Эстәлеккә күсергә

Омурканова Мыскал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Омурканова Мыскал
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Чаек[d], Пишпекский уезд[d], Семиреченская область[d], Төркөстан генерал-губернаторлығы, Рәсәй империяһы
Баш-Кууганды[d], Пишпекский уезд[d], Семиреченская область[d], Төркөстан генерал-губернаторлығы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 декабрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Вафат булған урыны Бешкәк, Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы комуз[d] һәм вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Өмүрканова Мыскал йәки Мыскал Өмүрканова (ҡырғ. Мыскал Өмүрканова; 1915, Баш-Ҡыуанды ҡыштағы (хәҙер Ҡырғыҙстандың Нарын өлкәһе Жумгал районы) — 25 декабрь 1976, Бишкәк)- ҡырғыҙ совет халыҡ йырсыһы, фольклор һәм автор йырҙарын башҡарыусы, Ҡырғыҙ ССР-ының халыҡ артисы (1954).

Мыскал Өмүрканова йәш сағынан тыуған ауылының Чаек колхоз-совхоз театрында сығыш яһай, үҙенә комузда ҡушылып уйнай. 1936 йылда Бөтә Ҡырғыҙ халыҡ ижады олимпиадаһында беренсе премия ала. 1940 йылдан Нарын өлкә музыкаль-драма театры артисы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мыскал Өмүрканова аҡын О. Болебалаев етәкселеге аҫтында тылда һәм фронтта концерт бригадаһы составында сығыш яһай.

1941 йылда Ҡырғыҙ дәүләт филармонияһына солист булып саҡырыла, унда 1961 йылға тиклем эшләй.

Йырсы Мәскәүҙә ҡырғыҙ сәнғәтенең икенсе Декадаһында ҙур уңыш менән сығыш яһай (1958), уның Токтоғул шиғырына Б. Эгинчиевтың «Алымҡан» йырын башҡарыуы матбуғатта һоҡланғыс баһалар ала.

Үҙенең бер нисә йыр авторы — «Аҡбермәт» (ҡатын-ҡыҙ исеме), «Бөтә йөрәктән» («Журегумден»), «Колхозсы ҡатын» («Колхоздогу курбума»), «Куйген колхозника» («Колхозчунун куйгену») һәм башҡалар.

Тембры, диапазоны һәм көсө буйынса ҡуйы, бәрхәт, уникаль тауышҡа эйә була. Комузда шундай яҡшы уйнай, үҙенә иркен һәм тасуири итеп аккомпаниаторлыҡ итә.

1955—1959 йылдарҙа Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленин ордены (01.11.1958)

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (ике тапҡыр)

— СССР миҙалдары.

— Ҡырғыҙ ССР-ының халыҡ артисы (1954)

  • Дюшалиев К. Ш., Лузанова Е. С. Кыргызское народное музыкальное творчество. — Б., 1999.