Президент һарайы (Анкара)
Президент һарайы төр. Cumhurbaşkanlığı Sarayı | |
Президент һарайы, 2014 йыл. | |
Ил | Төркиә |
Ҡала | Анкара |
Архитектура стиле | модернизм |
Архитектор | Шефик Биркийе |
Төҙөлөшө | 2011—2014 йылдар |
Материал | тимербетон, мәрмәр, гранит |
Аҡ һарай Викимилектә |
Президент һарайы (төр. Cumhurbaşkanlığı Sarayı, шулай уҡ Аҡ һарай — төр. Ak Saray[1]) — Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала урынлашҡан Төркиә Республикаһы президентының рәсми резиденцияһы. Баһалар буйынса, һарайҙың ҙурлығы баш ҡалаһы Вашингтондағы Аҡ йорттан 50 тапҡырға ҙурыраҡ[2], ә Мәскәүҙәге Кремлдән, Лондондағы Букингем һарайынан[3], һәм шулай уҡ Париж янындағы Версаль һарайынан[4] 3 тапҡырға ҙурыраҡ[5], ҡайһы бер тәнҡитселәр бинаны Бухаресттағы Николае Чаушеску заманындағы Парламент һарайы менән сағыштыраларref name="hurry" />. Бинаны төҙөү Төркиә Рәжәп Тайип Эрдогандың авторитар тенденцияларының дәлиле итеп экологтар һәм оппозиция тарафынан ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм тәнҡитләнә[6], шул уҡ ваҡытта президент яғында булғандар буйынса һарай «яңы Төркиәгә» ынтылыштың символы булып тора[7].
Тарихы һәм төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башта был һарайҙа Төркиә премьер-министрының канцелярияһы урынлашыуы ниәтләнә һәм уның төҙөлөшө 2011 йылда башлана. Брюсселдә йәшәүсе билдәле төрөк архитекторы Шефик Биркийе бина проектының авторы була[8][9]. Ғәмәлдә булған премьер-министр Рәжәп Тайип Эрдоган 2014 йылғы президень һайлауҙарында еңгәс, шул уҡ йылдың 2 сентябрендә ул бина Төркиә президентының рәсми резиденцияһы булараҡ файҙаланылыуын иғлан итә. Бина Бештеп районы Ататөрктең урман хужалығында төҙөлә, был хужалыҡ 1925 йылда Төркиә Республикаһын нигеҙләүсе һәм беренсе президенты Мостафа Кемал Ататөрк тарафынан нигеҙләнә һәм 1937 йылда дәүләт милкенә тапшырыла. 1992 йылда хужалыҡҡа ҡурсалау зонаһының беренсе дәрәжәһе бирелә, уға ярашлы ошо территорияла барлыҡ төҙөлөштәр тыйылған[10]. 2014 йылдың 4 мартында Анкараның административ суды һарай төҙөлөшөн туҡтатып торорға ҡара сығара. Төркиә Архитекторҙар палатаһы кәңәше буйынса 2014 йылдың 13 мартында Төркиәнең Дәүләт советы был ҡарарҙы хуплай[11]. Әммә Рәжәп Тайип Эрдоган был ҡарарҙы һанға һуҡмай, һәм ошолай итеп әйтә: «емерә алһалар әйҙә емерһендәр. Улар туҡтатырға бойорҙолар, әммә улар мин асасаҡ был бинаның төҙөлөшөн туҡтата алмайҙар. Мин бында буласаҡмын һәм уны файҙаланасаҡмын»[12]. Шулай ҙа төҙөлөштө туҡтатырға хоҡуғы тик Анкара ҡала хакимиәте ҡулында була, был хакимиәт бер ниндәй ҡаршылыҡ белдермәй һәм бинаны төҙөргә бер ниндәйҙә законлы ҡаршылыҡтар булмаған[13]. Шул уҡ ваҡытта, һарай өсөн урынды әҙерләү өсөн йөҙәрләгән ағас ҡырҡылған[4][14]. Төркиәнең Финанс министры Мәхмәт Шимшек буйынса, бинан төҙөүгә бюджеттан 615 миллион АҠШ доллары бүленгән, 2014 йылға ҡарай ошо сумманың 432 миллионы тотонолған булған, ә ҡалған 135 миллион доллары 2015 йылғы бюджетҡа һалынған[4][15][16][17][18]. Бынан башҡа бюджеттан Эрдоганға махсус талаптар буйынса 185 миллионға «Airbus A330-200» самолётын һатып алғандар[19][20], һәм шулай уҡ Истанбулда Хубер һарайы һәм Эгей диңгеҙе яр буйындағы ҡунаҡ йортон реставрациялау ниәтләнә[21]. Ошолар арҡаһында, оппозицияла булған Республика халыҡ партияһының лидеры Кемаль Кылычдароглу былай тип әйтә: «өс миллион кеше эшһеҙ ҡалған илдә солтан үҙе өсөн бөтә нимә төҙөнө. Был һарайҙы төҙөү өсөн һеҙ йөҙләгән ағасты юҡ иттегеҙ»[22].
