Эстәлеккә күсергә

Павличенко Людмила Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Павличенко Людмила Михайловна
укр. Людмила Михайлівна Павличенко
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Людмила Михайловна Белова
Тыуған көнө 12 июль 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Аҡ Сиркәү, Киевская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 октябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] (58 йәш) или 27 октябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[3] (58 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе инсульт
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө снайпер, тарихсы, хәрби хеҙмәткәр
Эшмәкәрлек төрө военная служба[d][4]
Эш урыны СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты
Уҡыу йорто Исторический факультет Киевского университета[d]
Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы, Приграничные сражения в Молдавии[d], Одесская оборона[d] һәм Оборона Севастополя[d]
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы, СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты, Главный морской штаб[d] һәм пехота[d]
Ойошма ағзаһы Осоавиахим[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һәләк булғандар һаны 309
 Павличенко Людмила Михайловна Викимилектә

Людмила Михайловна Павличенко (ҡыҙ фамилияһы Белова; 29 июнь (12 июль), Аҡ сиркәү, Васильковский өйәҙе, Киев губернаһы, Рәсәй империяһы27 октябрь 1974, Мәскәү, РСФСР, СССР) — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының 25-се Чапаев уҡсылар дивизияһының совет снайперы. Советтар Союзы Геройы (1943). Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң 1956 йылға тиклем яр буйы хеҙмәтенең майор дәрәжәһендә СССР Хәрби-диңгеҙ флотының Генераль штабы офицеры (1950—1953 йылдарҙа — Диңгеҙ Генераль штабы).

Донъя тарихында иң уңышлы ҡатын-ҡыҙ-снайпер — дошмандың 309 һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Америка журналистары менән бирелгән «Леди Үлем» ҡушаматын ала[5]. Әммә был ҡушамат Европа һәм Америка матбуғаты тарафынан ғына ҡулланыла, сөнки СССР-ҙа киң аудитория өсөн был образ киң пропагандаланмай. СССР-ҙа уның тураһында атҡаҙанған герой һәм һуғыш ветераны образы нығытыла[6].

Людмила Белова 1916 йылдың 12 июлендә Петроград слесары, Граждандар һуғышы ваҡытында комиссар Михаил Белов һәм Елена Трофимовна Белова ғаиләһендә тыуған (1897—1972).

Людмила 14 йәшкә тиклем Аҡ сиркәү ҡалаһының 3-сө урта мәктәбендә уҡый, һуңынан ғаиләһе менән Киевҡа күсеп килә. Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, Людмила «Арсенал» заводында шлифовкалаусы булып эшләй һәм бер үк ваҡытта урта белем алыуҙы тамамлап, унынсы класта уҡый

1932 йылда Алексей Павличенкоға кейәүгә сыға, улы Ростислав тыуа (1932—2007). Ләкин, тиҙҙән никах тарҡала, һәм Людмила ата-әсә йортона ҡайта[7].

1937 йылда Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университетының тарих факультетына уҡырға инә. Студент булараҡ планер һәм уҡсылар спорт төрө менән шөғөлләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Людмила Одессала диплом практикаһында була. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Людмила Павличенко үҙ теләге менән фронтҡа китә (һуғыш алдынан уҡ ул үтә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә снайпер курстарын үтә). Ҡыҙылармеец Павличенко Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының В.И.Чапаев исемендәге Ленин орденлы 25-се уҡсылар дивизияһында була . Молдавия ССР-ы сиктәрендәге алыштарҙа , Одесса һәм Севастополде обороналауҙа ҡатнаша.

Һуғыш ваҡытының штат расписаниеһы буйынса һәр уҡсылар ротаһында икешәр снайпер булырға тейеш. 1941 йылдың декабрендә Людмила Севастополь янында үҙе хеҙмәт иткән полктағы кесе лейтенант Леонид Киценко менән таныша[8]. Ул да снайпер була. Заданиеларға уларҙы икеһен бергә ебәрә башлайҙар. Тиҙҙән Людмила менән һәм Леонид никахлашыу тураһында командованиеға ғариза бирә, әммә 1942 йылдың мартында снайперҙар позицияһы миномет уты аҫтына эләгә һәм кесе лейтенант Киценко үлемесле яралана. Людмила кейәү егетенең кәүҙәһен һуғыш яланынан үҙе сығара[7].

