Онилова Нина Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Онилова Нина Андреевна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 апрель 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1]
Тыуған урыны Одесса өлкәһе, Раздельнянский район[d], Захарьевская поселковая община[d], Новониколаевка[d]
Вафат булған көнө 8 март 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (20 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Крымская АССР[d], Севастополь
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Ерләнгән урыны Кладбище Коммунаров[d]
Изображение могилы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яраларҙан вафат була[d]
Commons-logo.svg Онилова Нина Андреевна Викимилектә

Онилова Нина Андреевна (10 апрель 19218 март 1942) — Советтар Союзы Геройы, Ҡырым фронты Приморье армияһының 25-се Чапаев дивизияһы 54-се уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры

Яугирҙар Нина Онилованы «Чапаев» фильмындағы героиняның исеме менән Анка-пулемётсы тип йөрөтәләр[2][3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нина Андреевна Онилова Одесса губернаһының Тирасполь өйәҙе Яңы Николаевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Иртә етем ҡала һәм Одесса балалар йортонда тәрбиәләнә, шунда уҡ урта белем ала.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Одесса трикотаж фабрикаһында тегенсе булып эшләй.

1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына инә һәм шунда уҡ фронтҡа эләгә.

1941 йылдың Одесса эргәһендәге һуғышта үҙенең расчеты менән дошманға ҙур юғалтыуҙар килтереп, ҡаты яралана, дауаланғандан һуң дивизияһына әйләнеп ҡайта. Одесса оборонаһы өсөн пулемётсы Онилова Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1942 йылда Севастополде обороналауҙа ҡатнаша, уның барышында 27 февралдә дошмандың ике пулемёт нөктәһен юҡ итә, ә 1 мартта яңғыҙы дошмандың һөжүмен кире ҡаға. Был һуғышта ауыр тән йәрәхәте ала һәм 1942 йылдың 8 мартына ҡарай төндә вафат була. Севастополдең Коммунарҙар зыяратында ерләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 14 майындағы указы менән өлкән сержант Онилова Нина Андреевнаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[4].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Одесса оборонаһы картаһы, «Одесса оборонаһы өсөн» миҙалы һәм геройҙар: Я. Осипов, Н. Онилова, Г.В. Жуков, М.Е. Асташкин, Л.М. Павличенко., 2011 й. Конверт, Украина почтаһы.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1941—1942 йылдарҙа Севастополде яҡлаусылар плитаһында Нина Онилованың исеме уйып яҙылған.
  • Одессала Ҙур Арнаут урамындағы Нина Онилова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Ә Александр Невский урамында, тегеү училищеһы эргәһендә, Һәйкәле ҡуйылған.
  • Н.А. Онилова исеме менән Севастополдә тегеү фабрикаһы, урам, Одессала тыҡрыҡ аталған.
  • Н.А. Онилова исеме менән Севастополдең СПОРП РТМС "АТЛАНТИКА" аталған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Онилова Нина Андреевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — Б. 198. — 863 б. — 100000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Селищев И. Не надо думать о смерти… // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 б.
  • Героическая оборона Севастополя 1941 — 1942 гг. — Симферополь, 1946.
  • Говорят погибшие герои — М.: Издательство политической литературы, 1986.
  • «Анка-пулемётчица» // За родной Севастополь / Авт.-сост. П. Е. Гармаш — 2-е изд., доп. — М.: Молодая гвардия, 1983. — Б. 41-47. — 100000 экз.
  • Александр Хамадан. Смерть Нины Ониловой.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 TracesOfWar
  2. Письмо командира пулемётного расчёта Н. А. Ониловой // Говорят погибшие герои — М.: Издательство политической литературы, 1986.
  3. Булыгин Б.П. Трагический конец Приморской армии, Севастополя // Этапы большого пути — Барнаул: ООО “Акция-Информ-Плюс”, 2006.
  4. Онилова Нина Андреевна. «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 30 октябрь 2011)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Онилова Нина Андреевна. «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 30 октябрь 2011)
  • Онилова Нина Андреевна (неопр.). Forpost — Севастопольский новостной портал. Дата обращения 6 июня 2012. Архивировано 31 июля 2012 года.