Эстәлеккә күсергә

Поливанова Мария Семёновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Поливанова Мария Семёновна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 октябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Нарышкино[d], Алексинский уезд[d], Тула губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 14 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (19 йәш)
Вафат булған урыны Парфинский район[d], Новгород өлкәһе, РСФСР, СССР
Үлем төрө яуҙа үлгән[d]
Ерләнгән урыны Коровитчино[d]
Һөнәр төрө снайпер
Партнёр в спорте или профессии Ковшова Наталья Венедиктовна
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Хәрби подразделение 130-я стрелковая дивизия (2-го формирования)[d] һәм 3-я Московская коммунистическая стрелковая дивизия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Поливанова Мария Семёновна Викимилектә

Поливанова Мария Семеновна (24 октябрь 1922 йыл — 14 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған снайпер. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Мария Семёновна Поливанова хәҙерге Тула өлкәһенең Алексин районындағы Нарышкино ауылында тыуған.

Урта белемле. Мәскәүҙә «Оргавиапром» ғилми-тикшеренеү институтында (хәҙер — Авиация технологиялары милли институты, НИАТ) эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән снайперҙар курсына уҡырға инә. 1941 йылдың октябренән 3-сө Мәскәү коммунистик дивизияһы составында Мәскәү янындағы алыштарҙа ҡатнаша.1942 йылдың ғинуарынан алып — 528-се уҡсылар полкында (Төньяҡ-Көнбайыш фронттың 1-се удар армияһы 130-сы уҡсылар дивизияһы). Хеҙмәт иткән осорҙа бер нисә тиҫтә дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, снайпер взводының яугирҙарын снайпер оҫталығына өйрәтә.

1942 йылдың 14 авгусында Новгород өлкәһенең Парфин районындағы Сутоки ауылы янында әхирәте, Өфө ҡыҙы Наталья Ковшова менән дошманға ҡаршы һуңғы патронға тиклем атыша. Һуңғы гранаталары менән ҡыҙҙар уларҙы ҡамап алған дошман һалдаттары менән бергә үҙ-үҙҙәрен дә шартлатар[1].

Новгород өлкәһенең Старая Русса районындағы Коровитчино ауылында ерләнгән[2].

«Советтар Союзы Геройы» исеме үлгәндән һуң 1943 йылдың 14 февралендә бирелә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Советтар Союзы Геройы (14.02.1943)[3];
  • Ленин ордены (14.02.1943);
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (13.08.1942)[4].
  • Хәрби частың исемлегенә мәңгегә индерелгән.
  • Геройҙың исемен Мәскәү, Алексин, Сорғот, Старая Русса, Марево, Залучье һәм Севастополь ҡалаларындағы урамдар йөрөтә.
  1. ОБД Мемориал|1577745.
  2. ОБД Мемориал|260845699.
  3. 3,0 3,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 4/38, л. 9, 18—20).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 149, л. 5, 244—246).
  • Поливанова Мария Семёновна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Иван Николаевич Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 292. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Глуховский С. Всегда вдвоём // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.

Поливанова Мария Семёновна. «Герои страны» сайты.

  • Мария Семёновна Поливанова.
  • Хроника великой войны — Поливанова Мария Семёновна.