Һуғыштың һәм Одессаны обороналауҙың беренсе айы дауамында Людмила Павличенко 179 немец һәм румын һалдатын һәм офицерын юҡ итә. 1942 йылдың июненә Л.М.Павличенконың иҫәбендә 309 юҡ ителгән дошман һалдаты һәм офицеры, шул иҫәптән 36 дошман снайперы була. Бынан тыш, оборона һуғышы осоронда ул фронтовиктарға үҙ тәжрибәһен тапшырып, күп снайперҙарҙы өйрәтә

Дж. Р. Джексон, беренсе леди Э. Рузвельт һәм Л.Павличенко Вашингтонда сығыш барышында ПавлИченко. 1942 йылдың сентябре. АҠШ Конгресы Китапханаһы тупланмаһынан фото

1942 йылдың июнендә ҡаты яралана. Ҡамалған Севастополдән уны Кавказға эвакуациялайҙар, ә һуңынан бөтөнләй передовойҙан алалар һәм совет йәштәре делегацияһы менән бергә Канада һәм Америка Ҡушма Штаттарына ебәрәләр. Людмила Павличенко үҙенең сәфәре барышында, комсомолдың Мәскәү ҡала советы секретары Николай Красавченко һәм снайпер Владимир Пчелинцев менән бергә АҠШ президенты Делано Франклин Рузвельттың ҡабул итеүендә була. Беренсе леди Элеонора Рузвельт саҡырыуы буйынса совет делегацияһы ағзалары күпмелер вағыт Аҡ йортта йәшәй. Һуңынан Элеонора Рузвельт совет вәкилдәре өсөн ил буйлап сәфәр ойоштора.

Америкала уға «Кольт» пистолеты[9], ә Канадала «Винчестер» винтовкаһы бүләк итәләр (һуңғыһы Мәскәүҙә РФ Ҡораллы көстәренең үҙәк музейына ҡуйыла). Кантри стилендәге Америка йырсыһы Вуди Гатри уның тураһында «Miss Pavlichenko» йырын яҙа[10]. Канадала совет хәрбиҙәре делегацияһын Берләшкән Торонто вокзалында (Union Station Toronto) йыйылған бер нисә мең канадалы сәләмләй).

Сит илдәрҙә сәфәрҙән йөрөп ҡайтҡандан һуң, лейтенант Павличенко Мәскәү янындағы «Атып» снайпер мәктәбендә инструктор булып хеҙмәт итә.

1943 йылдың 25 октябрендә Людмила Павличенкоға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Һуғыш тамамланғас Людмила Михайловна Киев университетында диплом яҡлай һәм СССР Хәрби-диңгеҙ флотының Баш штабының өлкән ғилми хеҙмәткәре була. 1956 йылда «Һуғыш ветерандарының совет комитеты» йәмәғәт ойошмаһы эшенә күсә.

1957 йылда Элеонора Рузвельттың СССР-ға сәфәре ваҡытында, уның менән икенсе тапҡыр осраша[11].

1974 йылдың 27 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә[12].

Снайперлыҡ ҡоралы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Павличенко Людмила Михайловна һуғышҡан ҡорал:

