Портал:Ислам/Мосолман дин белгестәре
Уҡыу көйләүҙәре
Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы (Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, Зәйнулла-ишан) 1833 — 1917) — күренекле башҡорт дин әһеле, ишан.
1833 йылдың 25 мартында Троицк өйәҙе Туңғатар волосының Шәрип ауылында (хәҙерге (Башҡортостандың Учалы районында) мулла ғәиләһендә тыуып үҫә.
Тыуған ауылында мәҙрәсәлә уҡый, ун ике йәшенән кантон үҙәге – Малай Муйнаҡ мәҙрәсәһендә белем ала, аҙаҡ Яҡуп хәҙрәт артынан Ахун ауылына күсеп, унда дин ғилемен арттыра. 1851 йылда Троицк ҡалаһы (хәҙерге Cиләбе өлкәһендә) мәҙрәсәһенә килеп урынлаша, 1858 йылда тейешле имтихандарын тапшырып, Верхнеуральск өйәҙенең Аҡҡужа ауылына (хәҙер шул уҡ Учалы районында) имам-хатип булып ҡайта.