Пантеон (Рим)
Иҫтәлекле урын | |
Пантеон (Рим)
| |
Ил | Италия |
Урыны | Пинья, Рим |
Архитектура стиле | Боронғо Рим архитектураһы |
Архитектор | Аполлодор Дамасский |
Нигеҙләнгән | II быуат |
Төҙөлөшө | ???—128 йыл йылдар |
Сайт | Рәсми сайт |
Пантеон Викимилектә |
Пантеон (боронғо грекса πάνθειον, боронғо грекса πάντες — бөтәһе лә һәм θεός — Алла) — беҙҙең эраның 118 һәм 128 йылдары араһында төҙөлгән боронғо Римдың тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.
Этимологияһы һәм семантикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Пантеон» грек һүҙе, ҡағиҙә булараҡ, «бөтә аллаларҙың ғибәҙәтханаһы» тип тәржемә ителә, әммә дөрөҫөрәге, боронғо грек «пантеион» (Πάνθειον) һүҙенең мәғәнәһе буйынса ул: «бөтә илаһи» тип тәржемә ителергә тейеш. «Бөтә аллаларға ҡағылышлы йәки улар менән бәйле»: (pan/παν- («бөтәһе лә») + theion/εῖῖ╎╕ («алла») «бөтә аллаларға бағышланған» тигәнде аңлата[1].
Грек телендә яҙған рим сенаторы Дио Кассиус, ғибәҙәтхананың исеме бина эсендә ҡуйылған күп аллаларҙың статуяларынан, йәки уның көмбәҙенең күккә оҡшашлығынан килеп сыҡҡан, тип фаразлай[2][3]. Ул «Пантеон» (йәки «пантеум») һүҙе бинаның формаль атамаһы түгел, ә ҡушаматы тип һанаған[4]. Шуға күрә «Пантеон» атамаһын бөтә аллаларға бағышланған ғибәҙәтхана тип аңлатыу шик тыуҙыра. Римдағы Пантеонға тиклем теркәлгән берҙән-бер пантеон Сүриә>нең Антиохия ҡалаһында була, әммә был турала алтынсы быуаттың бер сығанағында ғына телгә алына[5]. Немец филологы Конрат Юлиус Циглер бындай «пантея» барлығы тураһында дәлилдәр тупларға тырыша, әммә уның исемлеге «бөтә аллаларға» йәки «ун ике илаһҡа» ябай бағышлауҙарҙан тора. Улар бөтә аллаларға ғибәҙәт ҡылыу культы булған ғибәҙәтхана мәғәнәһендә мотлаҡ пантея түгел[6].
Күренеүенсә, Римда Пантеон ғәҙәти мәғәнәлә ғибәҙәтхана ғына булмаған. Ул нәҫел ғибәҙәтханаһы булараҡ уйланылған һәм Август дәүере хакимы Юлий Цезарға бағышланып, б.э.т. 44 — 42 йылдарҙа Сенат ҡарарҙары менән илаһилаштырылған культтың бер өлөшө булып торған. Был турала, тәү сиратта, бинаның урынлашыуы дәлилләй. Легенда буйынса, пантеон урынлашҡан ерҙән (боронғо заманда — «Кәзә һаҙлығы», лат. Palus Caprae), Мәңгелек ҡалаға нигеҙ һалыусы Ромулды илаһ Марс күккә күтәрә, шунан һуң Кәзә һаҙлығы Марс яланына әйләнә.
