Петровск (Һарытау өлкәһе)
Петровск | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1698 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Петровский район[d], Муниципальное образование город Петровск[d][1] һәм Петровский уезд[d] |
Административ-территориаль берәмек | Петровский район[d] һәм Петровский уезд[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d], UTC+4:00[d] һәм SAMT[d][2] |
Халыҡ һаны | 26 319 кеше (2021)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 180 метр |
Майҙан | 43 км² |
Почта индексы | 412540 |
Урындағы телефон коды | 84555 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Петровске[d] |
Петровск Викимилектә |
Петровск — ҡала (1780) . Рәсәйҙең Һарытау өлкәһе Петровский районының административ үҙәге. Халҡы — 28 893 кеше (2018).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волга буйы ҡалҡыулығында, Медведица йылғаһы ярында, Һарытауҙан 104 км төньяҡ-көнбайышта Волга буйы тимер юлының «Аткарск — Сенная» тимер юл линияһында, Һарытау — Пенза автомобиль юлы эргәһендә, Пенза өлкәһе сигенән 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тимер юл станцияһы, Ярославль өлкәһендәге һәм Байкал аръяғы крайыындағы Петровск менән бутамаҫ өсөн, «Петровск-Һарытау» тип атала. Ҡаланың көньяҡ ситендә Петровск хәрби аэродромы (1990 йылдар аҙағында ташланған, өлөшләтә һүтеп алынған: тороп ҡалғаны тулыһынса емерек хәлдә) бар.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уртаса континенталь климат өҫтөнлөк итә.
Июль йылдың иң йылы айы, уның уртаса температураһы 20,5 ° C, иң һыуыҡ ай — ғинуар, уртаса температураһы −11.4 ° C.
Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме — 560 мм.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петровск — боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы, Петр Беренсенең исемле указы буйынса 1698 йылда ҡырым татарҙары һөжүменән һаҡлау өсөн төҙөлгән. Риүәйәт буйынса, батша 1707 йылда ҡалаға шәхсән нигеҙ һалған.
Петровск ҡәлғәһе үҙ ваҡытында ҙур әһәмиәткә эйә булған, сөнки ҡала аша Һарытау, Аткарск һәм Пенза тракты үтә, ул Царицын менән Мәскәүҙе тоташтыра. Тауарлы йөктәрҙе юлбаҫарҙар шайкаһынан бындағы нығытмалы ҡарауыл биҫтәләрендәге линия һаҡлаған.
Ҡәлғәһе дүртмөйөш формалы, имән стеналары икешәр ҡатлы, 8 манаралы була, ҡәлғә эсендә Петр һәм Павел соборы, воевода йорто, ат һарайы, архив, келәттәр торған.
1780 йылдан алып — Һарытау губернаһы өйәҙ ҡалаһы.
23 июль 1928 йыл. Һарытау округының Түбәнге Волга крайы Петровский районының үҙәге була (1936 йылдан алып һарытау өлкәһе составында).
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эре электромеханика заводы «Молот» (суднолар өсөн прибоҙар, киң ҡулланыу тауарҙары етештереүсе), ЗИЛ АМО автозапчастар етештереү заводы, комбикорм заводы.
Киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Петровские вести» гәзите
- Авторадио 106,1
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Панфилов Иван Васильевич, совет хәрби эшмәкәре, генерал-майор, атаҡлы 316-сы уҡсылар дивизияһы командиры («Панфиловский»), Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң)[4].
- Володин Григорий Симонович (6.08.1919—19.03.1981), совет хужалыҡ эшмәкәре. 1971—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1972), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1964)[5].
- Искренко Нина Юрьевна, рус шағиры.
- Казанкина Татьяна Васильевна, спортсы, еңел атлет. Өс тапҡыр олимпия чемпионы, донъя рекордсмены, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.
- Кнушевицкий Виктор Николаевич, совет эстрада композиторы, дирижёр.
- Кнушевицкий Святослав Николаевич, виолончелист, Мәскәү консерваторияһы профессоры, Дәүләт премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.
- Стахеева Елена Владимировна, Бөтә Рәсәй йәҙрә үҙәгенең инженер-конструкторы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Федеральный закон от 22.11.2016 № 395-ФЗ (урыҫ) — 2016.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Панфилов Иван Васильевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1975. — Т. 19 : Отоми — Пластырь — С. 50.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Володин Григорий Симонович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 август 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петровский городской портал
- сайт города Петровск
- сайт муниципальной газеты «Петровские вести»
- сайт Администрации Петровского муниципального района 2012 йыл 5 сентябрь архивланған.
- сайт Администрации муниципального образования город Петровск
- Петровск в энциклопедии «Мой город»
- Петровск в Большой Саратовской Энциклопедии
- Петровский район
- Станция Петровск-Саратовский
- История герба Петровска
- сайт ООО «СаратовзапсибНИИпроект-2000», разработчика проекта генплана города 2017 йыл 11 сентябрь архивланған.
- сайт Библиотечной системы Петровского района 2016 йыл 13 декабрь архивланған.
- Филиал СГТУ в Петровске
- Завод «Молот» в городе Петровске