Эстәлеккә күсергә

Перевозчиков Андрей Егорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перевозчиков Андрей Егорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1978
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-конструктор

Перевозчиков Андрей Егорович (19081978) — совет инженер-конструкторы һәм сәнәғәтте ойоштороусыһы, СССР суднолар төзөлөшө сәнәғәте министрлығының "Айсберг" ЦКБ етәксеһе һәм баш конструкторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).

Перевозчиков Андрей Егорович 1908 йылның 24 сентябрендә Пермь губернаһының Камышлов өйәҙе Ертарск заводы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тауған.

1934 йылдан 1939 йылға тиклем Ленинград корабль төҙөү институтында уҡый. 1939 йылдан 1950 йылға тиклем Невск проект-конструкторлыҡ бюроһында түбәндәге вазифаларҙа эшләй: 1939 йылдан 1946 йылга тиклем — конструктор һәм өлкән конструктор, 1946 йылдан 1950 йылга тиклем — йыһаздар бүлеге начальнигы булып эшләй. А. Е. Перевозчиков «Сталинград» ауыр крейсерын проектлауҙа ҡатнаша.

1950 йылдан 1955 йылга тиклем 17-сы номерлы Үҙәк конструкторлыҡ бюроһында, 615, 611 һәм 629 тибындағыһыу аҫты кәмәләрен проектлау бүлеге етәксеһе, баш конструктор урынбаҫары һәм баш конструктор булып эшләй. 1955 йылдан 1962 йылға тиклем 50-се номерлы Үҙәк конструктор бюроһы етәксеһе була, йылға хәрби һәм десант корабтары төҙөүҙе ойоштороусы була. 1961 йылдан 1962 йылға тиклем 14-се Үҙәк конструктор бюроһының етәксеһе һәм баш конструкторы була, уның етәкселегендә һәм бюро ҡатнашлығында балыҡ тотоу флоты — диңгез граждан суднолары өсөн проектлау кеүек эштәр башҡарыла.

1962 йылдан 1978 йылғатиклем, уналты йыл дауамында, А. Е. Перевозчиков СССР суднолар төзөлөшө сәнәғәте министрлығының «Айсберг» Үҙәк конструкторы һәм етәксеһе була. А. Е. Перевозчиков етәкселегендә һәм уның туранан-тура ҡатнашында «Ленин» атом боҙ ватҡысын модернизациялаү эштәре алып барыла, «Арктика» атом боҙ ватҡысын, шулай уҡ төрлө хәрби һәм гражданлыҡ боҙ ватҡыс судноларын һәм һыу аҫты кәмәләре өсөн йөҙөү базаларын проектлау һәм төзөү эштәре алып барыла.[1].

1966 йылның 25 июлендә СССР Югары Советы Президиумы Указы менән Андрей Егорович Перевозчиков Ленин ордены менән бүләкләнә.

1976 йылдың 7 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумының "Юғары хеҙмәт уңыштары, туғыҙынсы биш йыллыҡ заданиеларын ваҡытынан алда үтәүе, яҡшы сифатлы продукция етештереү һәм "Арктика" атом боҙ ватҡысы төзөлөшөнә ҙур өлөш индергәне өсөн" Андрей Егорович Перевозчиков Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән бүләкләнә.

Перевозчиков Андрей Егорович 1978 йылдың 7 августында вафат була, Комаров заяратында ерләнгән.

  1. Судостроение России : биографическая энциклопедия, XIX—XXI вв.: А—Я / Военно-морской флот Российской Федерации, Федеральное агентство по пром-сти, Федеральное агентство морского и речного трансп. ; [сост. Первов М. А.]. - Москва : Столичная энцикл., 2008 г. — 597 с. — ISBN 978-5-903989-01-0
    • Морской биографический словарь / В. Д. Доценко; Под ред. И. В. Касатонова. - СПб. : Logos, 1995 г. — 494 с. — ISBN 5-87288-095-2
    • Судостроение России : биографическая энциклопедия, XIX—XXI вв.: А—Я / Военно-морской флот Российской Федерации, Федеральное агентство по пром-сти, Федеральное агентство морского и речного трансп. ; [сост. Первов М. А.]. - Москва : Столичная энцикл., 2008 г. — 597 с. — ISBN 978-5-903989-01-0