Поляр дәүләт академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Поляр дәүләт академияһы
Нигеҙләү датаһы 1991
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Алмаштырылған Рәсәй дәүләт гидрометеорология университеты[d][1]
Рәсми сайт gpa-spb.ru
Карта

Поляр дәүләт академияһы — Санкт-Петербургтың юғары уҡыу йорто, 1998 йылда ойошторола. 2015 йылдың 10 декабрендә Гидрометеорология университетына ҡушыу юлы менән бөтөрөлә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылда, Ленинград (СССР) патронатлығы аҫтында үткән Беренсе совет-француз экспедицияһының Чукоткала эштәре барышында, Поляр академияһы булдырыу идеяһы барлыҡҡа килә.

Экспедицияны ойоштороуҙа Совет мәҙәниәте фонды һәм Францияның арктика тикшеренеү үҙәге ҡатнаша. 1991 йылда, беренсе этапта, Поляр академияһы барлыҡҡа килер алдынан, Ленинградта «Полярный круг» берекмәһе булдырыла. Уның Халыҡ-ара уҡыу-уҡытыу үҙәге беренсе тапҡыр Төньяҡтың, Себерҙең һәм Алыҫ Көнсығыштың төбәктәре өсөн милли идара итеү кадрҙары әҙерләй башлай.

Халыҡ-ара уҡыу үҙәге ике йыл эшләү дәүерендә йәмәғәтселектең һәм белгестәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Үҙәктең эшмәкәрлегенә Рәсәй дәүләт төньяҡ комитеты (госкомсевер), Милләттәр һәм төбәк сәйәсәте эштәре буйынса министрлыҡ, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы, Францияның дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт ойошмалары ярҙам итә.

1992 йылдан Үҙәк Франция Милли Административ мәктәбе патронажы аҫтында була, шул уҡ йылда Франция Йәмәғәт фәндәре юғары мәктәбе менән хеҙмәттәшлек тураһында оҙайлы килешеүҙәр төҙөлә. Халыҡ-ара уҡыу үҙәге базаһында Рәсәйҙең һәм сит ил уҡытыусыларының юғары квалификациялы коллективы барлыҡҡа килә. Үҙәктең туплаған тәжрибәһе ярҙамында, һуңынан, Поляр академияһы ойоштороу мөмкин була.

Милләт эштәре һәм федератив мөнәсәбәттәр буйынса министрлыҡ, Төньяҡ үҫеше мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы, Саха Республикаһы Хөкүмәте (Яҡутия) һәм «Полярный круг» берекмәһе Академияның беренсе ойоштороусылары булалар.

Жан Малори — яҙыусы, билдәле француз ғалим-ҡотопсоһы, Францияның Арктика тикшеренеү үҙәге директоры, Чукоткала беренсе совет-француз экспедицияһын етәкләүсе һәм үҙенең ҡырҡ йылдан ашыу ғилми эшмәкәрлеген Төньяҡ халыҡтарына арнаусы —- Поляр академияһының почетлы президенты булып китә

1998 йылда, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Донъяның төп халыҡтары ун йыллығын иғлан итеү айҡанлы, Рәсәй хөкүмәте Поляр академияға традицион мәҙәниәт халыҡтары өсөн дәүләт юғары профессиональ уҡыу йорто статусы бирә

Чилингаров Артур Николаевич — атаҡлы ҡотопсо, Советтар Союзы Геройы, күренекле совет ғалимы, Төньяҡты һәм Арктиканы үҙләштереү проблемалары буйынса байтаҡ ғилми эштәр авторы, адмирал С. О. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ академияһының почетлы профессоры, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты —— Дәүләт поляр академияның Попечителлек советы рәйесе булып тора.

Поляр академияның ойошторолоу тарихы Францияла 1992 йылдан билдәле. Нәҡ шуға күрә Франция Президенты Жак Ширак 1997 йылдың сентябрендә академияның уҡытыусылары һәм студенттары менән осраша. Осрашыуҙа Төньяҡҡа ҡағылған һорауҙарға һәм проблемаларға ҡағылып үтелә, шулай уҡ президент традицион мәҙәниәт халыҡтарының хәҙерге донъяла айырым ролен һәм был халыҡтар вәкилдәренән белгестәр әҙерләү мөһимлеген билдәләй.

Академия Париж ҡалаһы патронажы булып ҡала, ул уны Жак Ширак ҡала мэры булған саҡта ала. Франция президенты Рәсәйҙә рәсми визиты ваҡытында тағы ике тапҡыр академияла була.

2008 йылда Академия комплекслы тикшереү үтә. Һөҙөмтәлә ете белем биреү программалары буйынса дәүләт аккредитацияһы һәм лицензия ала. Шулай уҡ был йыл аспирантура асылыуы менән билдәле.

2015 йылдың 10 декабрендә Академия Гидрометеорология университетына ҡушыу юлы менән бөтөрөлә.

Ректорат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Президенты Чилингаров Артур Николаевич

Һуңғы ректоры -- Палкин Иван Иванович 2022 йыл 29 март архивланған., педагогия фәндәре кандидаты

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисади сәйәсәт һәм идара итеү моделдәре факультеты

  • Иҡтисад, финанс һәм эшҡыуарлыҡ кафедраһы
  • Социаль-иҡтисади һәм тәбиғәт процестарын математик моделләштереү кафедраһы
  • Төбәктәрҙе өйрәнеү һәм социаль-гуманитар дисциплиналар кафедраһы
  • Идара итеүҙең дәүләт, муниципаль һәм хоҡуҡи нигеҙҙәре кафедраһы

Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу факультеты

  • Геоэкология кафедраһы
  • Тәбиғәттән файҙаланыу кафедраһы
  • Физик культура һәм валеология кафедраһы

Филология факультеты

  • Инглиз теле һәм әҙәбиәте кафедраһы
  • Француз теле һәм әҙәбиәте кафедраһы
  • Рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы

Милли художество мәҙәниәте факультеты

  • Дизайн һәм реставрациялау кафедраһы

Студенттар спорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары уҡыу йорттары Кубогы отошо сиктәрендә юғары уҡыу йорто чемпионаттар ҡатнашсыһы булып тора

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