Эстәлеккә күсергә

Олуғбәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Олуғбәк
фарс. الغ‌بیگ
ғәр. ميرزا محمد طارق بن شاه رخ وش
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Тыуған ваҡыттағы исеме фарс. میرزا محمد طارق بن شاه رخ[2]
Титул Бей
Тыуған көнө 22 март 1394
Тыуған урыны Сольтание[d], Зенджан[d], Иран
Вафат булған көнө 27 октябрь 1449[3] (55 йәш)
Вафат булған урыны Сәмәрҡәнд, Тимуридтар дәүләте[d]
Үлем төрө һомицид[d]
Ерләнгән урыны Гур Эмир[d]
Атаһы Шахрух[d]
Әсәһе Гаухаршад бегим[d]
Бер туғандары Ибрагим-Султан[d][4], Байсонкур[d], Мухаммад Джуки-Мирза[d], Soyurghatmish ibn Shahrukh[d] һәм Soyurghatmish ibn Shahrukh[d]
Балалары Абд ал Латиф[d], Рабия Султан-бегим[d] һәм Абд ал-Азиз[d]
Нәҫеле Тимериҙәр
Һөнәр төрө астроном, математик, каллиграф, астролог
Биләгән вазифаһы монарх[d]
Уҡыусылар Али аль-Кушчи[d][3]
Кемдә уҡыған Кази-заде ар-Руми[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Олуғбәк Викимилектә

Мырҙа Олуғбәк (тулы исеме Мөхәммәд Тарағай ибн Шаһрух ибн Тимур Олуғбәк Гүргән, фарс. میرزا محمد طارق بن شاهرخ; (22 март 1394 йыл, Солтаниә — 27 октябрь 1449 йыл, Сәмәрҡәнд) — Урта Азия[5][6][7] дәүләт эшмәкәре, төрки Тимуриҙар державаһы хакимы, Шаһрух улы, Аҡһаҡ Тимер ейәне. Атаҡлы математик, астроном, мәғрифәтсе һәм шағир, үҙ заманы өсөн күренекле ғалим, шулай уҡ тарих һәм шиғриәт менән ҡыҙыҡһынған. Урта быуаттың мөһим бер обсерваторияһын булдырған.

«Гуркән» (фарс. گوركانى, Gurkān) титулы — монгол теленән инеп (күрүгэн йәки хүргэн) фарсылашҡан вариант: «кейәү», «хан кейәүе» тигәнде аңлата. Гуркән титулын беренсе булып Аҡһаҡ Тимер ала, ул Сыңғыҙ хан затынан ҡыҙға өйләнә[8]. Тимуриҙар династияһы ир-аты ҡағиҙә булараҡ Сыңғыҙ затынан ҡыҙ алған һәм шул рәүешле Гуркәни титулына эйә булған.

Совет энциклопедияларында Олуғбәк Урта Азия[9] йәки үзбәк эшмәкәре тип телгә алына[10][11], Британника шулай уҡ Олуғбәктең олатаһы Тимер барлас ҡәбиләһенән тип яҙған[12]. Бобынин В.В Олуғбәкте татар кенәзе тип яҙа[13][14].

Почта маркаһы, СССР, 1987 йыл. «Үзбәк астрономы һәм математигы Олуғбәк» тип яҙылған.

1394 йылдың 22 мартында Солтаниә ҡалаһында, олатаһы Аҡһаҡ Тимер биш йыллыҡ яуҙа йөрөгәндә тыуған. Атаһы Тимерҙең кесе улы Шаһрух булған (1377—1447).Әсәһе Гәүһәршад бегим (бикә), төркиҙәрҙән[15] ҡышлыҡ ырыуы Ғиясиддин Тархан ҡыҙы. Мирзо Олуғбәктең ысын исеме Мөхәммәд Тарағай булған. Аҡһаҡ Тимерҙең атаһының исеме хөрмәтенә шулай атағандар. Әммә ул Олуғбәк исеме менән танылған (Олуғ, йәғни, бөйөк бәк). Олуғбәктең тәрбиәсеһе шағир һәм ғалим Ариф Азари булған.

1405 йылда Аҡһаҡ Тимер үлә, уның ейәне Хәлил Солтандың власы бөтөүгә дусар була (1405—1409), Тимерҙең кесе улы Шаһрух Сәмәрҡәндтәге тәхеттән баш тарта, һәм унда улы Олуғбәкте ултырта. Олуғбәк 1409 йылда Мәүераннаһр хакимы тип иғлан ителә (баш ҡалаһы Сәмәрҡәнд). 1411 йылда хакимиәт үҙаллыға әйләнә.

