Прокин Василий Александрович
Прокин Василий Александрович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 30 декабрь 1922 |
Вафат булған көнө | 29 сентябрь 2019 (96 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш биреүсе | Урал дәүләт тау университеты |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт тау университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Василий Александрович Прокин (30 декабрь 1922 йыл) — Рәсәй тау инженеры-геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1980), РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Василий Александрович Прокин 1922 йылдың 30 декабрендә Екатеринбург губеранһының Шата ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Свердловск тау институтын тамалағандан һуң (1951) өлкән геолог, «Уралцветметразведка» тресының Баймаҡ геология-разведка партияһының баш инженеры ; 1957-1962 йылдарҙа тематик партия начальнигы, 1968- 1975 йылдарҙа Башҡортостан территориаль геология идаралығында баш геолог, 1962 йылдан — Геология институтында металдар бүлеге мөдире, 1975 йылдан — РСФСР Геология министрлығының минераль ресурстар идаралығы начальнигы урынбаҫары (Мәскәү), 1977 йылдан — Свердловск тау институтында файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы геологияһы кафедраһы мөдире; 1986 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһендә Геология һәм геохимия институтының (Екатеринбург): мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһы мөдире, 1990-2003 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.
Фәнни-производство эшмәкәрлеге геологияны, Урал металлогенияһын өйрәнеү менән бәйле.
Маҡан, Подольск, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыусы. Василий Александрович баҡыр мәғдәне, алтын һ. б. фараз һәм металлогеник карталар төҙөлгән. 200-ҙән ашыу фәнни эш авторы. РФ Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 3-сө дәрәжә Дан ордены (1944) менән наградланған.
Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Закономерности размещения колчеданных месторождений на Южном Урале. М., 1977.
- Медноколчеданные месторождения Урала; в 3-х т. Свердловск, 1985—1992 (с соавторами).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- http://xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/info/2-statya/6461-prokin-vasilij-aleksandrovich
- https://ufa-gid.com/encyclopedia/prokin.html
- Прокин Василий Александрович // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 30 декабрҙә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- 29 сентябрҙә вафат булғандар
- 2019 йылда вафат булғандар
- Урал тау университетын тамамлаусылар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Ҡалыптар:Тышҡы һылтанмалар
- Фән һәм техника өлкәһендәге РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары
- Дан ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр