Петар Кочич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Петар Кочич
сер. Петар Кочић
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of Austria-Hungary (1869-1918).svg Австро-Венгрия
Ottoman flag.svg Осман империяһы
Тыуған көнө 29 июнь 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2]
Тыуған урыны Осман империяһы, Боснийский вилайет[d], Стричичи[d][3]
Вафат булыу көнө 27 август 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2] (39 йәш)
Вафат булған урыны Австро-Венгрия, Imperial and Royal Military Administration in Serbia[d], Белград[3]
Ерләнгән урыны Новое кладбище[d]
Һөнәр төрө шағир, журналист, романист
Уҡыу йорто Вена университеты
Код по Регенсбургской классификации KW 5530
Commons-logo.svg Петар Кочич Викимилектә

Петар Кочич (сер. Петар Кочић; 29 июнь 1877, Стричич, Босния һәм Герцеговина, Австро-Венгрия (хәҙерге Баня-Лука, Серб Республикаһы Босния һәм Герцеговина составында) — 27 август 1916, Белград) — Босния һәм серб яҙыусы, драматург, йәмәғәт эшмәкәре, новелла яҙыусыһы һәм сәйфи. ХХ быуаттың башында иң күренекле серб әҙәбиәтенең эшмәкәрҙәренең береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Славистиканы Вена университетында өйрәнә. Скопье гимназияһында уҡытыусы булып эшләй. Сараевола йәшәй, тормошоноң аҙағында — Белградта йәшәй.

Радикаль карашлы актив сәйәсмән, тыуған ерендә австро-венгрия оккупацияһына ризаһыҙлыҡ белдерә, ә һуңынан Босния һәм Герцеговина аннексияһы менән ризалашмай. Радикаль ҡараштары өсөн — 1907 һәм 1909 йылдарҙа — австро-венгр властарынан эҙәрлекләнә һәм ҡулға алына. 1910 йылда босния парламентына һайланды.

Белградта Яңы зыяратта ерләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белгородтағы Петар Кочичтың һәйкәле
Марк Югославия. 1977 й.

П.Кочичтың ижады феодал эксплуатацияһынан, австро-венгр властарының террорынан йонсоған босния крәҫтиәндәренең трагик яҙмышына арналған.

Үҙенең прозаик һәм драматик әҫәрҙәрендә персонаждарҙың тормошон һәм яҙмышытарын, шулай уҡ халыҡ теленең нәфис өлгөләрен күрһәткән, Австро-венгр властарының идара итеүенең кире социаль эҙемтәләрен ысынбарлыҡлы һәм сатиралы һүрәтләй.

Уның иң мөһим эш сатирик пьесаһы «Суд алдындағы бурһыҡ» (1904) («Sudom pred jazavac»), оҙаҡ ваҡыт был пьеса сәхнәлә күрһәтелә һәм тамашасыла ҙур уңыш менән файҙалана.

Танылған[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Петар Кочичтың тормошо һәм ижадына тыуған ерендә оло хөрмәт күрһәтелә.

  • Бер нисә Сербия ҡалаларында, Босния һәм Герцеговина ҡалаларында, уның хөрмәтенә һәйкәлдәр ҡуйылған.
  • Яҙыусы һүрәттәре серб республикаһының 1993 йылда сығарылған барлыҡ динар банкноталарында урынлаштырылған, 1998 йылда 100 маркаға конверсияланған Босния һәм Герцеговинаның милли валютаһында сығарылған.
  • 1977 йылда Югославия почтаһы яҙыусының 100 йәшлек юбилейына арнап марка сығара.
  • «Кочићево ҡәләме» һәм «Кочићева књига» исемле әҙәби премиялар булдырылған.
  • 1980—1999 йыл осоронда Серб Республикаһы халыҡ һәм университет китапханаһы Петар Кочич исемен йөрөтә.

Һайланма әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сабирать дјела, 3 томда, 1967.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 идентификатор BNF: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  3. 3,0 3,1 Кочич Петар // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]