Эстәлеккә күсергә

Пачеко Мария Луиза

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пачеко Мария Луиза
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Боливия
 Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 22 сентябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2]
Тыуған урыны Ла-Пас[d], Боливия[3]
Вафат булған көнө 23 апрель 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Атаһы Julio Mariaca Pando[d]
Һөнәр төрө рәссам
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәре тупланмаһы Музей искусств Далласа[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]

Мария Луиза Пачеко (22 сентябрь 1919 йыл, Ла-Пас — 23 апрель 1982 йыл, Нью-Йорк) — АҠШ-ҡа күсеп киткән Боливия рәссамы[4]. Үҙенең Нью-Йорктағы 20-йыллыҡ карьераһына ҡарамаҫтан, АҠШ сәнғәтенә ҡарағанда Латин Америкаһындағы сәнғәте күпкә йоғонтоло була[5].

1919—1956: Боливия, Испания

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мария Луиза Пачеко Ла-Паста архитектор Хулио Мариака Пандо ғаиләһендә тыуған. Ла-Паста Сәнғәт академияһында уҡый. 1940 йылдар аҙағынан 1951 йылға тиклем La Razón гәзитендә иллюстратор һәм уның әҙәби бүлегенең мөхәррире булып эшләй. Испания хөкүмәте стипендияһы Пачекоға 1951 һәм 1952 йылдарҙа аспирантурала уҡырға һәм Мадридта Нәфис сәнғәттәрҙең Король академияһында уҡытыусы булып эшләргә мөмкинлек бирә[4].

1956—1982 йылдар: Нью-Йорк

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1956 йылда Пачеко Нью-Йоркта Джон Саймон Гуттенхаймдың Мемориаль фондынан бер-бер артлы өс стипендияға лайыҡ була. Беренсе стипендияһы Вашингтонда Америка Дәүләттәре ойошмаһының (ОАГ) музейына күргәҙмәгә саҡырылыуы менән тап килә. Ошоноң менән бәйле Мария Луиза Пачеко Нью-Йоркҡа күсеп килә. Нью-Йоркта булып, Пачеко Life журналында иллюстратор һәм текстиль дизайнеры булып эшләй.

Эшен Боливия һынлы сәнғәтенең 1930—1940 йылдарҙа өҫтөнлөк иткән индигенизмы стилендә башлап, Пачеко индигенистик мәктәбенең күберәк абстрактлы йүнәлешенә ҡарай[5].

Һуңыраҡ Пачеко, быға тиклем дә, унан һуң да Европала булғандан һуң һәм Пабло Пикассо, Жорж Брак һәм Хуан Грис менән танышҡандан һуң күберәк абстракт стилдәрҙе өҫтөн күрә[4]. Сәнғәт белгестәре уның иртә эштәрендә ике айырым фаза: 1950 йылдар башында уның Европаға беренсе барыуы ваҡытында иртә абстракционизмы һәм абстракт экспрессионизм йоғонтоһон ныҡ кисергән һуңғы стилен (Нью-Йорк осоро дауамында) бүлә[6]. 1950 йылдар аҙағына ҡараған уның эштәре төҫтәргә әҙ бәйле һәм буяуҙың текстураһына ҙур акцент яһау менән айырылып тора[7].

Пачеконың абстракт картиналары Боливиялағы төп халыҡ кечуа һәм аймаранан илһам ала, шулай уҡ Боливия Анд тауҙарының түбәләре һәм боҙлоҡтары образы осрай. Уны Латин Америкаһы сәнғәтенә абстракт төҫ индергән (Гватемала рәссамы Родольфо Абуларах, Чилиҙан Марис Тораль, колумбиялы Омар Райо һәм уругвай Хулио Алпуй менән бер рәттән) авангард быуынының күренекле вәкиле тип атайҙар[7]. Мария Луиза Пачеко революция йылы хөрмәтенә аталған «52-се йылдар быуыны» кеүек билдәле рәссамдар төркөмөнөң күренекле ағзаһы[5].

1960 йылдар аҙағын — 1970 йылдар башын ҡайһы берәүҙәр[4] Пачеко ижадының иң өлгөргән ваҡыты тип һанай. Ул иғтибарҙы буяуҙарға ғына түгел, шулай уҡ ҡом, гәзит, фанера һәм ҡатырға кеүек башҡа материалдарға таянып, төҫ өҫтөнән текстураға күберәк бүлә[7].

1970 йылдар аҙағынан һәм үҙе үлгәнгә тиклем Пачеко Боливия пейзажының күберәк образлы һүрәттәренә күсә, был осорҙағы эштәре абстракция һәм образлылыҡтың тура килеүе менән айырыла[5].

  1. RKDartists (нидерл.)
  2. María Luisa Pacheco // Artists of the World Online, Allgemeines Künstlerlexikon Online, AKL Online (нем.) / Hrsg.: A. Beyer, B. SavoyB: K. G. Saur Verlag, Verlag Walter de Gruyter, 2009. — ISSN 2750-6088doi:10.1515/AKL
  3. Union List of Artist Names (ингл.) — 2019.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Thomas, Riggs. St. James guide to Hispanic artists : profiles of Latino and Latin American artists. — St. James Press (инг.)баш., 2002. — ISBN 1558624708.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Delia., Gaze. Dictionary of women artists. Volume 2, Artists J-Z. — Fitzroy Dearborn (инг.)баш., 2000. — ISBN 1884964214.
  6. Felix, Angel La obra de María Luisa Pacheco [The works of María Luisa Pacheco] (исп.) // ART Das Kunstmagazin (инг.)баш. : diario. — 1989. — Т. 1989. — № 12. — С. 52—60, 135—138.
  7. 7,0 7,1 7,2 Rebollo Gonçalves, Lisbeth SIART '99: La Paz inaugurates an International Art Salon (инг.) // Art Nexus (инг.)баш. : magazine. — 2000. — Т. February/April 2000, Issue 35. — С. 110—111.

Әҙәбиәт һәм һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Museo Nacional de Arte, Galería Arte Unico, Galería Fundación BHN. María Luisa Pacheco, pintora de los Andes. — La Paz, Bolivia: La Papelera, 1993.
  • María Luisa Pacheco: Retrospectiva. — Bolivia, 1976.
  • Pacheco, María Luisa. María Luisa Pacheco (1919-1982). — La Paz : Oxígeno Cultura Visual., 2010.
  • The Latin American Spirit: art and artists in the United States, 1920-1970. — Bronx Museum of the Arts in association with H.N. Abrams, 1988. — ISBN 0810912716.
  • María Luisa Pacheco’s works (неопр.). LatinAmericanArt.com.