Печ университеты
Печ университеты | |
Исеме |
Pécsi Tudományegyetem |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
University of Pécs |
Асылған йылы |
1367[1] |
Ректор |
Ласло Ленард (László Lénárd) |
Студенттар |
26699 |
Уҡытыусылар |
яҡынса 2000 |
Урынлашыуы | |
Юридик адресы |
7633 Печ, Szántó Kovács J.u 1/B |
Сайт |
Печ университеты (мадьярса Pécsi Tudományegyetem) — Венгрияла беренсе университет һәм юғары белем биреүҙә мөһим роль уйнаған илдең иң төп юғары уҡыу йорттарының береһе. Печ ҡалаһында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгрияла иң беренсе һәм Үҙәк Европала иң боронғо университеттарҙың береһе 1367 йылда Печ ҡалаһында Рим папаһы Урбан V биргән патентҡа ярашлы (Вена университеты кеүек) Бөйөк Людовик I тарафынан нигеҙләнә.
Университет берҙәм мәғариф үҙәге булараҡ бер нисә тиҫтә йыл эшләй һәм XV быуат уртаһында ике юғары мәктәпкә — хоҡуҡ (юриспруденция) һәм теологияға бүленә. Ғосман империяһы осоронда университет ябыла. 1785 йылда император Иосиф II Король Академияһын Дьёрҙан Печкә күсерә. 1802 йылда император Франц II указына ярашлы Король Академияһы Дьёр ҡалаһына кире ҡайтарыла. 1833 йылда Печ ҡала сенаты эгидаһы аҫтында ҡала епискобы Печтә хоҡуҡ һәм фәлсәфә факультеттары менән Академия аса.
1912 йылда университет асыла һәм башта Пожонь (хәҙерге Братислава) ҡалаһында урынлаша. Беренсе донъя һуғышынан һуң 1921 йылда университет Печ ҡалаһына күсә һәм хәҙерге заманға тиклем эшләй.
1951 йылда университеттың медицина факультеты айырыла һәм 2000 йылға ҡәҙәр айырым уҡыу йорто була. 1982 йылда университетҡа Янус Паннониус исеме бирелә.
2000 йылдың 1 ғинуарында Янус Паннониус исемендәге университет, Медицина университеты һәм педагогия колледжы берҙәм Печ университетына берләшә.
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белгестәрҙе 10 факультеттарҙа әҙерләйҙәр:
- мәғариф һәм кеше ресурстарын үҫтереү факультеты
- бизнес һәм иҡтисад факультеты
- Дьюла исемендәге педагогика факультеты
- һаулыҡ һаҡлыу факультеты
- гуманитар факультет
- юридик факультет
- медицина институты
- музыка һәм визуаль сәнғәт факультеты
- тәбиғи фәндәр факультеты
- машиналар төҙөү технологияһы һәм информацион фәндәр факультеты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- University of Pécs 2015 йыл 16 май архивланған. (инг.)