Павлов Сергей Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Павлов Сергей Тимофеевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 6 июль 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1]
Вафат булған көнө 13 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1] (73 йәш)
Һөнәр төрө дерматолог, ғалим, университет уҡытыусыһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]

Павлов Сергей Тимофеевич (6 июль 189713 апрель 1971) ― медицина хеҙмәте генерал-майоры, совет ғалимы, дерматовенеролог, медицина фәндәре докторы, профессор, Хәрби-медицина академияһының тире һәм венерик ауырыуҙар кафедраһы мөдире (1940—1968 йй.).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Павлов Сергей Тимофеевич 1897 йылдың 6 июлендә Санкт-Петербург ҡалаһында профессор, надворный советник Тимофей Павлович Павлов ғаиләһендә тыуған. 1909 йылда Сергей Карл Май гимназияһының өсөнсө класына уҡырға инә. 1915 йылда гимназияла уҡыуын тамамлап, Хәрби-медицина академияһына уҡырға инә, уны 1919 йылда уңышлы тамамлай. 1919 йылдан 1922 йылға тиклем Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итә. 1922 йылда Хәрби-медицина академияһының тире һәм венерик ауырыуҙар клиникаһында ординатор булып эшләй башлай[2].

1924 йылда Хәрби-медицина академияһының тире һәм венерик ауырыуҙар кафедраһы уҡытыусыһы була. 1927 йылда Германияға командировкаға бара, унда профессорҙар А. Бушке һәм И. Ядассонда эшләй. 1934 йылда Хәрби-медицина академияһында эшләү менән бер үк ваҡытта И. И. Мечников исемендәге медицина университеты-дауаханаһының тире һәм венерик ауырыуҙар кафедраһы мөдире итеп һайлана, кафедраны 1948 йылға тиклем етәкләй. 1937 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Экспериментальные данные по вопросу об иммунитете при сифилисе кроликов и влияние на него недостаточных доз сальварса новых препаратов» темаһына диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1940 йылдан профессор ғилми дәрәжәһенә эйә. 1940—1968 йылдарҙа Хәрби-медицина академияһының тире һәм венерик ауырыуҙар кафедраһы мөдире итеп һайлана һәм эшләй[3].

80-дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән экзема, нейродерматит, парапсориаз патогенезы һәм клиникаһын, сифилистың дөйөм патологияһын, хәрбиҙәр араһында дерматоз ауырыуының сәбәптәрен, дерматовенерологияны уҡытыу ысулдарын өйрәнеүгә арналған 2 монография авторы. Экземаның невроген патогенезын ентекләп өйрәнә. Уның етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Совет Армияһы хәрбиҙәре араһында тире һәм венерик ауырыуҙар менән ауырыусанлыҡҡа тәрән медицина анализы үткәрелә, уларҙың таралыуына юл ҡуймау саралары баһалана. Тире һәм венерик ауырыуҙар буйынса дәреслек авторы[4].

Медицина берләшмәһенең әүҙем ағзаһы. Бөтә Союз (1957—1965) һәм Ленинград (1958—1971) ғилми йәмғиәттәре рәйесе итеп һайлана, Ҙур медицина энциклопедияһының 2-се баҫмаһының «Дерматология һәм венереология» редакция бүлегенең яуаплы мөхәррире була.

1971 йылдың 13 апрелендә вафат була. Санкт-Петербургтың Богословский ҡала зыяратында ерләнгән[5].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәттәре, монографиялары:

  • К вопросу об иммуно-биологических реакциях при экспериментальном сифилисе кроликов, Труды Воен.-мед. акад., т. 1, Л., 1934, с. 117;
  • А. Г. Полотебнов, 1838—1907, Л., 1955;
  • О роли кожных рецепторов в процессе сенсибилизации кожи к некоторым химическим веществам, Вестн, вен. и дерм., № 1, с. 3, 1955;
  • О нейрогенном патогенезе экземы, Труды Воен.-мед. акад., т. 68, с. 12, Л., 1957;
  • Общая патология сифилиса, Многотомное, руководство по дерматовенерологии, под ред. О. Н. Подвысоцкой, т. 1, кн. 1, с. 81, Москва, 1959;
  • Кожные и венерические болезни, Москва, 1975.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәте өсөн түбәндәге наградалар менән билдәләнгән:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Архангельский С. П. Профессор Сергей Тимофеевич Павлов, Труды Воен.-мед. акад., т. 68, Л., 1957, с. 5;
  • Сергей Тимофеевич Павлов (К 70-летию со дня рождения), Вестни, дерматолога и венеролога, № 6, 1967, с. 89.
  • «Незабытые могилы. Российское зарубежье: некрологи 1917—1999 в шести томах», Составитель В. Н. Чуваков. М., 2004, том 5, стр.293.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=xx0062224&CON_LNG=ENG
  2. Павлов Сергей Тимофеевич. Школа Карла Мая - kmay.ru. 30 август 2020 тикшерелгән.
  3. ПАВЛОВ Сергей Тимофеевич — Большая Медицинская Энциклопедия. 30 август 2020 тикшерелгән.
  4. Павлов Сергей Тимофеевич, руководитель кафедры кожных венерических болезней ВМА с 1940 года  (инг.). 30 август 2020 тикшерелгән.
  5. Павлов Сергей Тимофеевич (1897 - 1971) - дерматовенеролог, доктор мед. наук, член-корр. АМН СССР, г. Санкт-Петербург. 30 август 2020 тикшерелгән.