Олуғбәктең өс ҡатыны билдәле: Сыңғыҙ затынан Аҡ-Солтан Ханикә, икенсеһенең Хәлил Солтан ҡыҙы булғаны ғына билдәле, Өгә бегим — Тимер ейәне Мөхәммәд Солтан ҡыҙы. Һуңғыһы 1394 йыл тирәһендә тыуған, 1419 йылда үлгән, Гүр Әмир төрбәһендә ерләнгән булыуы ихтимал.

Олуғбәктең баш һөйәгенән билдәле совет антропологы һәм скульпторы Михаил Михайлович Герасимов уның йөҙөн тергеҙгән. Олуғбәктең йөҙө европеоид булыуға ҡарағанда олатаһыныҡы кеүек үк күберәк монголоид һыҙатлы.

Сәйәси һәм фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Олуғбәктең үҙе тере сағындағы берҙән-бер рәсеме: Аҡ-Солтан Ханикә һәм Хөси-Нигәр Ханикә; Олуғбәк янында 3 әмире (генералы), өҫкө уң мөйөштә — ыласынсылары. Ҡоралдарына ҡарағанда, Олуғбәк һунарға әҙерләнгән. Сатыр өҫтөндә яҙма: «Бөйөк солтан Олуғбәк Гургән, уның батшалығына фатиха». Миниатюраны билдәһеҙ һарай рәссамы төшөргән. 1425—1450 йылдар. Фрир рәсем сәнғәте галереяһы, Вашингтон.

Олуғбәк бала сағында Әт-Туси обсерваторияһыг күреп, ныҡ тәьҫирләнә һәм астрономия менән ҡыҙыҡһына башлай. 1410—1420 йылдарҙа Олуғбәк Сәмәрҡәндтә мәҙрәсә төҙөтә, шунда Ислам донъяһының иң көслө астроном, математик ғалимдарын саҡырып килтерә. Бохара менән Гиждуванда йәнә ике мәҙрәсә төҙөй. Порталдарҙа Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең белемгә өндәгән һүҙҙәре яҙылған, ул бөгөнгәсә һаҡланған.

Олуғбәке осоронда Сәмәрҡәнд урта быуат донъя фән үҙәгенә әйләнә. XV быуаттың тәүге яртыһында Олуғбәк эргәһендә фәнни мәктәп барлыҡҡа килә, күренекле астрономдар һәм математиктар — Ғиясиддина Жәмшид Ҡаши, Ҡазизадә Руми, әл-Ҡушчи бергә эшләйҙәр. Сәмәрҡәндтә шул ваҡытта тарихсы Хафизи Абру, атаҡлы табип Мавлоно Нафис, шағирҙар Сиражиддин Сәмәрҡәнди, Саҡҡаки, Лутфи, Бадахши һәм башҡалар йәшәй.

Олуғбәктең иң мауыҡҡаны астрономия була. 1428 йылда ул диуар квадранты булған обсерватория төҙөтә, уның донъяла тиңе булмай. 1437 йылда Гургән зидж — йондоҙло күк йөҙө каталогы донъя күрә, унда 1018 йондоҙ һүрәтләнгән була. Шунда уҡ сидерик осор — йондоҙ йылы: 365 көн, 6 сәғәт, 10 минут, 8 секунд (тайпылыш + 58 секунд) һәм Ер үҙәге ауышлығы: 23,52 градус (иң теүәл үлсәм) билдәләнә.

Олуғбәктең утыҙ йыллыҡ хеҙмәте емеше — уның иң төп ҡаҙанышы: «Зиджи джадиди Гурагани» йәки «Яңы Гургән астрономик таблицалары». Автор уны 1444 йылда тамамлай. Тиҙҙән астрономик белешмә латин теленә тәржемә ителә һәм барлыҡ Европа обсерваторияларында ҡулланыла башлай[16]. Ул шул тиклем теүәл була, XVII быуатта ғына Тихо Брагала теүәлерәк каталог булдыралар.

Олуғбәк фән һәм сәнғәттәрҙең йомарт меценаты була. Астрономия менән географиянан башҡа ул шиғриәт һәм тарих менән дә мауыға. «Дүрт улус тарихы» (Тарих-и-улус-и-арба’а) авторы Олуғбәк үҙе булған[17].

1428 йылда ул мөһим аҡса реформаһы үткәрә, илдә иҡтисад яҡшыра.

Олуғбәктең бер нисә улы һәм ҡыҙы була.Ҡыҙы Рабия Солтан-бегим Үзбәк ханлығы хакимы Әбү-л-хәйергә кейәүгә бирелә (1412—1468).

Шаһрух 1447 йылда үлеп ҡалғас, илдә үҙ-ара боларыштар башлана.