Асыу һәм файҙаланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың 29 октябрендә Төркиә Республикаһы көнөндә президент Рәжәп Тайип Эрдоган, уның ҡатыны Әминә Эрдоган һәм башҡа рәсми кешеләр булғанда һарай тантаналы рәүештә үҙ ишектәрен аса[23][24]. Шул уҡ көндө президент инаугурацияһы ваҡиғаһы буйынса сара уҙғарырға ниәтләнә, әммә илдең Караман провинцияһындағы шахталарҙа авариялар булғас был сара уҙғарылмай[25][26]. Бынан алып Төркиә премьер-министры Әхмәт Дауытоглуның канцелярияһы Чанкай һарайына күсә[27]
2014 йылдың 28-30 ноябрендә Истанбулда һәм Анкарала булған һәм Эрдоган менән осрашҡан Рим папаһы Франциск һарайҙың тәүге ҡунағы булған[28][29][30][31][32][33][34]. 2014 йылдың 1 декабрендә Эрдоган менән һөйләшеүҙәргә дәүләт визиты менән килгән Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин — һарайҙың икенсе ҡунағы була[35][36].
Комната совещаний | Конференц-зал | Комната переговоров |
Архитектураһы һәм интерьеры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарай Анкаранан көнбайышҡа табан ятҡан убаның түбәһендә Ататөрк урман хужалығының 91 мең м² (22,5 акр) территорияһында урынлашҡан. 300 мең м² майҙаны булған комплекс колонналы һәм яҫы ҡыйыҡлы төп бина һәм ике өҫтәлмә биналарҙан тора[37]. Биналар коридоҙар менән 1000 бүлмәләргә бүленгән, улар йәшел мәрмәр һәм ҡыҙғылт гранит менән тышланған[4][38]. Үҙәк бина өс ҡатлы[15], бында модернизм, сәлжүк һәм ғосман архитектураларының элементтары ҡушылған[39], иң яңы хәүефһеҙлек системалары, шул иҫәптән биологик, химик һәм ядро һөжүмдәрен һаҡлай ала алған бункерҙар һәм туннелдәр системаһы менән йыһазландырылған[40], киберһөжүмдәрҙән һәм шпионаждан юғары технологиялы ҡурсалау саралары менән бүлмәләр, электр розеткалары булмаған «һаңғырау» бүлмәләр, һуғыш ваҡиғаһы өсөн махсус бүлмәләр[13], һәм шулай уҡ өҫтәмә ҡунаҡ йорттары, ебәк сүсле штукатуркаһы менән бәҙрәфтәр, ботаника баҡсалары, парк, конгресс-центр бар[41][42].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Name of new Presidential compound announced . Daily Sabah (29 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ The White House would be a tiny wing of Turkey’s new presidential palace . The Washington Times (30 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Turkish Leader, Using Conflicts, Cements Power . New York Times (31 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Erdogan presidential palace cost soars for Turkey . BBC News (5 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Erdogan’s grand palace: Folly or symbol of a new Turkey? The Times of Israel (9 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Not Everyone's In Awe Of The Insanely Opulent Turkish Presidential Palace . The Huffington Post (30 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Turkey's new presidential palace unveiled - in pictures . The Guardian (29 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Mimarlar Odası: “AK Saray alaturka tuvalete benziyor” . nediyor.com (5 март 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2014 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ Mimar Şefik Birkiye Cumhurbaşkanlığı sarayını anlattı . magazinavrupa.com (11 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2014 йыл 14 ноябрь архивланған.
- ↑ Turkish president Erdogan unveils his new palace of a thousand rooms . Euronews (29 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2017 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ Başbakanlık Sarayı’ndan sonra Meclis Kompleksi’ne de durdurma . Zaman (15 март 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2014 йыл 29 октябрь архивланған.
- ↑ Erdoğan: Güçleri yetiyorsa yıksınlar . Posta (5 март 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2014 йыл 29 октябрь архивланған.
- ↑ 13,0 13,1 Erdogan's $350M presidential palace . Al Monitor (17 сентябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Эрдоган открыл тысячекомнатный президентский дворец . Lenta.ru (30 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ 15,0 15,1 Erdoğan's 'Ak Saray' likened to Alamut Castle, Ceausescu’s Palace . Hurriyet Daily News (5 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Эрдоган отверг критику по поводу нового президентского дворца . РИА Новости (6 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Дворец Эрдогана оказался больше Кремля . BBC Russian (6 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Турция потратила на дворец для президента Эрдогана 615 млн долларов, а еще 185 млн потратят на самолет . NEWSru.com (6 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Şimşek: Ak-Saray'ın maliyeti 1 milyar 370 milyon lira, uçak ise 185 milyon dolar . Zaman (4 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Сарай султана Эрдогана . Новые известия (7 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2015 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ Recep Tayyip Erdogan: The ‘new sultan’ now has a new palace – and it has cost Turkish taxpayers £400m . The Independent (5 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2015 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Turkey's president moves into world's biggest palace costing £384 million . The Telegraph (5 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ October 29 Republic Day reception will be held in Beştepe . TRT (16 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2014 йыл 25 октябрь архивланған.
- ↑ Köşk’ün yeni adı: Cumhurbaşkanlığı Sarayı . Milliyet (29 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ New presidential palace opens in Turkey . Middle East Eye (29 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2017 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Эрдоган открыл президентский дворец стоимостью в €270 млн . Хартия 97 (30 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Cumhurbaşkanlığı Sarayı kapılarını açıyor . Deutsche Welle (29 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Pope to be first foreign guest at Turkey's new presidential palace . Hurriyet Daily News (8 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Pope Francis To Visit Turkey In November Following Invitations From Erdogan, Bartholomew . The Huffington Post (9 сентябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Programme of Pope Francis' apostolic trip to Turkey . News.va. Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2014 йыл 26 ноябрь архивланған.
- ↑ Папа Франциск начинает визит в Турцию . BBC Russian (28 ноябрь 2014). Дата обращения: 28 ноябрь 2014.
- ↑ Папа римский призвал помочь беженцам из Сирии и Ирака . BBC Russian (28 ноябрь 2014). Дата обращения: 28 ноябрь 2014.
- ↑ Папа Римский призвал мусульман бороться с ИГ . Lenta.ru (28 ноябрь 2014). Дата обращения: 30 ноябрь 2014.
- ↑ Папа Франциск посетил Голубую мечеть в Стамбуле . BBC Russian (29 ноябрь 2014). Дата обращения: 30 ноябрь 2014.
- ↑ 1 декабря Владимир Путин посетит с рабочим визитом Турцию . Kremlin.ru (24 ноябрь 2014). Дата обращения: 30 ноябрь 2014.
- ↑ Нужен нам берег турецкий. Президент России Владимир Путин едет с госвизитом в Турцию . Lenta.ru (30 ноябрь 2014). Дата обращения: 30 ноябрь 2014.
- ↑ Turkey's new presidential "White Palace" to cost over $500 million . The Daily Mail (4 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Bir köşk hikayesi . Milliyet (9 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ $615 Million Price Tag Revealed for Turkey’s Controversial Presidential Palace . Newsweek (5 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Erdogan’s new $350 mln palace draws controversy . Аль-Арабия (1 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014.
- ↑ Больше, чем Кремль . Русская планета (6 ноябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ New Presidential palace to be opened on Republic day . Daily Sabah (17 октябрь 2014). Дата обращения: 25 ноябрь 2014. 2014 йыл 18 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент һарайы (Анкара) Викимилектә |