Эстәлеккә күсергә

Перуджа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перуджа
итал. Perugia
БайраҡГерб
Рәсем
Исем Pérouse[1]
Рәсми атамаһы Perugia
Этнохороним perugini
Рәсми тел Итальян
Дәүләт  Италия
Административ үҙәге Умбрия[d], Перуджа[d], Тразимено[d] һәм синьория Перуджи[d]
Административ-территориаль берәмек Перуджа[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Perugia[d]
Халыҡ һаны 161 748 кеше (1 ғинуар 2023)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 493 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Сиэтл, Констанца, Братислава[3][4], Экс-ан-Прованс[d], Тюбинген[d], Потсдам[d], Алатри[d], Гранд-Рапидс[d], Сиракузы[d], Contrada Sovrana dell'Istrice[d], Ольштын[5] һәм Скрантон
Милке Palazzo Gallenga Stuart[d], Q3889144? һәм Ренато Кури (стадион)[d]
Сиктәш Бастия-Умбра[d], Дерута[d], Губбио[d], Маршано[d], Пьегаро[d], Умбертиде[d], Вальфаббрика[d], Ассизи[d], Маджоне[d], Торджано[d], Корчано[d] һәм Паникале[d]
Майҙан 449,51 км² (9 октябрь 2011)[6]
Почта индексы 06121–06135
Рәсми сайт comune.perugia.it
Урынлашыу картаһы
Изге ҡурсалаусы Columba of Rieti[d] һәм Констанций из Перуджи[d]
Сейсмическая классификация 2[d][7][8]
Урындағы телефон коды 075
Номер тамғаһы коды PG
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Перудже[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Perugia[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Perugia[d]
Карта
 Перуджа Викимилектә

Перуджа (итал. Perugia, лат. Perusia) — Италияның Умбрия төбәгендәге тарихи баш ҡалаһы. Шул уҡ исемдәге провинцияның административ үҙәге. Ҡала бер нисә убала һуҙылып ята, унан Тибр йылғаһы үҙәненең һәм Тразимен күленең бик матур күренештәрен күрергә мөмкин.

Ҡалаға нигеҙҙе һалыусылар умбрҙар була. Беренсе тапҡыр барлыҡҡа килеүе тарих биттәрендә 12 союздаш Этрурия ҡалаларының береһе булараҡ ҡалған. Б. э. тиклемге 310 йылда — римдең Перузия колонияһы. Б. э. т. 41-40 йылдарҙағы перузин һуғышы ваҡытында, Октавиан һәм Марк Антоний һуғышҡан саҡта, ҡала яндырыла. 592 йылда лангобард кенәзлегенең үҙәге була.

Урта быуаттарҙа Перуджа бик күп һуғыштарҙы үткәрә. Формаль ирекле булған ҡала папа яҡлы була (ҡарағыҙ гвельфтар). XIII быуат барышында папалар был ҡаланың стеналары артында үҙҙәренә ҡотолоу тапҡан; бында биш конклав үтә.

Ренессанс дәүерендә ҡала рәссамдары менән дан тота, улар араһында Перуджино һәм Рафаэль Санти була.

1540 йылда Пьерлуиджи Фарнезе Бальониҙағы хакимды еңә, артабан ҡала Папа өлкәһенә инә. 1797 йылдың февралендә француздар ҡыҫҡа ғына ваҡыт Перуджаны Тиберий республикаһының баш ҡалаһы итәләр. XIX быуатта ҡала бер нисә тапҡыр ер тетрәүҙән зыян күргән.

Ҡаланың ҡурсалаусыһы итеп Перуджанан изге Констанция, Геркулафл (итал. Ercolano di Perugia) һәм Лаврентий һанала.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала үҙәге майҙаны булып 4 ноябрҙән алып Маджоре фонтаны тора (1275-78), ул төрлө мифологик темаларға рельефлап биҙәлгән. Майҙанға урта быуат ратушаһы ал яғы менән сығып тора (1293-97), хәҙер ул сәнғәт музейы өсөн яраҡлаштырылған, шулай уҡ изге Лаврентий соборы (1345—1430) бар, бында Дева Марияның никахлашҡан балдағы һаҡлана.

Ҡала боронғо ҡорамдарға бик бай ҡала, ундағы сиркәүҙәр:

  • Сан-Анджело сиркәүе (барып тоташа V—VI бб.) — иң боронғо ғибәҙәтхананан килтерелгән колонналар менән биҙәлгән түңәрәк формала төҙөлгән ҡорам.
  • Сан-Доменико сиркәүе (1305 йылда төҙөлгән, 1632 йылда яңыртылған) унда Бенедикт XI папаның ҡупшы кәшәнәһе тора.
  • Сан-Пьетро сиркәүе.
  • Сан-Северо капеллаһы — уның фрескаларын Рафаэль һәм Перуджино сиратлап эшләгән.
  • Сан-Бевиньяте сиркәүе (1250 тирәһе) — ҡаты бәғерле тамплиерҙар ҡорамы.
  • Колледжо-дель-Камбио (1452-57) Перуджиноның һәм уның уҡыусыларының монументаль фрескалары.

Перуджа — донъяла иң бәләкәй бер ҡала, унда метро бар. Перуджиҙың миниметроһы 2008 йылдың ғинуарында төҙөлгән һәм уның бар оҙонлоғо 4 км тәшкил итә

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]