль, мәҙәни, фәнни һәм башҡа йәмәғәт өсөн файҙалы маҡсаттарҙа төрлө проекттар буйынса эштәр ойошторола.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1922—1923 — Вегенер Александр Николаевич
- 1924—1925 — Соллогуб Николай Владимирович
- 1925—1927 — Лазаревич Владимир Саламанович
- 1927—1933 — Хорьков Сергей Григорьевич
- 1934—1936 — Тодорский Александр Иванович
- 1936—1940 — Померанцев Зиновий Максимович
- 1940—1941 — Соколов-Соколёнок Николай Александрович
- 1941—1942 — Хадеев Степан Петрович
- 1942—1947 — Соколов-Соколёнок Николай Александрович
- 1947—1969 — Волков Владимир Иванович
- 1969—1973 — Федяев Николай Максимович
- 1973—1986 — Филиппов Василий Васильевич
- 1986—1992 — Кремлёв Виталий Яковлевич
- 1992—2002 — Ковалёнок Владимир Васильевич
- 2002—2009 — Максимов Анатолий Николаевич
Вуз булдырылғандан алып 865 уҡыусы Советтар Союзы Геройы, 61 кеше — ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, ә авиация маршалы Иван Никитич Кожедубға был исем өс тапҡыр бирелә, 89 кеше Ленин һәм Дәүләт премиялары лауреаттары була[2].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (1933 йыл)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945 йыл)
- Октябрь Революцияһы ордены (1970 йыл)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (Венгрия, 1985 йыл)
- Жуков ордены (2020 йыл)
Тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Академияны тамамлаусылар араһында — летчик-космонавттар Юрий Гагарин, Герман Титов, Валентина Терешкова, , Владимир Комаров һәм башҡалар..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
- ↑ 2,0 2,1 Слушатели и курсанты ВВС единым строем пройдут по Красной площади . РИА Новости. Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.
- ↑ Военно-воздушная инженерная орденов Ленина и Октябрьской Революции Краснознамённая академия имени профессора Н. Е. Жуковского 2011 йыл 27 ноябрь архивланған.
- ↑ Постановление Правительства России от 29 августа 1998 года N 1009 «О военных образовательных учреждениях профессионального образования Министерства обороны Российской Федерации» (с … 2008 йыл 30 октябрь архивланған.
- ↑ Культура-Портал — актуальная информация о значительных событиях в культурной жизни России и мира 2019 йыл 16 ноябрь архивланған.
- ↑ Интернет-портал Правительства России 2014 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Интернет-портал Правительства России(недоступная ссылка)
- ↑ Интернет-портал Правительства России 2014 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Всероссийская научно-техническая конференция «Научные чтения по авиации, посвящённые памяти профессора Н. Е. Жуковского»
- ↑ Ассоциация выпускников и сотрудников ВВИА имени профессора Н. Е. Жуковского
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 50 лет Военно-воздушной инженерной ордена Ленина Краснознамённой академии имени профессора Н. Е. Жуковского: 1920—1970 (Исторический очерк) / ред. ком. Н. М. Федяев и др.; сост. В. С. Чулков и др. — М.: ВВИА им. Жуковского, 1970. — 340 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Раздел ВВИА на сайте Минобороны России.
- Ассоциация выпускников и сотрудников ВВИА имени профессора Н. Е. Жуковского
- Всероссийская научно-техническая конференция «Научные чтения по авиации, посвящённые памяти профессора Н. Е. Жуковского»
- Сайт, посвящённый ВВИА имени профессора Н. Е. Жуковского и её выпускникам.
- Сообщество ВВИА в «Живом журнале».
- Форум выпускников академии.
- Сайт выпускников академии 1 факультет 2004 г.в.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- СССР юғары хәрби уҡыу йорттары
- Алфавит буйынса институттар
- Ленин ордены менән наградланған ойошмалар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған ойошмалар
- Октябрь Революцияһы ордены менән наградланған ойошмалар
- Мәскәү академиялары
- Мәскәү хәрби юғары уҡыу йорттары
- Рәсәй хәрби юғары уҡыу йорттары
- Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһы