Оськина Ирина Николаевна
Оськина Ирина Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 10 декабрь 1954 (69 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мәҙәниәт хеҙмәткәре |
Эшмәкәрлек төрө | сәнғәт тарихы[d] |
Уҡыу йорто | Өфө сәнғәт училищеһы |
Оськина Ирина Николаевна (10 декабрь 1954 йыл) — Рәсәй сәнғәт белгесе. Рәсәйҙең Рәссамдар союзы (1996) һәм Сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы (2009). Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005). Башҡортостан сәнғәте буйынса күп һанлы китаптар авторы. Художестволы ҡиммәттәр буйынса эксперт.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирина Николаевна Оськина (Швидун-Гусева)[1] 1954 йылдың 10 декабрендә Өфөлә тыуған. Скрипка класы буйынса музыка мәктәбен, сәнғәт училищеһын тамамлаған.
1986 йылда Ленинградта И. Е. Репин исемендәге һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура инсититутының сәнғәт тарихы һәм теорияһы факультетын тамамлай (һөнәре — элекке оҫталарҙың көнбайыш европа гравюраһы һәм хәҙерге заман рәссамдарының ижады).
Эш урыны: сәнғәт институтын тамамлағас, Ирина Николаевна моделдәр йортонда сәнғәт белгесе булып бер йыл эшләй, 1987 йылдан — М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1994 йылдан — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығында, 2008 йылдан — «Урал лизинг үҙәге» һәм «Уралинвест» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә. 2011 йылдан — «АРТ-эксперт» художество галереяһында эксперт-консультант.
Фәнни эшмәкәрлек өлкәһе: көнбайыш европа гравюраһын өйрәнеү, хәҙерге графика, Башкортостан скульптураһы, Башҡортостан Республикаһы рәссамдары И. Г. Вәлитов, В. И. Суздальцев, З. Г. Ғаянов, М. Спиридонов[2], Р. Р. Маглиев, Б. А. Самосюк, О. А. Самосюк ижады. Ирина Николаевна Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә «Атрибуция и Антиквариат» темаһы буйынса курс- семинарҙар үткәрә.
Ғаиләһе: ике тапҡыр кейәүҙә була, ҡыҙы, ейәнсәре бар.
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1997 йылдан ул республика, төбәк һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләренең «Сәнғәт белеме» бүлегендә ҡатнашыусыһы.
Оськина Ирина Николаевна күргәҙмәләр инициаторы була: «Станокта башҡарылған баҫма графиканың Урал Триенналеһы» (1995); «Киңлек һәм форма» (2006); «Башҡортостан скульптураһы» (1996), «Акварель яҙы» (1998), «Сәнғәттә тарих» (1999), симпозиумдар һ. б.
Күргәҙмә экспозицияһы авторы булып тора:
- «Музей йыйылмаһынан көнбайыш европа сәнғәте». Өфө, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, 1989, 1991, Таганрог, 1990;
- «М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһынан көнбайыш европа гравюраһы», Өфө, 1995;
- «Станокта башҡарылған баҫма графиканың Урал триенналеһы»", Өфө, 1995,1998;
- «Башҡорт рәссамдары — Ҡоролтайға», Өфө, 1996;
- «Башҡортостандың хәҙерге заман һынлы сәнғәте», Мәскәү, 1997;
- «Акварель яҙы», Өфө, 1998;
- «Виктор Суздальцев. Һынлы сәнғәт, графика», Өфө, 2000.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оськина Ирина Николаевна — сәнғәт буйынса 150-ләп баҫма эштәр, шул иҫәптән монографиялар, мәҡәләләр, күргәҙмәләр каталогы авторы. Ул фундаменталь булған «М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһынан көнбайыш европа гравюраһы» каталогының авторы.
- «М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһынан көнбайыш европа гравюраһы». Күргәҙмә каталогы. Өфө, 1995;
- «Станокта башҡарылған баҫма графиканың Урал Триенналеһы»". Күргәҙмә каталогы. Өфө, 1995; «Башҡортостан скульптураһы». Каталог. Өфө, 1996;
- «Башҡортостандың хәҙерге заман һынлы сәнғәте». Каталог. Өфө, 1997;
- «Акварель яҙы. Башҡортостан акварелдәр күргәҙмәһе» Каталог. Өфө, 1998;
- «Яңы эстетика: „Хыянатсы үбеүе“ йәки „Мифтың тыуыуы“?» "Бельские просторы"журналында мәҡәлә, № 2, 1999;
- «Аңлайышһыҙ» сәнғәт тураһында һәм нисек итеп провинцияла яҡшы йәшәргә". «Бельские просторы» журналында мәҡәлә, № 12, 1999;
- «Эрбет дәүләт һынлы сәнғәт музейы йыйылмаһынан графика» каталогынан «Башҡорт графикаһы» бүлеге, Екатеринбург, 2000
- Башкортостан Республиканың заманса һынлы сәнғәте: каталог. Өфө, 2008;
- Баҫма графиканың Урал триенналеһы: каталог. Өфө, 2013;
- Виктор Суздальцев. Һынлы сәнғәт. Акварель. Альбом. Өфө, 2014.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оськина Ирина Николаевна //Сообщения Башкирского государственного художественного музея имени М. В. Нестерова. Уфа, 2001.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оськина Ирина Николаевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
- http://www.shrb.ru/artcritica/oskina.htm
- http://www.gfi02.pfo.ru/?id=99378 2016 йыл 4 март архивланған.
- https://www.youtube.com/watch?v=ZR9Ku8pGn84#t=16