Эстәлеккә күсергә

Оҡҫон (Ҡурған өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оҡҫон
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Уксянский сельсовет[d][1]
Административ-территориаль берәмек Уксянский сельсовет[d][1]
Халыҡ һаны 183 кеше (1719),
1923 кеше (1869),
3583 кеше (1904)[2],
2557 кеше (1920),
2349 кеше (1926),
2212 кеше (1939),
1654 кеше (1959)[3],
2294 кеше (1989),
2163 кеше (2002),
2176 кеше (2004),
1956 кеше (2010)[4],
1931 кеше (2012)[5],
1875 кеше (2013)[6],
1810 кеше (2014)[7],
1783 кеше (2015)[8],
1755 кеше (2016)[9],
1762 кеше (2017)[10]
Почта индексы 641750
Урындағы телефон коды 35252
Карта

Оҡҫон (рус. Уксянское, Уксянка) — Рәсәй, Ҡурған өлкәһе, Барнева йылғаһының ике ярында урынлашҡан ауыл. Оҡҫон ауыл Советының административ үҙәге. Далматов районының бик ҙур тораҡ пункты.

Ҡурған өлкәһендәге «Далматов районы» муниципаль берәмегендәге Оҡҫон ауылы Екатеринбург ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 180 километр алыҫлыҡта Шадринск — Силәбе юлы буйында урынлашҡан. Урамдары Барнева йылғаһының һәм уға ҡойған Оҡҫон йылғаларының ике яҡ ярында теҙелеп киткән. Йәйгеһен ике йылға ла йыш ҡына ҡорой[11]. Далматов ҡалаһынан (автомобиль юлынан 42 саҡрым) 35 километр алыҫлыҡта, өлкә үҙәге ҡалаһы Ҡурғандан төньяҡ-көнбайышҡа 155 саҡрым алыҫлыҡта (автомобиль юлы буйлап 190 саҡрым).

Оҡҫон ауылы 1710-1719 йылдар араһында барлыҡҡа килә. 1710—1719 йылдарҙа ауыл тәүге тапҡыр дәүләт халыҡ иҫәбен алыу кенәгәләренә индерелгән.

1736 йылда башҡорт ихтилалдары ваҡытында башҡорттар ур һәм ер өйөп һаҡланған ауылды яндырған. Күп кеше үлтерелгән, йәки әсирлеккә алынған; аттар һәм һыйыр-һарыҡтар далаларға ҡыуып алып кителгән, имение таланған[11].

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында хөкүмәт ғәскәре тарафынан эҙәрлекләнгән Пугачев ихтилалсылары — 7 мең самаһы кеше — 1774 йылдың 9 мартында ауыл янында яу тоторға ҡарар иткән. Алыштар ваҡытында фетнәселәр үҙ артиллерияһын юғалтҡан; 800-ҙән ашыу кеше үлтерелгән, күптәре әсирлеккә алынған, ә ҡалғандары һыбайлыларҙан эҙәрлекләнеп, ҡасып киткән. Бик оҙаҡ ваҡыт был урында пулялар, һөңгөләр, уҡтар менән йәҙрәләр табылып тора[11].

1843 йылда ауылға крәҫтиәндәрҙе крепостнойлыҡҡа һатырға йыйыналар тигән хәбәр килеп етә һәм ауылда йәнә бола сыға. Ул да караттар тарфынан баҫтырыла, бола сығарыусыларҙы ҡаты язалап Себергә оҙаталар.

XIX быуат аҙағында халҡы православие дине тота һәм игенселек, малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә[11].

Силәбе өлкә Советы Президиумы ҡарары менән 1935 йылдың 29 ғинуарында Оҡҫон районы төҙөлә, үҙәге Оҡҫон ауылында билдәләнә.

1963 йылдың 1 февралдендә Оҡҫон районы бөтөрөлә. Оҡҫон ауылы Далматов районына индерелә.

Совет власы йылдарында ауыл халҡы «Рассвет» колхозында (1950-се йылдар), шунан «Ясная поляна» итселек-һөтсөлөк совхозында (1960-сы йылдар) эшләгән. 1970—1980 йылдарҙа «Оҡҫон» совхозында эшләгәндәр.

Легенда буйынса, тәүге күскенселәр үҙҙәре ял итергә туҡтаған ерҙән йыраҡ түгел башҡорттар оҫҡон табып, уның хаҡында йәнләнеп китеп һөйләшкәндәрен ишеткән. Күскенселәргә ул «уксин» тип ишетелгән. Яҡындағы йылғаға — Уксиночка, ә урынлашып йәшәй башлаған биҫтәгә Уксинская тип исем биргәндәр[12].

Халыҡ иҫәбе
20042010[13]2012[14]2013[15]2014[16]2015[17]
217619561931187518101783
  1. 1,0 1,1 1,2 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
  2. с. Уксянское и в. Брюхановка
  3. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области (урыҫ)
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  7. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Уксянское село // Приходы и церкви Екатеринбургской епархии. — Екатеринбург: Братство Св. Праведного Симеона Верхотурского Чудотворца, 1902.
  12. МКОУ «Уксянская средняя общеобразовательная школа». Экскурсия. Дата обращения: 12 сентябрь 2018. Архивировано 12 сентябрь 2018 года.
  13. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  16. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.