Эстәлеккә күсергә

Петрищева Полина Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петрищева Полина Андреевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 29 октябрь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы
Хворостянский район[d], СССР
Вафат булған көнө 21 сентябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (73 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө медицина
Уҡыу йорто Һамар дәүләт университеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1-се дәрәҗә Сталин премияһы

Петрищева Полина Андреевна (29 октябрь 1899(18991029) — 21 сентябрь 1973), Рәсәй паразитологы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты.

Файл:Петрищева.jpg
Е. Н. Павловский, П. А. Петрищева, М. П. Чумаков, һәм А. А. Смородинцев 1939 йылда Алыҫ Көнсығышта.

Петрищева Полина Андреевна Һамар губернаһының Мордовская Липовка ауылында (Куйбышев өлкәһенең Хворостянский районы) тыуған. Семинарияны тамамлағандан һуң 2 йыл зоология һәм биология уҡытыусыһы булып эшләй.

Һамар университетын тамамлай (1923), Һамар малярия станцияһында эшләй. 1930 йылдан — Төркмәнстанда тропик ауырыуҙар станцияһы мөдире (Каракалинск районы). 1932—1933 йылдарҙа Төркмән тропик институтының медицина энтомологияһы бүлеге мөдире була.

1933 йылдан СССР Медицина фәндәре академияһының Бөтә Союз эксперименталь медицина институтының паразитология бүлегендә эшләй.

Медицина фәндәре докторы (1937). 1946 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни һәм фәнни-популяр китаптар һәм брошюралар авторы:

  • «Убить малярийного комара!» (Ашхабад, 1933);
  • «Что надо знать о сохранении здоровья при освоении пустыни» (1952);
  • «Боритесь с москитами» (1953; 1955);
  • «Полевые методы изучения москитов и противомоскитные мероприятия» (1954);
  • «Уничтожайте лесных клещей — переносчиков энцефалита» (1957; 1959);
  • «Клещевой энцефалит» (1958);
  • «Не допускать заражения клещевым энцефалитом: (Памятка)» (1957);
  • «Как болезни диких животных становятся болезнями человека» (1959);
  • «Гнус и борьба с ним» (1961);
  • «Методы изучения и профилактики лейшманиозов и москитной лихорадки» (1961);
  • «Природные болезни расшифрованы, от них можно уберечься!» (1961);
  • «Ликвидируем лейшманиозы и москитную лихорадку» (1961);
  • «Болезни с природной очаговостью» (1965);
  • «Природноочаговые болезни и их профилактика» (1965);
  • «Биологические взаимоотношения кровососущих членистоногих с возбудителями болезней человека» (1967);
  • «География природноочаговых болезней человека в связи с задачами их профилактики» (1969).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Сталин премияһы (1941) — 1939 йылда, «Яҙғы-йәйге һәм көҙгө энцефалиттар» исеме аҫтында билдәле булған кешенең йоғошло ауырыуҙарын тыуҙырыусыларҙы асҡаны һәм СССР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты хуплаған уңышлы дауалау ысулдарын эшләгәне өсөн бүләкләнә.

- И. И. Мечников исемендәге Алтын миҙал — 1953.

- Ике Ленин ордены,

- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,

- Бразилияның Гаспар Вианна миҙалы.