Хөрәсән яуында еңелгәндән һуң 1447 йылда Олуғбәк менән оло улы Әбд әл Латиф араһында низағ килеп сыға, хатта һуғыш башлана. Олуғбәк еңелә. Күп тә үтмәй Олуғбәк хыянатсыл рәүештә үлтерелә.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #101926820 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Record #66844656 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  3. 3,0 3,1 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  4. Encyclopædia Iranica (ингл.) / N. Sims-Williams, A. Ashraf, H. Borjian, M. AshtianyUSA: Columbia University, 1982. — ISSN 2330-4804
  5. «Улуг-бег (Улугбек) Мухаммед Тагай (1394—1449) — среднеазиатский гос. деятель, просветитель, астроном, математик и поэт. Внук Тимура. С 1409 г. — правитель Самарканда.» — Самойлович А. Н. Избранные труды о Крыме. — Симферополь: Доля, 2000. — С. 220
  6. «Улугбек, средне-азиатский правитель и астроном (1394—1449), сын шаха Шахруха.» — Очерки истории распространения исламской цивилизации. — М.: РОССПЭН, 2002. — С. 627
  7. «Улугбек Мухаммед Тарагай (23.03.1394, ок г. Султанин — 27.10.1449) великий ср. азиат. астроном, математик. Внук Тимура. В 1409—40 — правил Самаркандом, владел обширными землями на терр. Ср. Азии и Казахстана.» — Улугбек Мухаммед Тарагай // Казахская ССР: 4-томная краткая энциклопедия. Т. 3. / Гл. ред. М. К. Козыбаев. — Алма-Ата: Главная редакция Казахской советской энциклопедии, 1989. — С. 490
  8. ИБН АРАБШАХ. ЧУДЕСА СУДЬБЫ ИСТОРИИ ТЕМУРА
  9. Улугбек // Советский энциклопедический словарь. — 2-е изд.. — М.: Советская энциклопедия, 1982. — 1600 с.
  10. «Узбекский астроном и математик.» — Улугбек // Ульяновск — Франкфорт. — М. : Советская энциклопедия, 1977. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 27).
  11. «узбекский астроном и математик» — Мухаммед Тарагай Улугбек // Кругосвет
  12. «Timur was a member of the Turkicized Barlas tribe, a Mongol subgroup that had settled in Transoxania (now roughly corresponding to Uzbekistan) after taking part in Genghis Khan’s son Chagatai’s campaigns in that region.» — Timur // Encyclopædia Britannica, 2007
  13. «Улуг Бег (Мохаммед ибн Шахрух) — татарский астроном (1393—1449), внук великого завоевателя Тамерлана.» — Бобынин В. В. Улуг Бег // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  14. «Улугбек — астроном, татарски князь, внук Тамерлана, род в 1394 г.» — Труды Научно-исследовательской ассоциации по изучению национальных и колониальных проблем, Объемы 3-4 / Научно-исследовательская ассоциация по изучению национальных и колониальных проблем (Советский Союз), Коммунистический университет трудящихся Востока имени И. В. Сталина. Научно-исследовательская ассоциация. — Соцэкгиз|Гос. социально-экономическое изд-во, 1930. — С. 20
  15. Ханыков Н. В. Описание Бухарского ханства. Санкт-Петербург, 1843, с.58-64
  16. Международная конференция астрономов в Сәмәрҡәнде ::: 615 лет Мирзо Олуғбәку ::: Обсерватория Олуғбәка в Сәмәрҡәнде
  17. История Казахстана в персидских источниках. Т.5. Алматы: Дайк-Пресс, 2007, с.88
урыҫ телендә
  • Бартольд, Василий Владимирович|Бартольд В. В. Улугбек и его время. / Бартольд В. В. Соч., Т.2, Ч.2. — М., 1964, с .23-196.
  • Булатов М. С., Обсерватория Улугбека в Самарканде. / Историко-математические исследования, XVIII, 1986, с. 199—216.
  • Кары-Ниязов, Ташмухамед Ниязович|Кары-Ниязов Т. Н. Астрономическая школа Улугбека. / М.-Л.: Изд. АН СССР, 1950.
  • Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп.. — К.: Наукова думка, 1986. — 512 с.
  • Матвиевская, Галина Павловна|Матвиевская Г. П., Сираждинов С. Х. О математических работах школы Улугбека. / В кн.: Из истории эпохи Улугбека. Ташкент: Наука, 1965, с. 173—199.
  • Матвиевская, Галина Павловна|Матвиевская Г. П., Розенфельд, Борис Абрамович|Розенфельд Б. А. Математики и астрономы мусульманского средневековья и их труды (VIII—XVII вв.). / В 3 т. М.: Наука, 1983.
  • Матвиевская, Галина Павловна|Матвиевская Г. П., Соколовская З. К. Улугбек (1394—1449). М., Наука (издательство)|Наука, 1997.
башҡа телдәрҙә