Пантеондың Август кәшәнәһе менән бер күсәрҙә булыуы осраҡлы түгел. Шулай итеп, бина императорҙарҙың илаһи сығышы тураһында яңы дини күҙаллауҙар барлыҡҡа килгән осорҙа Рим аллаларын һәм хакимдарын берләштереү идеяһын сағылдырырға тейеш була. Пантеон урынлашҡан урын боронғо заманда изге космологик әһәмиәткә эйә булған. Бында боронғо Мысырҙан мираҫ итеп алынған, ҡояш культы һәм император шәхесенең апофеозы менән бәйле ҡоролмалар байтаҡ (гномондар сифатында файҙаланылған Мысыр обелискылары, ишек төбөндәге ике «ҡояш обелискыһы» менән Август мавзолейы, меридиандың бронза линияһы). Планы буйынса түңәрәк Август кәшәнәһе (иң яҡын аналогия: Тиволиҙағы Адриан виллаһында Teatro Marittimo), Пантеонға тиклем бер нисә йыл элек тамамлана. Ике бина бер үк төньяҡ-көньяҡ күсәрҙә урынлашҡан[7][8].
Ҡалып:Планиметрия Марсового поля
Август кәшәнәһе Пантеонға тиклем бер нисә йыл элек тамамлана. Ике ҡоролма бер үк төньяҡ-көньяҡ күсәрҙә урынлашҡан.
Төҙөү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бина император Гай Октавиан Августтың кейәүе, б.э.т. 27—25 йылдарҙа Октавиан Августтың б.э.т. 31 йылда Акциум морононда Антоний һәм Клеопатра флоты өҫтөнән еңеүе иҫтәлегенә (Октавиан флоты менән Марк Агриппа етәкселек итә) төҙөлә. Ғибәҙәтхана ике тапҡыр янғындан зыян күрә (80 һәм 110 йылдарҙа). Беҙҙең эраның 118—120 йылдарында император Адриан тарафынан, фризында Марк Агриппа исеменән боронғо бағышлау яҙыуы һаҡланып, «М. AGRIPPA L .F. COS.TERTIVM FECIT» (Маркус Агриппа, Люцийҙың улы, өсөнсө тапҡыр консул итеп һайлана, төҙөлә) яңынан тергеҙелә.
Башҡа версияла Пантеонды император Траяндың идара итеү ваҡытына хас ҡомартҡы (98—117) итеп ҡарайҙар: ул 114 йылда йәки 110 йылғы янғындан һуң ғына үҙгәртеп ҡорола һәм беҙҙең эраның 125 һәм 128 йылдары араһында Адриан (117—138) ваҡытында ғына тамамлана. Беҙҙең эраның 77-се йылында Оло Плиний "Тәбиғи тарих"ында был бинаны «Пантео» тип атай:
Пантеонда Марк Агриппа ҡуйған колонналарҙың капеондары сиракуз баҡырынан эшләнгән[9].Оригинал текст (лат.)Syracusana sunt in Pantheo capita columnarum a M. Agrippa posita. quin etiam privata opulentia eo modo usurpata est.
202 йылда Септимий Север һәм уның улы Каракалла идара иткән осорҙа Пантеон тергеҙелә. Архитрава Севераһына яҙыу өҫтәйҙәр:
Император Цезарь Луций Септимий Север Пий Пертинакс Аравийский, Адиабенский, Парфянский, Бөйөк понтифик, 10 тапҡыр трибун, 11 тапҡыр император, 3 тапҡыр консул, Ватан атаһы, проконсул һәмИмператор Цезарь Марк Аврелий Антоний Антоний Пий Феликс Август, 5 тапҡыр трибун, консул, проконсул, ваҡыт үтеү менән зыян күргән Пантеонды бик ентекләп тергеҙеләр.
Оригинал текст (лат.)IMP · CAES · L · SEPTIMIVS · SEVERVS · PIVS · PERTINAX · ARABICVS · ADIABENICVS · PARTHICVS · MAXIMVS · PONTIF · MAX · TRIB · POTEST · X · IMP · XI · COS · III · P · P · PROCOS ET
IMP · CAES · M · AVRELIVS · ANTONINVS · PIVS · FELIX · AVG · TRIB · POTEST · V · COS ·PROCOS · PANTHEVM · VETVSTATE · CORRVPTVM · CVM · OMNI · CVLTV · RESTITVERVNT
Пантеон бинаһы бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола һәм өҫтәмәләргә дусар була. Адриан эргәһендә төҙөлгән төп, төньяҡ инеү урынын коринф ордерының һигеҙ монолит колоннаһынан торған портик биҙәй, улар һоро мысыр гранитынан эшләнгән. Беренсе рәт колонналарҙың артында тағы икәү бар — ҡыҙыл Асуан гранитынан: бөтәһе 16 колонна. Колонналарҙың бейеклеге 11, 9 метр, капеллалары һәм базалары менән бергә — 14,15 метр (Афина Парфеноны колонналарынан бер ярым тапҡырға бейегерәк), түбәнге диаметры — 1,48 метр, ауырлығы 60 тонна. XVII быуатта өс мөйөштәге колонна Нерон йылы һыу сығанаҡтарынан алынған ике колонна һәм Домитиан виллаһы колонна менән алмаштырыла. Башта ғибәҙәтхананы плинтҡа урынлаштыралар һәм ғибәҙәтханаға ингән ергә ете баҫҡыс алып килә, улар ерҙең күп быуатлыҡ ҡатламланыуы арҡаһында ер кимәленән түбән була.
Пантеондың көньяғына Нептун базиликаһы төкәтеп һалынған — ул ике яҡлы ҡыйыҡ аҫтында өс трансептаһы булған һәм һын өсөн уйымы булған нефҡа оҡшаш. Әлегә тиклем дельфиндар, ҡабырсаҡтар төшөрөлгән мәрмәр фриз фрагменттары һаҡланған[10].
Элек ғибәҙәтхана алдында инеү портигы һәм уртаһында триумфаль аркаһы булған ҙур перистиль ихата урынлашҡан булған. Траян (98—117) һәм һуңыраҡ император Адриан ваҡытында ғибәҙәтхананы үҙгәртеп ҡороуға тиклемге төрлө реконструкциялар бар. Император Траяндың архитекторы — Дамаскиҙан сүриәле Аполлодор (? — б. э. 125 йыл тирәһе). Ул Римда Траян форумын (111—114), одеон, цирк һәм йылы һыу сығанаҡтарын һәм башҡаларҙы төҙөй. Бер версия буйынса, 125—126 йылдарҙа Адриан ваҡытында Пантеонды үҙгәртеп ҡороуҙа ҡатнаша. Император менән архитектор араһындағы низағ тураһында ла билдәле.
608 йылда Византия императоры Фока ғибәҙәтхананы Рим папаһы Бонифаций IV-гә бүләк итә, ул уны 609 йылдың 13 майында Изге Мария һәм ғазап сигеүселәрҙең христиан базиликаһы итеп изгеләндерә (Basilica di Santa Maria ad Martyres). Исеме христиандарҙың аноним ғазапсылары хөрмәтенә бирелгән, уларҙың ҡалдыҡтары ер аҫты ҡыуышлырынан Пантеон криптаһына күсерелгән[11]. Был көн Бөтә изгеләр байрамы булараҡ билдәләнә башлай. VIII быуат уртаһында Рим папаһы Григорий III 1 ноябрҙә изгеләр хөрмәтенә Изге Петр соборы капеллаларының береһен изгеләндерә һәм был ваҡиға хөрмәтенә Бөтә Изгеләр көнөн байрам итеү датаһын 1 ноябргә күсерә[12]. Ун беренсе быуаттан Рим Пантеонын йышыраҡ уның архитектура тибына ярашлы атайҙар: Санта Мария Ротонда (Piazza della Rotonda); шуға ярашлы, ғибәҙәтхана алдындағы майҙанды ла атайҙар. Папа Александр VII ваҡытында ҡорам алдындағы ер кимәлен түбәнәйтәләр. Быуаттар дауамында ул 6 метрҙан ашыуға күтәрелә.
658 йылда Византия императоры Констант II бойороғо буйынса Пантеон көмбәҙен ҡаплап тороусы алтын ялатылған бронза табаҡтар Римға сәфәре ваҡытында Константинополгә оҙатыу өсөн алына. 735 йылда рим папаһы Григорий III бойороғо буйынса көмбәҙ ҡурғаш пластиналар менән ҡапланған була, ә 1270 йылда Пантеон портигы өҫтөндә ҙур булмаған ҡыңғыраулыҡ төҙөлә. 1527 йылда Римды изге Рим императоры Карл V һалдаттары баҫып алған саҡта, Пантеон, башҡа рим ғибәҙәтханалары кеүек үк, ҙур зыян күрә.
1624 йылда Рим Папаһы Урбан VIII (Барберини ғаиләһенән) указы менән Изге Петр соборында киворий эшләү өсөн портиктың бронза япмалары иретергә алына. Архитектор Дж. Л. Бернини аттика мөйөштәренә ҙур булмаған ике ҡыңғыраулыҡ төҙөй, әммә улар шул тиклем мәғәнәһеҙ булып күренә, хатта «Берниниҙың тоҙло ҡолаҡтары» тигән исем ала (тикшеренеүселәр был фактты инҡар итәләр, Ф. Борромини йәки Д. Фонтана ижады тип иҫәпләйҙәр). 1883 йылда ҡыңғыраулыҡтар алып ташлана.
Конструкция һәм композиция үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөһим ваҡиғалар һәм йолалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пантеондың интерьеры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Pantheon // The Oxford English Dictionary (инг.). — Oxford, England: Oxford University Press, 2008.
- ↑ Cassius Dio, Roman Histories 53.27.
- ↑ MacDonald 1976, p. 76
- ↑ Ziolkowski, Adam Was Agrippa's Pantheon the Temple of Mars 'In Campo'? (инг.) // Papers of the British School at Rome : journal. — 1994. — Т. 62. — С. 271.
- ↑ Thomas, Edmund. From the Pantheon of the Gods to the Pantheon of Rome // Pantheons; Transformations of a Monumental Idea (инг.) / Richard Wrigley; Matthew Craske. — Aldershot: Ashgate, 2004. — P. 17. — ISBN 978-0-7546-0808-0.
- ↑ Ziegler, Konrat. Pantheion // Pauly's Real-Encyclopädie der Classischen Altertumswissenschaft: neue Bearbeitung (нем.). — vol. XVIII. — Stuttgart, 1949. — S. 697—747.
- ↑ MacDonald, William L. The Pantheon: Design, Meaning, and Progeny. — Cambridge, Massachusets: Harvard University Press, 1976
- ↑ Hetland, Lise M. Dating the Pantheon // Journal of Roman Archaeology. —2007. — № 20, pp. 95—112
- ↑ Плиний Старший. Естественная история. Книга тридцать четвёртая (компиляция переведённых фрагментов) . annales.info. Дата обращения: 31 ғинуар 2020. Архивировано 29 ғинуар 2019 года.
- ↑ Strong, Е. Roman Sculpture from Augustus to Constantine. 1909, ripubblicato da Ayer Publishing, 1969, p. 243
- ↑ MacDonald 1976, p. 18
- ↑ Всех Святых Неделя . Дата обращения: 31 октябрь 2015. Архивировано 8 июль 2012 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Власов В. Г.. Пантеон и пантеоны. Умножение наименований: культурно-исторические и мнемонические аспекты изучения памятников классической архитектуры // Электронный научный журнал «Архитектон: известия вузов». — УралГАХУ, 2020. — № 2 (70). URL: http://archvuz.ru/2020_2/5/
- Радзюкевич А. В., Григоренко Г. Ф. Математические аспекты архитектурной логики формообразования римского Пантеона // ΣΧΟΛΗ Vol. 14. 1 (2020). URL: https://nsu.ru/classics/schole/14/14-1-radzyukev.pdf
- Claridge, Amanda. Rome. — Oxford Oxfordshire: Oxford University Press, 1998. — (Oxford Archaeological Guides). — ISBN 0-19-288003-9.
- Cowan, Henry. The Master Builders: : A History of Structural and Environmental Design From Ancient Egypt to the Nineteenth Century. — N. Y.: John Wiley and Sons, 1977. — ISBN 0-471-02740-5.
- Lesley A. DuTemple. The Pantheon. — Twenty-First Century Books, 2003. — 72 p.
- Favro, Diane. The Cambridge Companion to the Age of Augustus. — Cambridge University Press, 2005. — С. 234—263. — ISBN 978-0-521-00393-3.
- Hetland, L. M. Dating the Pantheon (инг.) // Journal of Roman Archaeology. — 2007. — Т. 20. — № 1. — С. 95—112. — ISSN 1047-7594.
- King, Ross. Brunelleschi's Dome. — L.: Chatto & Windus (инг.)баш., 2000. — ISBN 0-7011-6903-6.
- Kleiner, Fred S. A History of Roman Art. — Belmont: Wadsworth Publishing (инг.)баш., 2007. — ISBN 0-534-63846-5.
- Lancaster, Lynne C. Concrete Vaulted Construction in Imperial Rome: Innovations in Context. — Cambridge: Cambridge University Press, 2005. — ISBN 0-521-84202-6.
- Loewenstein, Karl (инг.)баш. The Governance of Rome. — The Hague, Netherlands: Martinus Nijhof, 1973. — ISBN 978-90-247-1458-2.
- MacDonald, William L. The Pantheon: Design, Meaning, and Progeny. — Cambridge, MA: Harvard University Press, 1976. — ISBN 0-674-01019-1.
- Marder, Tod A. Specchi's High Altar for the Pantheon and the Statues by Cametti and Moderati (инг.) // The Burlington Magazine. — The Burlington Magazine Publications, Ltd., 1980. — Т. 122. — № 922. — С. 30—40.
- Marder, Tod A. Alexander VII, Bernini, and the Urban Setting of the Pantheon in the Seventeenth Century (инг.) // The Journal of the Society of Architectural Historians. — Society of Architectural Historians, 1991. — Т. 50. — № 3. — С. 273—292. — DOI:10.2307/990615
- Mark, R.; Hutchinson, P. On the structure of the Pantheon (инг.) // Art Bulletin. — College Art Association, 1986. — Т. 68. — № 1. — С. 24—34. — DOI:10.2307/3050861
- Ramage, Nancy H.; Ramage, Andrew. Roman art : Romulus to Constantine. — 5th. — Upper Saddle River, N.J.: Pearson Prentice Hall, 2009. — ISBN 978-0-13-600097-6.
- Rasch, Jürgen Die Kuppel in der römischen Architektur. Entwicklung, Formgebung, Konstruktion, Architectura (нем.) // Architectura. — 1985. — Т. 15. — С. 117—139.
- Roth, Leland M. Understanding Architecture: Its Elements, History, And Meaning. — Boulder: Westview Press, 1992. — ISBN 0-06-438493-4.
- Summerson, John (1980), The Classical Language of Architecture, 1980 edition, Thames and Hudson World of Art series, ISBN 0-500-20177-3
- Thomas, Edmund The Architectural History of the Pantheon from Agrippa to Septimius Severus via Hadrian (инг.) // Hephaistos. — 1997. — Т. 15. — С. 163—186.
- Wilson-Jones, Mark. Principles of Roman Architecture. — New Haven: Yale University Press, 2003. — ISBN 0-300-10202-X.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Mark Cartwright. Pantheon (ингл.). Ancient History Encyclopedia (2013). Дата обращения: 27 ғинуар 2017.
- Веб-камера с видом на Пантеон (инг.)