Пода (ҡурсаулыҡ)
Пода | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 307 гектар |
Урынлашыуы | |
42°26′38″ с. ш. 27°27′00″ в. д.HGЯO | |
bspb.org/poda/ | |
Пода Викимилектә |
Пода (Под, Подот) — Бургас ерҙәрендәге Мандра күленең Ҡара диңгеҙ йүнәлешендә ағымының һаҙлыҡлы майҙаны.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пода биләмәһе E 87 халыҡ-ара юлы буйлап Бургас үҙәгенән көньяҡтараҡ, Крайморий районы янында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урындың атамаһы 20-се быуат башына тиклем Мандра күле быуаһы аша йөҙгән арҡан менән йөрөтөлгән ағас һал (под) исеменән алынған. Ул Порос портын Һәм Мандрен һаҙлығын (Хәҙер Узунгерен)тоташтырыусы ҙур булмаған, әммә тәрән (ҡайһы бер урындарҙа 10 метрға тиклем) үткәүелдә йөрөгән[1].
Мандре күле тамағы аша беренсе тимер күпер 1904—1905 йылдарҙа төҙөлә. Уны ҡороу эштәре менән немец эшҡыуары Эдуард Наудашер етәкселек итә, ә уның нигеҙендәге кессондар (кессоны) Болгарияла беренсе тимер-бетон ҡоролма булып тора[2].
Һаҡланған ерҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1989 йылда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм һыу ресурстары министрлығы бойороғо буйынса участканың бер өлөшө һаҡланған тип иғлан ителә һәм Ҡоштарҙы һаҡлау буйынса Болгар йәмғиәте идаралығына тапшырыла. Был Болгарияла һаҡланған беренсе территория. Ул хөкүмәт ҡарамағында булмаған ойошмалар эшмәкәрлегенә тәҡдим ителгән. Йәмғиәт Министрҙар Советы тарафынан ҡабул ителгән идара итеү планында ҡаралған сараларҙы әҙерләй һәм тормошҡа ашыра. Улар «Пода» ҡурсаулығы биләмәһен тәбиғәтте тотороҡло һаҡлау, экологик белем биреү, халыҡҡа мәғлүмәт еткереү, экологик белем биреү һәм экологик туризм өсөн модель итеп үҙгәртә. Был саралар БОЗП тарафынан 1997 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
2002 йылда был һаҡланған урын-лиман (лиман) халыҡ-ара әһәмиәттәге һыу-һаҙлыҡ биләмәләре (Рамсар объекты) тип иғлан ителә. Ул шулай уҡ «Мандра-Пода» тәбиғәт комплексы сиктәрендә «Натура 2000» Европа экологик селтәренә инә. «Пода» тәбиғәтте һаҡлау үҙәге — 100 милли туристик объекттың береһе.
Пода ҡурсаулығы участкаһының майҙаны 100.7 — 107 гектар тәшкил итә. Ул 273 төр ҡош бар һәм орнитологик критерийҙар буйынса Европала иң байҙарҙың береһе. Урында биотөрлөлөк һаҡлана:
- ҡатлансыҡлы үҫемлектәрҙең 161 таксоны
- юғары төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең 231 төрө
- умыртҡаһыҙҙар 168 төрө
- балыҡтар 6 төрө
- ер-һыу хайуандарының һәм һөйрәлеүселәрҙең 16 төрө
- ҡоштарҙың 273 төрө
- һөтимәрҙәрҙең 18 төрө
Болгар Ҡара диңгеҙе яры буйында селән, ҡауылдаҡ селән, каравайка, ерән селән,һоро селәндәрҙең һәм бәләкәй аҡ селәндәрҙең берҙән-бер ҡатнаш колонияһы булып тора. Һаҡ зонаһында йәшәү мөхитенең өс төп тибы бар: сөсө һыу ареалдары, тоҙло һәм тоҙғолт һыу ятҡылыҡтары, ә ҡоро йылдарҙа — ҙур булмаған, тоҙло һыу ятҡылыҡтары. Һаҡланған зонала 46 төр ҡош үрсей. Бында ҡышҡы айҙарҙа сыпҡайҙар, һоро өйрәктәр, ала өйрәктәр өсөн шарттар яҡшы. Йәй аҙағында йылға сарлағын, оҙонаяҡ сәпсәүҙәрҙе, сарлаҡтарҙы ҡом һайыҫҡанын һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин.
Ҡышын Пода ҡурсаулығындағы Форос ҡултығында юғалыу хәүефе янаған бөҙрә пеликанды һәм аҡбаш өйрәкте, шулай уҡ бакландарҙы, диңгеҙ бөркөтөн һәм башҡа төрҙәрен күрергә мөмкин. Ҡурсаулыҡ ҙур аҡ селәндәр һәм тиҫтәләрсә мең өйрәк өсөн һыйыныу урыны булып тора.
Поданың һаҡланған ландшафы өҫтөнән ҡоштарҙың Виа Понтик миграция юлы үтә. Ул ҙурлығы буйынса икенсе урында тора. Был Европа аҡ ҡауҙы популяцияһының йылына 75 процентына (250 меңдән ашыу), алһыу пеликан популяцияһының 100 процентына (40 меңдән ашыу) һәм 32 төр ашыу йыртҡыс ҡоштарҙың 100 меңдән ашыуына, һыу ҡоштарының байтаҡ өлөшөнә күсеп йөрөргә мөмкинлек бирә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Пода Иван Карайотов, Стоян Райчевски, Митко Иванов: История на Бургас. От древността до средата на ХХ век, Печат Тафпринт ООД, Пловдив, 2011, ISBN 978-954-92689-1-1, стр. 294
- ↑ Наудашер Едуард. От чирак в строителството на диги до пионер в индустриализацията на България. — София: Университетско издателство Св. Климент Охридски, 2009. — P. 85—86. — ISBN 978-954-07-2839-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Центр охраны природы «Пода» — официальный сайт
- Болгарское общество защиты птиц