Эстәлеккә күсергә

Прозорова Наталия Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:ФИО

Прозорова Наталия Сергеевна
Файл:Прозорова Наталия Сергеевна.jpg
Тыуған көнө

4 октябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Вологда,
Советская Россия

Вафат көнө

21 ноябрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (84 йәш)

Вафат урыны

Киев, Украина

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРУкраина Украина

Ғилми даирәһе

юриспруденция

Эшләгән урыны

МЮИ, КГУ, НПУ, ЗНУ

Альма-матер

Всесоюзный юридический заочный институт,
Московский юридический институт

Награда һәм премиялары
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Дан ордены
Дан ордены
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы Ҡалып:Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»
Ҡалып:Медаль «В память 800-летия Москвы» Ҡалып:Медаль «В память 250-летия Ленинграда»
Ҡалып:Орден За мужество III степени

Прозорова Наталия (Наталья) Сергеевна (укр. Наталія Сергіївна Прозорова; 19222006) — совет һәм украин ғалимы, юридик фәндәр докторы (1985), профессор (1986).

Сәйәси тәғлимәттәр тарихы һәм хоҡуҡи проблемаларҙы тикшереү менән шөғөлләнә. 60-тан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик эштәрҙең авторы.

Прозорова Наталия Сергеевна 1922 йылда СССР-ҙың Вологда ҡалаһында тыуған.

Ул 1940 йылда СССР Прокуратураһының Б бөтә союз юридик ситтән тороп уҡыу институтына уҡырға инә (ВЮЗЯ, хәҙер Мәскәү дәүләт юридик университеты). 1941 йылда икенсе курста уҡығанда, фронтҡа китә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша: Көнбайыш һәм 3-сө Белорус фронтында 173-сө Ҡыҙыл йондоҙло Орша уҡсылар дивизияһының 426 айырым элемтә батальонының радиостанцияһы начальнигы була[1], сержант, ВКП(б) ағзаһы. Хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән[2][3].

Бөйк Ватан һуғышынан һуң ул РСФСР Юстиция халыҡ комиссариатының Мәскәү юридик институтында (хәҙер Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү университеты) уҡыуын дауам итә һәм 1948 йылда уны уңышлы тамамлай. Ошо уҡ юғары уҡыу йортоноң аспирантураһын тамамлағандан һуң, ул Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында өлкән уҡытыусы булып эшләй (1951 йылдан алып), ә институт Мәскәү дәүләт университетының юридик факультеты менән ҡушылғандан һуң — был факультетта дәүләт һәм хоҡуҡ кафедраһы доценты була. Наталия Прозорова 1961 йылдан алып Киевта эшләй: СССР Эске эштәр министрлығының Киев юғары мәктәбенең (КДУ, хәҙер Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты) эҙмә-эҙлекле доценты, дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһы мөдире, профессоры була. 1991 йылдан алып Халыҡ-ара Соломон университетының юридик факультеты профессоры (Международного Соломонова университета[uk]), Иҡтисад һәм идара итеү, хужалыҡ хоҡуғы институты, М. П. Драгоманов исемендәге Милли педагогия университеты(бөтәһе лә Киевта) юридик факультеты профессоры була. Ул Шулай уҡ Запорожье милли университетының дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһында ла профессор булып эшләй[4].

1952 йылда «П. И. Пестелдең сәйәси ҡараштары» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.[5] 1985 йылда «Дәүләт һәм хоҡуҡ тураһында марксистик тәғлимәт һәм Беренсе Интернационал» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.[6] 5 юридик фәндәр кандидаты әҙерләгән.

2006 йылдың 21 ноябрендә Киевта вафат була.

  • Советтар Союзының 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм 3-сө дәрәжә Дан ордены шулай уҡ күп миҙалдары, шул иҫәптән ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944, 1945) менән бүләкләнгән.
  • Украина ордендары менән бүләкләнгән, шулай уҡ 3-сө дәрәжә «Батырлыҡ өсөн»миҙалы менән (1999).
  • В. П. Горбатенко. Прозорова. // Юридична енциклопедія: в 6 Т. / Під ред. Ю. С. Шемшученко. — Київ: «Українська енциклопедія» ім. М. П. Бажана, 1998—2004. — Т. 5., С. 155—156.