Эстәлеккә күсергә

Пугаев Степан Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пугаев Степан Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 октябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Йүрүҙән, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 декабрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (34 йәш)
Вафат булған урыны Чехословакия
Ерләнгән урыны Словакия
Хәрби звание лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Пугаев Степан Александрович (1 октябрь 1910 йыл28 декабрь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943).

Степан Александрович Пугаев 1910 йылдың 1 октябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Иҫке Йүрүҙән ҡасабыһында (Йүрүҙән тимер юл станцияһында) эшсе ғаиләһендә тыуған.

Мәктәптең 7 класын тамамлаған.

Тирлән тимер юл станцияһында стрелочник, һуңынан станция буйынса дежур булып эшләй.

Белорет районы хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡырыла һәм 1932 йылдан алып 1936 йылға тиклем хеҙмәт итә. 1941 йылдың авгусынан хәрәкәт итеүсе армияла. 1942 йылдың йәйенә уның иҫәбендә яҡынса 350 юҡ ителгән гитлерсы була.

Степан Александрович 1944 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай, офицер булып фронтҡа әйләнеп килә.

Һуғыштарҙың береһендә, 1944 йылдың 28 декабрендә, Степан Александрович Пуга́ев батырҙарса һәләк була. Фелединец (Словакия) тораҡ пунктында ерләнгән[1].

«Уҡсылар полкының отделение командиры өлкән сержант Степан Пугаев 1943 йылдың 27 сентябрендә, Украинаның Киев өлкәһе Вышгород районы Яңы Петровец ауылы янында, беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыға. Һуғышта батыр яугир дошмандың ике пулемёт нөктәһен юҡ итә, ошоноң менән үҙенең ротаһының уңышлы алға барыуын тәьмин итә».

СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1943 йылдың 29 октябрендә Пугаев Степан Александровичкә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1776) тапшырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Белорет ҡалаһында батырҙар аллеяһында Герой бюсы ҡуйылған.
  • Белорет ҡалаһында, Тирлән (Шанхай биҫтәһе) һәм Туҡан ауылдарында урамдар С. А. Пугаев исеме менән аталған.
  1. Пугаев Степан Александрович. «Герои страны» сайты.
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 59/39, л. 19/155, 156).
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.