Оҫта ҡорт
| Оҫта ҡорт | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Xylocopa valga Gerstäcker, 1872 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Синонимдар | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы популяция ҡыҫҡара | |
| Төр тураһында мәғлүмәт Оҫта ҡорт ИПЭЭ РАН сайтында |
Оҫта ҡорт[1] (лат. Xylocopa valga) — Яңғыҙаҡ ҡорттар төрөнә ҡараған бал ҡорттары ғаиләһендәге Apidae бөжәк.
Биологик яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яры ҡанатлылар отрядының ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Кәүҙәһе 2,0—2,8 см оҙонлоҡта (ата ҡорттар вағыраҡ), ҡара төҫтә, күкһел—миләүшә ялтырауыҡлы, оҙон һирәк төктәр менән ҡапланған. Мыйығы өҫ яҡтан ҡара төҫтә, аҫтан — ерәнһыу. Ҡорһағы йомро. Ҡанаттары ялтыр, күкһел—миләүшә төҫтә, алғы ситтәре асыҡ төҫтә.
Үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ояһын ҡоро үҙағаста, иҫке ағас ҡаралтыларҙа һәм башҡа урындарҙа ҡора, уның күҙәнәктәренә тат, һеркә һәм йомортҡа һалына. Ҡарышлауыҡтары ҡурсаҡ көбөндә ҡурсаҡлана. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары һәм йәш ҡорттар ҡышлай. Йәш ҡорттар яҙ көнө килеп сыға. Көндөҙ әүҙем.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡуҙаҡлылар, ирен сәскә һымаҡтар, роза һымаҡтарҙың таты һәм һеркәһе менән туҡлана. Үҫемлектәрҙе һеркәләндереүсе. Үҙағаста бөжәктең бер нисә ояһы булғанда уның структураһы боҙола.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башлыса Көнбайыш һәм Үҙәк Евразияла, Африканың төньяғында таралған. Далала, урманлы далала, урман аҡландарында, урман ситтәре буйлап, торлаҡ янында тереклек итә. Башҡортостандың Урал алдында (Әлшәй, Баҡалы, Ғафури, Өфө, Саҡмағош райондары) осрай. Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Панфилов Д. В., Березин М. В. ПЧЕЛА-ПЛОТНИК — Xylocopa valga Gerstaecker, 1872. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 19 март 2012 года. 2017 йыл 5 июнь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фауна Европы 2016 йыл 4 март архивланған. (инг.)
- Catalogue of Life — 25th October 2012: Информация о виде 2016 йыл 13 март архивланған.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?
: |
