Париж (Силәбе өлкәһе)
Париж | |
Нигеҙләү датаһы | 1842 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Парижское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Парижское сельское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
1995 кеше (2002)[2], 1712 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 457654 |
Урындағы телефон коды | 35157 |
Париж Викимилектә |
Париж — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районы ауылы, Париж ауыл биләмәһе административ үҙәге.
Ауыл исеме Рәсәй армияһының Париж янындағы еңеүе хөрмәтенә бирелгән. Ауылға туристарҙы ылыҡтырыр өсөн, Эйфель башняһы манараһының бәләкәй моделе рәүешендә элемтә вышкаһы төҙөлгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1842—1843 йылдарҙа, Новолинейный районына кешеләр күсергәндә № 4 иҫәбе бирелгән участка булдырылған, һуңыраҡ ул Париж тип үҙгәртелгән. Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында В. К. Блюхер етәкселегендә Ҡыҙыл армия ғәскәре Парижда урынлашҡан[4].
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл исеме, Көньяҡ Уралдағы европа ҡалалары — Лейпциг, Арси, Берлин, Фершампенуаз исемдәре йөрөткән башҡа ауылдар кеүек,Франция баш ҡалаһы Париждан килә. Был исемдәр 1799 һәм 1813—1814 йылдарҙа Италия, Германия һәм Франциялағы Рәсәй ғәскәрҙәренең еңеүҙәре хөрмәтенә бирелә: ул ваҡытта нуғайбәк казактары Рәсәй армияһында айырым полк тәшкил иткән була[4].
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабала яҡынса 800 йорт, урта мәктәп, «Астафьевский» совхозы, урындағы төбәк музейы бар.[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[5] | 2010[6] |
1995 | ↘1712 |
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005 йыл 24 июнь 2005 йылдың 24 июнендә Париж ауылында Эйфель манараһы рәүешендә яһалған кеҫә телефоны вышкаһы асыла. Көньяҡ Урал «Эйфель манараһы» ысынбарлыҡтағынан алты тапҡыр бәләкәй. Компания сығымдары яҡынса 12 миллион һум тәшкил итә, уртаса элемтә манараһы 8 миллионға төшөр ине[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Теперь у парижцев есть своя Эйфелева башня., BBC (26 июнь 2005). 15 февраль 2016 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.