Орлов Борис Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орлов Борис Павлович
рус. Борис Павлович Орлов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 31 ғинуар 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) или 1892[1]
Тыуған урыны Рязань, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 май 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) или 1967[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө географ, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө иҡтисади география[d], география[1], Картография[1] һәм история картографии[d][1]
Эш урыны МДУ-ның география факультеты[d]
Биләгән вазифаһы ректор Московского университета[d], кафедра мөдире[d] һәм проректор[d]
Уҡыу йорто Императорский Санкт-Петербургский университет[d]
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Русское географическое общество[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены

Орлов Борис Павлович (31 ғинуарҙа 1892 йыл16 май 1967 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР географы. География фәндәре докторы, профессор, 1940—1941 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының география факультеты деканы, 19411942 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы, СССР АФ академигы (1947).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борис Павлович Орлов 1892 йылдың 31 ғинуарында Рязань ҡалаһында тыуған. Рязань гимназияһын тамамлағас, Император Санкт-Петербург университетына уҡырға инә. Бында ул бер юлы ике факультет тамамлай: физика-математика (1912) һәм тәбиғи фәндәр — « география» һөнәре буйынса 1916).

1914 йылда Рус география йәмғиәте тарафынан Урта Азияға экспедицияға ебәрелә. Был һәм артабанғы экспедицияларҙа Орлов Ҡараҡом ҡомлоҡтарында гидрометеорология стационар күҙәтеүҙәр ойоштора. Улар Орловҡа ҡом бархандарында һыу парҙарының конденцияһы тураһында ҡыҙыҡлы фәнни һығымталар яһарға мөмкинлек бирә.[2]

1928 йылда Баш геофизик обсерваторияла эшләй.

1930 йылда Мәскәүгә күсә, унда МГМИ-ла (Мәскәү гидромелиоратив институты) эшләй башлай. Институттың дөйөм гидрология кафедраһы мөдире, аҙаҡ директор урынбаҫары була. 1933 йылдан ғүмеренең аҙағынаса Борис Орлов Мәскәү дәүләт университетында тупраҡ-география, 1938 йылдан — яңы ойошторолған география факультеттарында эшләй. 1938-1951 йылдарҙа дөйөм физик география кафедраһы мөдире, 1940-1941 йылдарҙа факультет деканы һәм Мәскәү дәүләт университетының география фәнни-ткшеренеү институтының директоры.

1941 йылда Орлов университеттың проректоры итеп тәғәйенләнә. 1941 йыл, иң ауыр хәрби осорҙа, 1941 йылдың 16 октябренән 1942 йылдың аҙағына тиклем, Мәскәү дәүләт университеты факультеттары эвакуацияланғанда, ректор вазифаһын башҡара. Был осорҙа ул университеттың бинаһында, йәшәй, бер нисә тапҡыр шәхсән бомбаларҙан сыҡҡан утты һүндереүҙә ҡатнаша.

Орлов Борис Павлович Мәскәүҙә Ванганьково зыяратында ерләнгән (36 уч.)[3].

Педагогик эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борис Орлов педагогик эшмәкәрлеген 1916 йылда Юғары ауыл хужалығы курстарында башлай, һуңынан Хәрби-диңгеҙ гидрографик училищеһында һәм Петроград университетында лекциялар уҡый.

Педагогия фәндәре Академияһы эштәрендә әүҙем ҡатнаша, уның беренсе вице-президенты була.

Уның лекцияларын тыүлаусыларҙың хәтирәләре буйынса, Борис Орлов иҫ киткес лектор була. Бигерәк тә география тарихы буйынса лекциялары популярлыҡ менән файҙаланылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • К. Ушинский исемендәге миҙал (1962).
  • А. Гумбольдт исемендәге миҙал (ГДР, 1959).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

    • Ф. П. Литке. 1948.
    • Первое русское кругосветное плавание (1893—1806 гг.). 1954.
    • Ю. М. Шокальский, его жизнь и деятельность. 1956.
    • Вопросы эрозии и стока. 1962.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Orlov, Boris Pavlovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Борис Орлов на сайте geogr.msu.ru 2012 йыл 4 апрель архивланған.
  3. Артамонов М. Д. Ваганьково. М.: Моск. рабочий, 1991. С. 161.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]