Ольштын
Ольштын (пол. Olsztyn ) [ˈɔlʂtɨn]), 1945 йылға тиклем Алленштайн (нем. Allenstein ) — Польша ҡалаһы, илдең төньяғында , Лын йылғаһы буйында урынлашҡан, Вармия-Мазур воеводствоһының административ үҙәге.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ольштын ҡалаһы Ольштын күлдәре төбәгендә урынлашҡан, унда 11 ҙур күлдәр һәм ҡуйы урмандар бар.
Ҡала морена боҙлоғоноң ҡалдығында ята. Ҡаланың иң бейек нөктәһе -диңгеҙ кимәленән 155 м бейеклектә, иң түбәне — 88 м бейеклектә.
Ольштындың 560 мең гектар ерен ҡала паркы зонаһы биләй(6,5 процент). Ольштын территорияһында ике тәбиғи заказник бар, уларҙың 14 га ере торфлы һаҙлыҡ үҫемлектәре менән ҡапланған.
Һыу ресурстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала аша өс йылға аға: Лын, Вадонг (пол. Wadąg) һәм Кортувка (пол. Kortówka). Ҡала административ сиктәрендә 15 күл бар, шуларҙың 13-нөң майҙаны 1 гектарҙан ашыу.
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала климаты уртаса, диңгеҙ климатынан континенталгә күсемле. Йыллыҡ уртаса яуым-төшөм кимәле — 600 мм, һауаның уртаса йыллыҡ температураһы +6,6 °C: максимум-июль (+17,7 °C) һәм ғинуар айында минимум (-3,5 °C). 160 көн яуым-төшөм менән, 140 көн менән һыуыҡ температуралы, ҡар ҡатламы уртаса 83 көн дауамында ята.
Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
-
Ольштын ҡалаһы ҡапҡаһы
-
Святое Сердце Иисуса костелы
-
Иҫке ратуша
-
Яңы ратуша
-
Кафедраль собор һәм Иҫке ҡала
-
Ольштын замогы
-
Ольштын замогы
-
Изге Якоб сиркәүе
-
Инжил сиркәүе
Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2000 йылда ҡала халҡы 172 000-гә етә[19].

2010 йылдың 30 июненә ҡарата халыҡ һаны 176 522 кеше тәшкил итә (21 урын Польшала), ҡала майҙаны — 88,33 км² (26-сы урын илдә), халыҡ тығыҙлығы — 1998 кеше/кв. км.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XIX быуат аҙағында ҡалала ике машиналар төҙөү заводы һәм шырпы фабрикаһы була. 1914 йылда инде эшләп килгән сәнәғәт предприятиеларының һаны 60-ҡа яҡын, шул иҫәптән ике һөт заводы, 2 тирмән, 3 типография, гәрсис етештереү буйынса фабрика, 4 һыра заводы, 9 мебель фабрикаһы, 7 кирбес, 2 черепица заводы, 3 кареталар эшләү оҫтаханаһы, сыбыртҡы фабрикаһында эшләй, бирсәткә, эш бейәләйҙәре тегеү фабрикаһы, кәрзиндәр үреү оҫтаханалары, 2 тараҡ фабрикаһы, 7 кер йыуыу һәм буяу оҫтаханалары була.

Икенсе донъя һуғышынан һуң Ольштында иҡтисади үҫеш көсәйә, ҡала Мазур һәм Вармияның мөһим административ үҙәгенә әйәләнә.
1967 йылда автомобиль шиналары заводы асыла, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте барлыҡҡа килә.
Белем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ольштын ҡалаһы Польша мәғарифының төп үҙәктәренең береһе булып тора.
Ҡалала бер йөҙҙән ашыу урта уҡыу йорттары һәм 6 юғары уҡыу йорттары эшләй.


