Портал:Башҡорт әҙәбиәте
«Башҡорт әҙәбиәте» порталына рәхим итегеҙ! |
Инеш
Башҡорт әҙәбиәт ғилеме — нәфис әҙәбиәтте кешелек һәм башҡорт халыҡ мәҙәниәте күренеше булараҡ өйрәнеүсе фән, XIX быуаттың 2-се яртыһында нигеҙ һалынған фән. Төп тармаҡтары: әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт тарихы. Ҡайһы бер ғалимдар шулай уҡ әҙәбиәт ғилеменең төп тармағына фольклористиканы ла индерә. Әҙәбиәт ғилемендә бик күп йүнәлештәр бар, шул иҫәптән — психоаналитик һәм психиатрия йүнәлештәре. Ярҙамсы дисциплина булып библиография, текстология, палеография тора.
Бөгөнгө рәсем
Бөгөнгө мәҡәлә
Повеста ҡатын-ҡыҙҙарҙың трагик яҙмышы, XIX быуаттың 90-сы йылдарында татар-башҡорт йәмғиәтендә ислам донъя ҡоролошо дин ҡанундары һүрәтләнә.
Повестың төп геройҙары — Ғәлимә исемле ҡыҙ һәм уның һөйгән йәре, ауыл егете Зәкир. Сибәр ҡыҙ Ғәлимә Зәкирҙе ярата. Уларҙың бәхетле ғаилә тормошо тураһында хыялына байҙарҙың улдары һәм мулла-хәҙрәт ҡамасаулай. Ғашиҡтарҙың осрашыуы уларҙы шәриғәт законын боҙоуҙа һәм диндән яҙыуҙа ғәйепләү өсөн етерлек шарт булып тора. Ҡыҙҙың атаһы, Фәхри ҡыҙын өйөнән ҡыуа. Зәкир ҡалаға китергә мәжбүр була. Ғәлимә хурлыҡты күтәрә алмай, аҡылдан яҙа һәм мәкегә батып үлә. Зәкирҙе туҡмайҙар, шунан һуң ул үпкә туберкулезы менән ауырый.
Беләһегеҙме…
- Әҙәбиәттең сағыу бер бите булып 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ғәскәр башлығы башҡорт халҡының милли геройы һәм шағиры, Салауат Юлаев (1754—1800) шиғриәте барлыҡҡа килә. Шағир туған ергә һөйөү тураһында поэтик һүҙҙе яу ҡоралы сифатында оҫта ҡуллана.
- 19 быуат башындағы әҙәбиәттә 1812 Ватан һуғышы ҡаһарманы, һуңынан батшалыҡтың колониаль иҙеүенә ҡаршы сығыштары өсөн Себергә ебәрелгән Буранбай сәсәндең йырҙары төп урынды алып тора. Уның шиғри традицияларын сәсәндәр Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев (Ишмөхәмәт сәсән, 1781—1878), Ғәбит Арғынбаев (Ғәбит сәсән, 1856—1921), уңышлы дауам итәләр.
- 19 быуаттың беренсе яртыһында суфыйсылыҡ поэзияһы тарала. Башҡорттарҙан сыҡҡан Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди (1767—1838), Ғ. Усман (1752—1834), Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡи (1761—1849), Әбелмәних Ҡарғалы (1784—1824), Һибәтулла Сәлихов (1794—1867), Шәмсетдин Зәки (1825—65), Ғәли Соҡорой (1826—89) — был ағымдың иң күренекле вәкилдәре.
Сығанаҡ:www.wikiplanet.click
Һылтанмалар
- Викикитапхана (ингл. Wikisource, рус. Викитека) — ирекле китапхана — «Викимедиа фондының» коммерция булмаған проекты, төрлө телдәрҙә алып барылған, даими тулыландырылыусы ирекле яҙмаларҙы таратыу маҡсаты менән төҙөлгән китапхана. Башҡорт Викикитапханаһы бында.
- Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы
- Аудиокитапхана — «Ашҡаҙар» радиоһының рәсми сайтындағы аудиокитапхана.
- Китаптар — «Башҡорт проекттары» ирекмәндәре тарафынан йыйылған электрон китапхана. (Иғтибар! Автор хоҡуҡтары иҫәпкә алынмаған. Дәғүәләр булыуы ихтимал.)
- «Ихтика» электрон китапханаһының «Вконтакте» социаль селтәрендәге төркөмө. — Искәндәр Шакиров йыйған электрон китаптар. (Иғтибар! Автор хоҡуҡтары иҫәпкә алынмаған. Дәғүәләр булыуы ихтимал.)
- Бәйләнештә социаль селтәрендә «Башҡортса аудиокитаптар»
Бөгөнгө өҙөмтә
Бөркөт — күктә, суртан һыуҙа тере, ир ҙә тере, илгә - ҡушылһа...
— Рәми Ғарипов, «Йырҙарыма ҡайтам»
Категориялар
Был ай башҡорт әҙәбиәтендә:
Апрель
- 1 апрель 1957 — шағыр Хисмәт Юлдашев тыуған.
- 4 апрель (1861—1918) — башҡорт мәғрифәтсеһе Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы тыуған.
- 9 апрель (1936—2016) — шағир-яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист Дәүләтов Ғәлим Абдулла улы тыуған.
- 16 апрель (1926—2003) — ғалим-тел белгесе, филология фәндәре кандидаты Әкрәм Бейеш тыуған.
- 18 апрель (1893—1937) — Башҡортостандың күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Дауыт Юлтый тыуған.
Яңы мәҡәләләр
Сәсән — шиғри һәләткә эйә булып, фәһемле оҫта һүҙе һәм ижады менән таныҡлыҡ алған кеше, йырсы-импровизатор. Сәсән булыу. Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа ҡулың тый (Әйтем).
Сәсәндәр думбыраға ҡушылып көйләп һөйләү рәүешендә импровизациялай. Үткәндәр хаҡында һөйләүсе тарихсы, ауыҙ-тел ижадын һаҡлаусы һәм быуындан быуынға тапшыра килеүсе булараҡ, сәсәндәр халыҡ тормошонда күренекле роль уйнаған. Заманының әһәмиәтле ваҡиғаларын тасуир итеп кенә ҡалмайынса, уларға баһа ла биреү арҡылы, сәсәндәр мөһим социаль функция үтәгән. Сәсәндәрҙең халыҡтың йәмғиәт тормошонда һәм мәҙәниәтендә уйнаған роле күп кенә мәҡәлдәрҙә юғары баһа алған: «Сәсәндең теле уртаҡ, егәрленең ҡулы уртаҡ», «Сәсән алдырмаҫ, әйтмәй ҡалдырмаҫ», «Сәсән күрке һүҙ булыр, мәргән һүҙе күҙ булыр», «Сәсән дауҙа беленер, батыр яуҙа беленер» һ.б. ...дауамы