Портал:Салауат районы/Салауат районы географияһы
Райондың төп биләмәләре Йүрүҙән, Әй йылғалары һыу айырғыстарына тура килә. Көньяҡ-көнсығыш өлөшө буйлап Уралдың көнбайыш итәгенең алдынғы һырттары һуҙылған (Башташ, Һилейә һырттары). Көньяҡ-көнбайышта Ҡаратау һырты, ә төньяҡ-көнбайышта Өфө яҫы таулығы ята. Ер өҫтөнөң уртаса бейеклеге 370 метр булған Янғантау, Күҫәләр көкөртлө-водород сығанағы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Лаҡлы мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.
Ҡаҙылма байлыҡтарҙан: боксит ятҡылығы (Новое, Әй), эзбизташ (Мөрсәлим, Сыбаркүл, Яҙғыйорт), цемент балсығы (Ягодный), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Лағыр), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Яланкүл), агрономик руда (Миәшәгәр, Покров). Ҙур булмаған торф һаҙлыҡтары (Миәшәгәр, Аҡшишмә, Лағыр һ.б.) 600 га майҙанды биләй.
Климаты уртаса һалҡынса, вегетация осоро ҡыҫҡа һәм дымлы. Еңелсә көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡара-һоро урман һәм уңдырышлығын юғалта барған ҡара урман тупрағы таралған. Урмандар майҙаны 63,9 мең га (район биләмәһенең 31,6 проценты), үҙағастың дөйөм запасы 9 млн м3 самаһы (шул иҫәптән ҡайын — 4,5; уҫаҡ — 1,8; ҡарағай — 1,1; йүкә — 0,8 млн м3). Ауыл хужалығы ерҙәре 107,9 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 66,9, көтөүлектәр — 26,6 һәм сабынлыҡтар — 14,3 мең га тәшкил итә.