  • Мосин винтовкаһы (хәҙер Мәскәүҙә Ҡораллы көстәрҙең үҙәк музейында һаҡлана);
  • Токарев-40 винтовкаһы
  • 25 октябрь 1943 — Алтын Йондоҙ миҙалы (№ 1218) менән «Советтар Союзы Геройы» исеме;
  • ике Ленин ордены;
  • миҙалдар;
  • Бүләк ҡоралдары —«Мосин» винтовкаһы[13], «Кольт»[14], пистолеты, «Винчестер» винтовкаһы, инглиз «Kinfolks» фирмаһы бысағы[15];
  • Оксфорд университетының Почётлы студенты мантияһы [16];
Тышҡы медиафайлдар
  • СССР-ҙың маркалы конвертында Людмила Павличенко, 1976 йыл
    Аҡ сиркәү ҡалаһының 3-сө мәктәбендә СССР ваҡытында ойошторолған Людмила Павличенко музейы бар
  • Людмила Михайловна Павличенко хөрмәтенә Севастополь һәм Аҡ сиркәү ҡалаларында урамдар аталған (Аҡ сиркәү ҡалаһының был урамында Павличенко уҡыған 3-сө урта мәктәп урынлашҡан).
  • Людмила Павличенко исеме менән Балыҡсылыҡ хужалығы министрлығының судноһы аталған. Карап 1976 йылда һыуға төшөрөлә, 1996 йылда файҙаланыуҙан сығарыла[17].
  • Людмила Павличенкоға кантри стилендә америка йырсыһы һәм антифашисы Вуди Гатри йыр арнай (1912—1967) — «Miss Pavlichenko», ул был йырҙы 1946 йылда яҙа һәм башҡара.
  • В.Гатриҙың яңынан яҙылған версияһы рус телендә «Аркадий Коц» төркөмө башҡарыуында — «Люся»[18]
  • Элеонора Рузвельттың Людмила Павличенко менән танышыуы тураһындағы хәтирәләренә 2015 йылда «Битва за Севастополь» фильм-биографияһы арналған. Күренкеле снайпер ролен Юлия Пересильд башҡара.
  • 1976 йылда Л.М. Павличенконың тыуыуының 60-йыллыҡ иҫтәлегенә СССР-ҙа уның һүрәте менән почта маркаһы сығарыла.
  • Людмила Павличенко хөрмәтенә Destiny компьютер уйынында Lyudmila-D винтовкаһы атала.
  • Людмила Павличенко хөрмәтенә «Borderlands 2» компьютер уйынында «Lyuda» снайпер винтовкаһы атала.
  • Шулай уҡ Людмила Павличенко хөрмәтенә уның фамилияһын 2009 йылдың «Darker than Black: Ryuusei no Gemini» аниме сериалының икенсе миҙгелендә төп герой йөрөтә
  • Павличенко Л. М. Героическая быль: Оборона Севастополя 1941—1942 гг. — М.: Госполитиздат, 1958. — 72 с. (обл.)
  • Битва за Севастополь (фильм, 2015)
  1. 1,0 1,1 Lyudmila Pavlichenko // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  2. Lyudmila Mykhailivna Pavlichenko // TracesOfWar
  3. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  4. Pavlyčenko, Ljudmyla Mychajlìvna // Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Lady Death WWII sniper film aims for Russia and Ukraine release success - Daily Mail Online. Mail Online.
  6. Леди Смерть: история знаменитой женщины-снайпера Павличенко
  7. 7,0 7,1 Бегунова, 2014
  8. Фото А. Киценко и Л. Павличенко. // s4.stc.all.kpcdn.net (1 апрель 2015). Дата обращения: 11 май 2015.
  9. «Военный вестник», № 2, 1968. стр.92
  10. Песня американского певца Вуди Гатри о Людмиле Павличенко. 2010 йыл 22 июль архивланған. // statehistory.ru
  11. Элеонора Рузвельт и советский снайпер
  12. Надгробие на Новодевичьем кладбище. // novodevichiynecropol.narod.ru. Дата обращения: 11 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  13. 7.62-мм снайперская винтовка «Мосина» обр. 1891/1930 года, которая была вручена Л. М. Павличенко 8.07.1943 года от комсомольцев и молодежи Машиностроительного завода. Хранится в ЦМВС.
  14. 11,43-мм пистолет Кольт М1911 подарен Л. М. Павличенко в 1942 году Чикагской ассоциацией метких стрелков. Хранится в ЦМВС.
  15. Нож английской фирмы Кинфолк подарен Л. М. Паличенко английским офицером. Хранится в ЦМВС.
  16. Мантия Почетного студента Оксфордского университета вручена в 1942 году во время поездки Л. М. Павличенко в США. Хранится в ЦМВС.
  17. Фото и история корабля «Людмила Павличенко». 2010 йыл 5 ғинуар архивланған. // wellandcanal.ca
  18. Группа Аркадий Коц — Люся
  • Павличенко Людмила Михайловна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 217. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Руднева Л. Людмила Павличенко // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • Советские героини. Очерки о женщинах — Героях Советского Союза. М., Госполитиздат, 1963.
  • Легендарные Герои-комсомольцы. Вып V и VI. 1973.
  • В. Н. Пчелинцев. Особая миссия. М., «Молодая гвардия», 1991.
  • Бегунова А. И. Ангелы смерти. Женщины-снайперы. 1941—1945. — М.: Вече, 2014. — ISBN 978-5-4444-1838-3.