Иҫтәлекле урын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ольштын замогы.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вармия капитул замогының уң ҡанаты 1348 йылда төҙөлә башлай. Һуңғараҡ бинанаға яңы бер ҡат күтәртелә, ә XV—XVI быуаттарҙа көньяҡ ҡанаты һәм башняһының өҫкө өлөшө төҙөлә. 1516—1521 йылдарҙа замоктың администраторы Николай Коперник булған. Күркәм готика архитектураһы өлгөһөндә Вармия һәм Мазур музейы урынлашҡан.
Башҡа иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бейек ҡапҡа— Иҫке баш ҡалаға инеү урыны.
- Иҫке ратуша (XIV быуат)
- Яңы ратуша (1912—1915)
- Изге Якоб соборы (XIV быуат, XVI быуат)
Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Калининград (Рәсәй)
Гельзенкирхен (Германия)
Луцк (Украина)
Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ян Липский (1690—1746) — поляк католик руханийы, кардинал, Луцк (1732) һәм Краков епискобы (1732—1746). Речь Посполитаяның дипломатик һәм дәүләт эшмәкәре.
- Войчех Плохарский — поляк журналисы, автор, композитор, сәйәхәтсе.
- Зентара-Малевская, Мария — поляк яҙыусыһы һәм шағирәһе.
- Мамед Халидов — поляк ҡатнаш көрәш спортсыһы, чечен сығышлы.
- Йоанна Енджейчик — ҡатнаш көрәш оҫталығы спортсыһы, иң бәләкәй ауырлыҡтағы ҡатын-ҡыҙҙар категорияһында UFC чемпионы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/042815662011-0964465?var-id=1639616&format=jsonapi
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/042815662011-0964465?var-id=1639617&format=jsonapi
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/042815662011-0964465?var-id=1639618&format=jsonapi
- ↑ https://www.olsztyn.eu/pl/o-olsztynie/tozsamosc-miasta/miasta-blizniacze/chateauroux.html
- ↑ https://www.olsztyn.eu/pl/o-olsztynie/tozsamosc-miasta/miasta-blizniacze/offenburg.html
- ↑ https://www.olsztyn.eu/pl/o-olsztynie/tozsamosc-miasta/miasta-blizniacze/kaliningrad.html
- ↑ https://www.klgd.ru/city/twins/
- ↑ https://www.olsztyn.eu/pl/o-olsztynie/tozsamosc-miasta/miasta-blizniacze/gelsenkirchen.html
- ↑ https://www.olsztyn.eu/pl/o-olsztynie/tozsamosc-miasta/miasta-blizniacze/luck.html
- ↑ https://www.lutskrada.gov.ua/en/pages/pobratymy-lutska
- ↑ http://old.lutskrada.gov.ua/en/citizen/olsztyn
- ↑ 14,0 14,1 https://www.olsztyn.eu/pl/o-olsztynie/tozsamosc-miasta/miasta-blizniacze.html
- ↑ https://www.olsztyn.eu/pl/o-olsztynie/tozsamosc-miasta/miasta-blizniacze/halmstad.html
- ↑ https://www.olsztyn.eu/pl/o-olsztynie/tozsamosc-miasta/miasta-blizniacze/perugia.html
- ↑ https://www.olsztyn.eu/pl/o-olsztynie/tozsamosc-miasta/miasta-blizniacze/richmond.html
- ↑ https://www.olsztyn.eu/pl/o-olsztynie/tozsamosc-miasta/miasta-blizniacze/rovaniemi.html
- ↑ Jerzy Sikorski. Galopem przez stulecia : Olsztyn 1353—2003. — Olsztyn: «Wers», 2003, s. 210. ISBN 83-919110-0-4
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Маршрут по замкам и музеям в регионе Балтийского моря». Olsztyn. 2007.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алленштейн // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Три дня в Ольштыне. Путеводитель (рус.)
- Ольштын 2010 йыл 15 май архивланған. (рус.)
- Городской портал Ольштына (пол.)
- Новости из Ольштына 2013 йыл 3 апрель архивланған. (пол.)
- Туристический справочник 2011 йыл 15 май архивланған. (инг.)