Пльзень крайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пльзень крайы
чех Plzeňský kraj
ФлагГерб
Flag of Plzen Region.svgPlzen Region CoA CZ.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 12 ноябрь 2000[1]
Рәсми атамаһы Plzeňský kraj[1]
Дәүләт Flag of the Czech Republic.svg Чехия[2][1]
Административ үҙәк Пльзень
Административ-территориаль берәмек Чехия
Хөкүмәт башлығы Йозеф Бернард[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы край Чехии[d][1]
Халыҡ һаны 584 672 кеше (1 ғинуар 2019)[3]
Административ рәүештә бүленә Домажлице[d], Клатови[d], Төньяҡ-Пльзень, Көньяҡ-Пльзень, Пльзень-ҡала, Рокицани[d] һәм Тахов[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 465 Метр
Сәғәт бүлкәте UTC+1[d] һәм UTC+02:00[d]
Милке II/187 road[d], II/185 road[d], II/186 road[d], II/117 road[d], II/192 road[d], II/139 road[d], II/145 road[d], II/172 road[d], II/169 road[d], II/171 road[d], II/174 road[d], II/176 road[d], II/178 road[d], II/177 road[d], II/182 road[d], II/190 road[d], II/189 road[d], II/184 road[d], II/183 road[d], II/180 road[d], II/188 road[d], II/191 road[d], II/193 road[d], II/197 road[d], II/199 road[d], II/198 road[d], II/195 road[d] һәм II/196 road[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Пльзень[1]
Сиктәш Южночешский край[d], Среднечешский край[d], Устецкий край[d], Карловарский край[d] һәм Бавария
Майҙан 7561 км²
Рәсми сайт kr-plzensky.cz
Урынлашыу картаһы
Категория с картами на Викискладе Maps of Plzeň Region
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы [d]
Номер тамғаһы коды P
Средний возраст 42,5[4]
Commons-logo.svg Пльзень крайы Викимилектә

Пльзень крайы (чех Plzeňský kraj) — Чех Республикаһының административ берәмеге, Богемия тарихи өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Административ үҙәге — Пльзень.

Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пльзень крайының халҡы 570 401 кеше тәшкил итә (2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса), был Чехия халҡының 5,47 процентына тигеҙ. Ошо халыҡтың 30 проценты Пльзендә һәм уның биҫтәләрендә йәшәй. Крайҙа аҙ һанлы кеше йәшәгән тораҡ пункттары күп, берҙән-бер ҙур ҡалаһы — администраитв үҙәк булып торған Пльзень, ул Чехияның ҙурлығы буйынса дүртенсе урында торған ҡалаһы (164 000 кеше). Крайҙың ҡалған 46 ҡалаһында 367 000 кеше йәшәй.

Халыҡ тығыҙлығы 1 квадрат километрға 75,44 кеше тәшкил итә (ил буйынса уртаса — 1 квадрат километрҙың халҡы 132,33 кеше). Халыҡтың иң түбән тығыҙлығы Тахов (37,65) һәм Клатови райондарында (44,21).

10 000 кешенән күберәк халыҡ йәшәгән ҡалалар:

  • Пльзень 162 759 кеше
  • Клатовь 22 898 кеше
  • Рокицани 13 743 кеше
  • Тахов 12 528 кеше
  • Сушице 11 520 кеше
  • Домажлице 10 808 кеше

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

КрайыныКрайҙың административ картаһы

Край биләмәһе 7 районға бүленә.

Район Майҙан,



км2
Халҡы,[5]



кеше (2011)
Тораҡ пункттар һаны
Домажлице 1123,46 926 59 85
Клатови 1945,69 726 85 94
Пльзень ҡалаһы 261,46 188 045 15
Көньяҡ-Пльзень 990,04 389 62 90
Төньяҡ-Пльзень 1286,79 74 940 98
Рокицани 575,11 458 47 68
Тахов 1378,68 51 917 51

Крайҙа бөтәһе 501 муниципалитет, шул иҫәптән 15 вәкәләтлектәре киң муниципалитет бар.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары Пльзень тирә яғында эшкәртелә. Бында таш күмер, төҙөлөш ташы, балсыҡ табыла. Богемия урмандарында эзбизташ сығарыла. Төбәктә ауыл хужалығы өсөн уңайлы шарттар бар, крайҙың 50,8 % территорияһында ауыл хужалығы ерҙәре, 39,4 процентында урман тора.

2005 йылдың 31 декабренә ҡарата крайҙа 127 341 предприятие теркәлгән, уларҙың өстән бер өлөшө Пльзень районында урынлашҡан. Халыҡтың 27,3 % етештереү сәнәғәтендә эшләй, уның артынан социаль өлкә, балыҡсылыҡ һәм урман хужалығы предприятиелары килә.

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында Эргенсис (Германия) һәм Бавария Урманы — Богемия урманы (Германия һәм Австрия менән берлектә) евро төбәк барлыҡҡа килтерелгән.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төбәктә юл селтәренең оҙонлоғо 5007 километр тәшкил итә. Автобандар оҙонлоғо 89 километрға тигеҙ. Тимер юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо 713 км, шуларҙың 237 километры электрлаштырылған. Пльзень — Нюрнберг һәм Регенсбург — Мюнхен халыҡ-ара транспорт линияһы төбәкте Германия менән бәйләй.

Мәҙәниәт һәм туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылда крайҙа 43 музей, 12 театр, 590 китапхана, шул иҫәптән Пльзень крайының фәнни китапханаһы тора. Пльзень ҡалаһында даими рәүештә төрлө музыка һәм театр фестивалдәре үткәрелә.

Пльзень ҡалаһы туризм үҙәге булып тора, унда күп һанлы тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары, зоология һәм ботаника баҡсаһы бар. Богемия урманында ҡышҡы спорт төрҙәре үҫешкән. Төбәктең төньяҡ-көнбайышында Константинови Лазне курорты бар.

Иҫтәлекле урын булып Кладруби монастыры, Швих, Кашперк, Раби, Качерж, Велхартица, Хоршовски-Тын замоктары тора. Ҡаланың Домажлице, Пльзень һәм Хоршовски-Тын ҡалаларының тарихи үҙәктәре тарих ҡомартҡыһы булараҡ һаҡлана. Шулай уҡ Пльзень тирәһендәге тораҡтарҙа XVII—XVIII быуаттарҙағы ауыл архитектураһын сағылдырған ҡоролмалар һаҡлана. Хановицала (Клатови районы) асыҡ һауалағы ауыл архитектураһы музейы бар.

Төбәктә Богемия урманы милли паркы ҡурсаулығы һәм Ческа урманы (чех Český les), Крживоклатско (чех Křivoklátsko), Славковски (чех Slavkovský les) ландшафт ҡурсаулыҡтары бар. Йылға һыу спорт төрҙәре үҙәге Бероункала урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кашперске-Гори

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]