Эстәлеккә күсергә

Остославский Иван Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Остославский Иван Васильевич
рус. Иван Васильевич Остославский
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 14 (27) февраль 1904
Тыуған урыны Мариуполь ҡалаһы, Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 ғинуар 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Головино зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, ғалим
Эшмәкәрлек төрө Авиация
Эш урыны Профессор Н.Е. Жуковский исемендәге Үҙәк аэрогидродинамика институты[d]
М. М. Громов исемендәге Осош-тикшеренеү институты[d]
Мәскәү авиация институты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Аспиранттар Арсений Дмитриевич Миронов[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Иван Васильевич Остославский (14 (27) февраль 1904, Мариуполь ҡалаһы, Екатеринослав губернаһы[d]3 ғинуар 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (67 йәш), Мәскәү) — аэродинамика өлкәһендә совет ғалимы. Техник фәндәре докторы (1942). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1943). Өс Сталин премияһы лауреаты (1943, 1949, 1952).

1904 йылдың 14(27) февралендә Мариуполдә тыуған. Остославскийҙәр дворян нәҫеленән сыҡҡан. Атаһы — Василий Иванович, Новороссийск университетының физика-математика факультетының математика фәндәре бүлеген тамамлай, гимназияла математиканан уҡыта; әсәһе — Валентина Епифановна (ҡыҙ фамилияһы Иващенко), рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Иван Остославский 1929 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлай.

1928 йылдан алып 1956 йылдар буйынса авиация сәнәғәтендә эшләй. 1932—1945 йылдарҙа Үҙәк аэрогидродинамика институты (ЦАГИ) хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның етәкселегендә ЦАГИ-ның аэродинамик торбаларында хәрби самолеттарҙың тиҙлеген арттырыу мөмкинлеген тикшереү буйынса эштәр башҡарыла.

- Үҙәк аэрогидродинамика институты начальнигы урынбаҫары (1942—1945)

- Осоу-тикшеренеү институты начальнигы урынбаҫары (1945—1956)

- 1944 йылдан Мәскәү авиация институтында уҡыута

- 1944—1949 йылдарҙа — «Аэродинамика» кафедраһы мөдире.

- 1949—1958 йылдарҙа — был кафедраның профессоры.

- 1958—1972 йылдарҙа, кафедра бүленгәндән һуң, — «Осоу һәм идара итеү динамикаһы» кафедраһы мөдире.

25 фән кандидаты һәм 7 фән докторы әҙерләй.

1972 йылдың 3 ғинуарында вафат була. Мәскәүҙә Головино зыяратында ерләнгән.

Самолеттың аэродинамик характеристикаларын, самолеттың тотороҡлоғон һәм идара ителеүсәнлеген иҫәпләү буйынса хеҙмәттәре:

  • Аэродинамический расчёт самолёта. — М.: Оборонгиз, 1938; 2-е изд. — 1947 (в соавт. с В. М. Титовым)
  • Аэродинамика самолёта. — М.: Оборонгиз, 1942 (в соавт. с В. М. Титовым)
  • Руководство для конструкторов. Том 1. Аэродинамика. Гидромеханика. Прочность. — М.: Издательство Бюро новой техники. 1943
  • Продольная устойчивость и управляемость самолёта. — М.: Оборонгиз, 1943; 2-е изд. — 1951 (в соавт. с Г. С. Калачёвым)
  • Аэродинамика самолёта: Учебник. — М.: Оборонгиз, 1957
  • Динамика полёта. Траектории летательных аппаратов: Учебник. — М.: Оборонгиз, 1963; 2-е изд.- 1969 (в соавт. с И. В. Стражевой)
  • Динамика полёта. Устойчивость и управляемость летательных аппаратов: Учебник. — М.: Машиностроение, 1965 (в соавт. с И. В. Стражевой)
  • Список публикаций И. В. Остославского в международном электронном каталоге WorldCat 2020 йыл 24 февраль архивланған.

Хәтер һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Ленин ордены

- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

- дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (уларҙың береһе — 16.09.1945)

- «Почёт Билдәһе» ордены

- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1943. ) - 3 дәрәжә Сталин премияһы (1943) — аэродинамик сифаттарын яҡшыртыу юлы менән самолеттарҙың тиҙлеген арттырыу ысулдарын эшләгәне һәм ғәмәлгә индергәне өсөн.

- 3-сө дәрәжә Сталин премияһы (1949) — Аэродинамик тикшеренеүҙәрҙең яңы алымдарын булдырғаны өсөн.

- 3 дәрәжә Сталин премияһы (1952) — «Продольная устойчивость и управляемость самолёта» уҡыу әсбабы өсөн (1951).

- Мәскәү авиация институ́тының 4-се корпусына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, бынан тыш был корпуста аудитория И. В. Остославский исеме менән аталған.