Осипов Афанасий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Афанасий Осипов
Исеме:

Афанасий Николаевич Осипов

Тыуған:

28 февраль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (91 йәш)

Тыуған урыны:

Горный улуус, Саха АССР-ы, СССР

Үлгән:

11 сентябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (89 йәш)

Үлгән урыны:

Рәсәй, Яҡутск

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Жанр:

портрет, пейзаж

Уҡыған урыны:

В. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт институты (1955)

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1971 Почёт ордены — 1999
Исемдәре:
СССР-ҙың халыҡ рәссамы— 1988 РСФСР халыҡ рәссамы— 1978

Осипов Афанасий Николаевич (28 февраль 1928 йыл — 11 сентябрь 2017 йыл) — совет яҡут рәссамы, 1955 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. СССР-ҙың (1998), РСФСР-ҙың (1978) һәм Яҡут АССР-ының (1978) халыҡ рәссамы, СССР Художество академияһы академигы (1988), И. Е. Репин исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы лауреаты (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1928 йылдың 28 февралендә Яҡут АССР-ның Горный улусында (саха улуус) тыуған.

1955 йылда В. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт институтын тамамлай. 1956 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.

Эштәре Рәсәй һәм Саха Республикаһы музейҙарында, галереяларында һәм шәхси коллекцияларында ҡуйылған.

Билдәле эштәре: саха яҙыусылары Н. Е. Мординов, В. М. Новиков, С. Р. Кулачиков, Д. К. Сивцев портреттары (1974), ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматов портреты (1997); «Ыһыах» (саха милли байрамы, 1980) һ. б.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • Почёт ордены (1999)
  • СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1988)
  • РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1978)
  • Яҡут АССР-ы халыҡ рәссамы (1978)
  • И. Е. Репин исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы
  • СССР Художество академияһы академигы (1988)
  • Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы (1973).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]