Плутоний мәмерйәһе
Плутоний мәмерйәһе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе һәм Әшә районы |
Оҙонлоҡ | 257 метр |
Киңлек | 2,5 метр |
Бейеклеге/буйы | 2 метр |
Майҙан | 642,5 квадрат метр |
Күләме | 1284 м³ |
Плутоний мәмерйәһе — Силәбе өлкәһенең Әшә районында, Әшә ҡалаһының төньяҡ ситенән бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан мәмерйә.
Һүрәтләмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Плутоний мәмерйәһенең эсендәге юлдар ҡатмарлы коридор-лабиринт тибындағы горизонталь карст ҡыуышлыҡтар булып тора.
Девон дәүеренә тура килгән эзбизташтарҙың массивында һалынған. Аджигардак һыртының төньяҡ-көнбайыш ситендә (Эҫем йылғаһының һул яры), Әшә ҡалаһынан көнсығышҡа 1 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Әшә-Миньяр автомобиль юлдарынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 160 метр алыҫлыҡта ята.
Тибы — коридор -лабиринт
Мәмерйә юлдарының дөйөм оҙонлоғо―257 метр
Уртаса киңлеге ―2,5 метр
Уртаса бейеклеге ― 2 метр
Ер аҫты һыҙаты майҙаны ― 642,5 квадрат метр
Күләме ― 1284 кубометр
Мәмерйәгә ингән урындың бейеклеге― 0,8 метр
Киңлеге― 2,5 метр
Урыны — төньяҡ-көнбайыштан Аджигардак һырты.
Әшә-Миньяр автомобиль юлының араһы― 160 метр
Мәмерйәнең төп коридоры (киңлеге 2-2,5 метр, бейеклеге 1 метрҙан артмай) көньяҡҡа ҡарай һуҙыла һәм 35 метрлыҡ коридор аша Осрашыуҙар мәғәрәһенә (Грот встреч)) алып килә. Был урында коридор икегә айырыла. Унан 35 метр үткәс, мәғәрәнең көньяҡ-көнсығыш өлөшендә был тармаҡтар яңынан ҡушыла. Был 34 метр оҙонлоҡтағы мәғәрә (максималь киңлеге 30 м, бейеклеге 4 м) көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә һуҙылған.
Осрашыуҙар мөғәрәһе (Грот встреч)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Плутоний мәмейәһенең иң ҙур тау ҡыуышлығы.
Мәғәрәнең оҙонлоғо ― 34 метр
Максималь киңлеге― 30 метр
Бейеклеге― 4 метр.
Осрашыуҙар мөғәрәһенең иң иҫтәлекле нәмәләренең береһе булып тау ашалыу процесында барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтарҙан хасил булған дүрт таш бағана. Улар мәғәрә көмбәҙен тотоп торған колонна кеүек күренәләр. Уларҙың иң ҙуры — 22 x 6 метр, иң бәләкәйе — 6 x 3 метр ҙурлыҡта. Был таш ҡалдыҡтарын уратып алған балдаҡ һымаҡ мәғәрә юлдарының дөйөм оҙонлоғо 100 метр.
Мәмерйәнең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә төп коридор тәүҙә көньяҡҡа (60 метр) үтә, унан өс тапҡыр үҙ йүнәлешен тура мөйөшяһап үҙгәртә. Икенсе боролош алдынан көньяҡ йүнәлештә 11 метрлыҡ юл айырылып (балсыҡ менән тулған) тупаҡ барып тамамлана.
Коридорҙың башында, 2 урында (тектоник хоҡуҡ боҙоуҙар зоналарында) түшәмдә бер нисә органлы торба бар, түшәмдәге ярыҡтарҙан мул итеп һыу тама. Карст массивының ярыҡтары аша инфильтрацион һыуҙың интенсив кереме һөҙөмтәһендә бында тәрәнлектәре 0,5 - 0,7 м булған 13 ×3 м һәм 5-6 × 3 ҙурлыҡтағы 2 ер аҫты күлдәре барлыҡҡа килә. Төп коридор йомро формалағы тау ҡыуышы менән тамамлана.
Тау ҡыуышлығы көнбайыш йүнәлешендә һуҙылған, уның оҙонлоғо 10 м, киңлеге 8 м, иң ҙур бейеклеге 2 м. Үҙәктә үтә сығып торған тишеге булған 2 метр диаметрлы таш ҡалдығы урынлашҡан. Иҙәнендә эзбизташ киҫәктәре һибелгән, түшәмдә бик күп ваҡ ҡына сталактиттар һәленеп тора. Мөгәрәнән көньяҡҡа һәм төньяҡҡа 2 ҡыҫҡа (4 һәм 10 метр) юл китә. Уларҙың береһе яйлап тарая бара, балсыҡлы; икенсеһе — таш өйөмдәре менән ҡапланған.
Плутоний мәмерйәһенең юлдары башлыса оҙонсай, дуға һымаҡ арҡалы һәм тура мөйөшлө.
Башлыса коридорҙа һәм ситтәге кальцит ҡатламдарынан драпировка (стеналарҙа), ҡаурый ҡабығы, сталагмиттар, сталактиттар билдәләнгән. Орган торбаларының береһендә үҙенсәлекле формалағы («бөйөр») яралтмыш хасил булған.
Төп коридорҙа һәм яндаш мәғәрә юлдарында кальцитлы һарҡым ултырмаларынан драпировка (диуарҙарында), һарҡым ҡатламдар, сталагмиттар, сталактиттар барлыҡҡа килгән.
Плутония мәмерйәһендә хайуандар донъяһы вәкилдәренән ярғанаттар һәм бөжәктәрҙән кесерткән күбәләге, серәкәйҙәр тереклек итә.
Плотоний мәмерйәһе 1970 йылда ЧГПИ һәм Силәбенең «Плутон» клубына берлектәге экспедиция ағзалары тарафынан башлап тикшерелгән (етәксеһе В. Н. Дубовик); улар топографик план төҙөгән һәм мәмерйәнең эсен тасуирлаған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атамаһы буйынса мәғлүмәттәр юҡ.Әммә Плутоний атамаһын мәмерйәне тикшереүсе спелиологтар биреүе бәхәсһеҙ. Мәмерйәне тәүләп асыусылар урындағы халыҡ булыуы, уның үҙ тарихи атамаһы булыуы ла бәхәсһеҙ.Шуға был мәҡәлә тамамланмаған әле.