Примеров Борис Терентьевич
Борис Примеров | |
Исеме: |
Борис Терентьевич Примеров |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
СССР, Рәсәй, Ростов өлкәһе, Матвеев Курган ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Рәсәй, Мәскәү өлкәһе, Ленин районы, Переделкино ҡасабаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Жанр: |
шиғриәт |
Дебют: |
«Синевой разбуженное слово» шиғырҙар китабы (1964 йыл) |
Страница на сайте «Поэзия сопротивления» | |
Примеров Борис Терентьевич (1 июль 1938 йыл — 5 май 1995 йыл) — СССР һәм Рәсәй шағиры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Терентьевич Примеров Ростов өлкәһе Матвей Ҡурғаны ауылында тыуған. Атаһы — дон казагы, кадет корпусында уҡыған, Октябрь революцияһынан һуң Ҡыҙыл Армияла офицер була, һуңғараҡ партия сафынан һәм армиянан сығарыла , Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Һуғыштан һуң уларҙың ғаиләһе Мечётинская станицаһына күсә. Ғаилә башлығы колхозға эшкә инә.
Борис Примеровтың тәүге баҫмалары Дондағы Ростовта сыға. 1960-сы йылдарҙың уртаһында Мәскәүгә килә, Әҙәбиәт институтына уҡырға инә. 1968 йылда Яҙыусылар союзына инә. 1971 йылда Әҙәбиәт институтын тамамлай.
«Синевой разбуженное слово» (1964), «Некошеный дождь» (1967), «Румянец года» (1971), «Весенний гость», «Наедине с родимым небом» (оба — 1972), «Талая заря» (1974) шиғри йыйынтыҡтарҙың авторы.
Надежда Васильевна Кондаковаға өйләнә.
1992 йылда Ельцинға ҡаршы торған оппозицияға инә, төрлө митингтарҙа ҡатнаша. Ельциндың хәрби көс ҡулланып Юғары Советты таратҡан сағында Рәсәй парламентын яҡлаусылар яғында була. Таныштары әйтеүе буйынса, Примеров был хәрәкәттең юҡҡа сығыуына бик ныҡ ҡайғыра.
1995 йылдың 5 майында Переделкинолағы үҙ дачаһында «Три дороги на Руси: я выбираю смерть. Меня позвала Юлия Владимировна Друнина… Неохота жить с подонками: Лужковым и Ельциным… Опомнись, народ, и свергни клику… такого не было и не будет на белом свете» тигән һуңғы хат ҡалдыра һәм аҫылынып үлә.
Переделкино зыяратында ерләнгән.
Замандаштарының фекере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Примеров был один из тех редких людей, кого Бог поцеловал на творчество[1].
— Владимир Цыбин
У него нет ни одной сконструированной, не гармоничной, выдавленной из себя строчки. Слова то парят в воздухе, как орлы, то порхают, как бабочки, переливаясь и создавая яркие образы. Он никогда не был литературен, он всегда был поэтом от земли, он черпал вдохновение в родном воздухе, в родной степи… Его стихи объёмны, шершавы, они благоухают степью и ветром, они родные… Так не напишет пришлец, так можно писать только о родном, о своём. Это та самая непридуманная народная поэзия, то, что называется культурной самобытностью, самостийностью, то, что растёт из народных глубин, что передаётся с молоком матери, что нельзя найти, сделав революцию или завоевав, покорив чужую страну. Такой взгляд, такое ощущение выращиваются веками и бережно передаются по наследству.
— Сергей Соколкин, поэт, председатель Комиссии по литературному наследию Б.Т. Примерова при СП России, Заслуженный работник культуры Российской Федерации
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1998 йылдың 1 июленән алып йыл һайын Мечётинская станицаһында Примеров уҡыуҙары һәм шағирҙың иҫтәлегенә арналған традицияға ингән әҙәби-музыкаль «Поющее лето» байрамы үткәрелә.
- 2002 йылда Мечётинская станицаһының бер урамына шағирҙың исеме бирелә.
- 2003 йылда Мечётинская станицаһының ғаилә уҡыуҙары китапханаһына Борис Примеровтың исеме бирелә һәм унда шағирҙың ағай-энеләре, туғандары һәм дуҫтары ҡатнашлығында уның бүлмә-музейы асыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Соколкин С. Ю. Падший ангел, отбывший свой срок 2010 йыл 9 февраль архивланған. // Литературная Россия, № 30, 2009.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Соколкин С. Ю. Падший ангел, отбывший свой срок 2010 йыл 9 февраль архивланған. // Литературная Россия, № 30, 2009.
- Бондаренко В. Г. С открытым сердцем 2012 йыл 29 октябрь архивланған. // Завтра, № 10 (28), 12 октября 1999.
- «Высотой своей убит…» 2011 йыл 20 октябрь архивланған. // Завтра, № 28 (241), 14 июля 1997.
- Стихотворение «Молитва» // Завтра, март 1994.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Примеров Викиөҙөмтәлә | |
Борис Примеров Викимилектә |
- Примеров Борис Терентьевич «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- Глушкова Т. М. Чёрноплодная рябина. Осень 1991 года. Памяти Бориса Примерова 2013 йыл 22 май архивланған.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 1 июлдә тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- 5 майҙа вафат булғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаусылар
- Рус шағирҙары
- СССР яҙыусылары
- Алфавит буйынса Рәсәй яҙыусылары
- XX быуат Рәсәй яҙыусылары
- XX быуат рус яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзалары