Птицина Анастасия Евстафьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Птицина Анастасия Евстафьевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 13 июнь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Михайловка
Вафат булған көнө 23 май 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Бишбүләк районы, Ольховка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Птицина Анастасия Евстафьевна (13 июнь 1915 йыл — 23 май 1995 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Башҡорт АССР-ы Бишбүләк районы Дим совхозының быҙау ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анастасия Евстафьевна Птицина 1915 йылдың 13 июнендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районының Михайловка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Башланғыс белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1934 йылда Миәкә районының Миәкә совхозында быҙау ҡараусы булып башлай. 1936 йылдан быҙау ҡараусы, штурвалсы, тракторсы, йәш малдар буйынса бригадир, малсылыҡ бригадаһы бригадиры булып эшләй. 1963 йылда Бишбүләк районының «Дим» совхозында быҙау ҡараусы булып күсерелә.

Намыҫлы малсы абруй менән файҙалана, йылдан йыл быҙауҙар үҫтереү буйынса пландарҙы һәм социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәй. Эше осоронда А. Е. Птицина 750 быҙау үҫтереп тапшыра, шул уҡ ваҡытта юғары продуктлылығына өлгәшә. 1963—1965 йылдарҙа ул хеҙмәтләндергән быҙауҙар һаны 70-тән 95-кә арта, ә уның продуктлылығы — планлы 500 грамм урынына 1963 йылда 963 граммдан 1965 йылда 1 100 граммға тиклем арта. Хеҙмәтләндергән мал һанының тулы һаҡланғынлығын тәьмин итә һәм совхоздың көтөүен арттыра. Системалы рәүештә квалификацияһын күтәрә һәм быҙауҙар үҫтереүҙең алдынғы алымдарын индерә. Малсылыҡта утыҙ йыл эшләү осоронда тиҫтәләгән йәш малсыларҙы өйрәтә һәм уларға үҙ тәжрибәһен тапшыра.

Малсылыҡты үҫтереүҙәге һәм ит, һөт әҙерләү һәм башҡа продукцияны етештереүҙе арттырыуҙағы уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Указы менән Птицина Анастасия Евстафьевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән исем бирелә.

1970 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем «Дим» совхозында эшләй. Срвхоздың быҙау ҡараусыһы, чабаны һәм ҡошсоһо булып эшләй.

Дим ауылында йәшәй. 1994 йылдың 23 майында вафат була.

Ленин ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана / Cост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сергей Каргапольцев Анастасия Евстафьевна Птицина. «Герои страны» сайты. 12 июль 2016 тикшерелгән.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; Уфа: науч. изд. Башкирская энциклопедия.